В ответ на пост Кисә Рәсәйҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Социаль селтәрҙәрҙә педагогтарҙы нисек ҡотлағандары – Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ Сәләм тапшырыуына тура бәйләнеш эфирында. Уҡытыусылар көнө - һәр уҡытыусыға фиҙаҡәр хеҙмәте һәм балаларға ихлас һөйөүе өсөн рәхмәт әйтеү өсөн тағы бер сәбәп ул. Ошо хаҡта - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙмаһында: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_890187 Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға Башҡортостанда 690-шар мең һум аҡса түләнә. Быйыл 25 кеше ошондай грант алған. Тағы 44 кеше «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә 1-әр миллион һум аҡса алған. Үҙ яҙмаһында республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо хаҡта яҙып сыҡты: https://vk.com/agnazarov?w=wall555400080_1674 Уҡытыусыларҙы Башҡортостан район һәм ҡала башлыҡтары ла тәбрикләне. Ошо темаға ҡағылған яҙмаларҙың бер өлөшө: Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов: https://vk.com/wall151621297_5438 Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев: https://vk.com/wall519293940_109