Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Әммә ниндәй генә осор булмаһын, сәләмәтлек – кеше бәхетенең һәм ғаилә именлегенең төп шарттарының береһе. Әгәр һаулыҡ юҡ икән, матур тормош, бәхет, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында һүҙ йөрөтөп булмай. Ошо хаҡта һөйләгәндә йөклөлөк тураһында әйтәбеҙ. Ул иһә ҡатын-ҡыҙ организмының тәбиғи торошо. Был ваҡытта күп ағзаларҙың төҙөлөшөндә һәм эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр күҙәтелә. Улар сабыйҙың үҫеше, бала табыу процесын тәьмин итеү, күкрәк һөтө менән имеҙеү, әсә организмының тиҙерәк тергеҙелеүе өсөн кәрәк. Әсә булырға йыйынған ҡатын үҙенең сәләмәтлеге хаҡында ғына түгел, тыуасаҡ сабыйының һаулығын да хәстәрләргә тейеш. Ауыр нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе иртә асыҡлау өсөн пренаталь һәм неонаталь скринингтар үткәрелә, һөҙөмтәлә улар сабыйҙың тәүге көндәренән сирҙе диагностикаларға һәм иртә дауалай башларға ярҙам итә. Милләттең сәләмәтлеген билдәләүсе фактор – әсәнең репродуктив сәләмәтлеге һәм сәләмәт йөклөлөк, әсә һәм баланың һаулығы. Неонатолог иһә -