Республиканың эске эштәр бүлегендә мутлашыу тураһында 26 хәбәр теркәлгән. Мәҫәлән, Учалы районында 63 йәшлек ҡатынға уның билдәле банктарҙың береһендә бурысы булыуы тураһында хәбәр килгән. Ҡатын банк учреждениеһының ҡыҙыу линияһына шылтыратҡан. Күпмелер ваҡыттар ғариза яҙыусыға банк хеҙмәткәре килеп, кредитҡа ғаризаны мутлашыусылар биреүен асыҡлаған. Ауылда йәшәгән ҡатындың шәхси мәғлүмәттәре енәйтәселәрҙең ҡулына эләккәс, улар ҡатындың исеменә 550 мең һум күләмендә заем рәсмиләштергән. Икенсе осраҡ Салауат ҡалаһында теркәлгән. Унда 44 йәшлек иргә йәнәһе лә финанс хәүефһеҙлеге “хеҙмәткәренән” шылтыратыу килгән. Шылтыртатыусы ирҙең банк иҫәбендә шикле операциялар булыуын, уның исеменә кредит рәсмиләштерергә теләүҙәрен хәбәр иткән. Уғры иргә смартфонында “экранды демонстрациялау” функцияһын ебәрергә ҡушҡан. Һөҙөмтәлә аферист ситтән тороп зыян күреүсенең телефонына ингәс,уның банк ҡушымтаһында 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштергән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эш