Найти в Дзене

"Сәләмәтлек поездары" юлға сыға

21 апрелдә “Сәләмәтлек поездары” республика райондары буйлап юлға сыға. Күсмә флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары – барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн. Уларҙа медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡ һаулығын тикшерәсәк, ҡан һәм биохимик анализдар аласаҡ. Алты маршрут буйынса төҙөлгән был сара хатта төпкөл ауылда йәшәүселәргә лә медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Әйткәндәй, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса етенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр күсмә комплекстар 170 мең кешене ҡабул иткәйне. Өфө маршруты Иглин, Шишмә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Благовар, Кушнаренко, Саҡмағош, Нуриман, Өфө райондары буйлап үтәсәк. Дыуан маршруты биш район буйлап: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат. Нефтекама маршруты 12 район буйынса үтә: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө районы һәм Нефтекама. Октябрьский маршруты т

21 апрелдә “Сәләмәтлек поездары” республика райондары буйлап юлға сыға. Күсмә флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары – барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн. Уларҙа медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡ һаулығын тикшерәсәк, ҡан һәм биохимик анализдар аласаҡ. Алты маршрут буйынса төҙөлгән был сара хатта төпкөл ауылда йәшәүселәргә лә медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Әйткәндәй, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса етенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр күсмә комплекстар 170 мең кешене ҡабул иткәйне. Өфө маршруты Иглин, Шишмә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Благовар, Кушнаренко, Саҡмағош, Нуриман, Өфө райондары буйлап үтәсәк. Дыуан маршруты биш район буйлап: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат. Нефтекама маршруты 12 район буйынса үтә: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө районы һәм Нефтекама. Октябрьский маршруты туғыҙ район буйлап - Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Дәүләкән, Шаран. Стәрлетамаҡ маршруты 11 район буйлап: Ауырғазы, Ғафури, Әлшәй, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Ейәнсура. Белорет маршруты ете районы буйынса: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.