Найти в Дзене
Дина Гаврилова

Завидный жених. Күрмәлекле кейәү

на русском языке читать "Завидный жених" здесь

Фиваның туйынан һуң аҙна ла үтмәне, көпә-көндөҙ Тимофеевтарҙың өйөнә ҡунаҡтар килеп инде. Иң алдан оҙон буйлы Виктор Петров төшкән, уның артынан ауылда яусы тигән даны сыҡҡан Тинка әбей юрғалай.

Виктор хужаларса ҡараш менән өйҙө байҡап сыҡты: ныҡлы таҙа стеналар, шыма иҙәнгә иғтибар итте.

Әлтүк Әнәткәстән килгән ҡунаҡтарҙы өҫтәл артына әйҙәне. Көршәк менән сөгөлдөр кеүәҫе сығарып ултыртты, арыш икмәге һалды. Күмәс ҡабарып ҡына тора, сөнки ҡамырға алабута ла ҡушалар. Рәхмәт төшкөрҙәре, балалар уны күп итеп йыйып киптергән. Хәҙер кеше алдына ҡуйырлыҡ ризыҡ бар.

Ағас һикегә йәтешләп ултырып алғас, яусы кеүәҫте кинәнеп эсеп ҡараны. Был ҡыҙғылт эсемлектең дуҫтарҙың да, дошмандың да телен аса торған сифаты бар.

– Виктор әйтә, туйҙа миңә Әлтүк бик оҡшаны бит әле, ти. – Тинка-яусы ҡеүәҫтән ҡыҙарып китеп, хужабикәне маҡтай башланы. – шундай һылыу, ти, шундай матур йырлай, бейей, ти, күҙен ала алмай ултырған!

– Мин кешеләрҙең күңел асҡанын тәҙрәнән күҙәтмәйем, – тине Әлтүк йылмайып. – Улар менән бергә йырлайым да, бейейем дә.

Тәжрибәле яусының осҡор күҙҙәренән өйҙәге тәртип ысҡынманы. Ул бер әйләнеп байҡағансы барыһын да күреп өлгөрҙө. Артҡы стенаға эленгән дарыу үләндәрен дә күрмәй ҡалманы әбей. Сағыу балаҫ менән ҡапланған ҙур һандыҡҡа ла иғтибар итте. Унда байлыҡ күптер күрәһең. Барыһы ла бында Әлтүк файҙаһына ине. Буласаҡ кәләш бар яҡтан да килгән: тегенсе лә, туҡыусы лы, эшсе лә.

Хужабикә ҡунаҡтар янына ултырмай, баҫып ҡына торҙо. Ҡулдары ҡалын толомдарының осон бөтәрләй, ҡарашы иҙәнгә төбәлгән. Уның һомғол кәүҙәһенә ситтән һоҡланып ҡараған Виктор күңеленән уны үҙенеке тип һанап ултыра ине инде. Һике мөйөшөнә матур селтәр аҫтына өйөлгән бейек мендәрҙәр өйөмө, бал эсеп ҡыҙа башлаған кейәүҙең ҡанын ҡыҙҙыра башланы, ул тирләп сыҡты.

– Ҡайһылай көслө балың, хужабикәкәй, – тине ул, маңлай тирен һөртөп. – Бал аҡыл өсөн түгел, биҙрәләп, әйҙә, һемер, – тип ҡыйыуланып китте егет кеше. – Әлтүк, мин тура һүҙле кеше. Әйләнеп-тулғанып йөрөргә яратмайым. Сыҡ миңә кейәүгә. Мин һине рәнйетмәм. Балаларыңды аяҡҡа баҫтырырбыҙ. Пантелей менән Поляны уҡытырбыҙ. Беләһең, мин буйҙаҡ ир. Ҡатыным менән һуғышҡа тиклем үк айырылышҡайныҡ, балаларыбыҙ булманы.

Шаршау менән ҡапланған мейес артында ултырған Еля барыһын да ишетте. Ун йәшлек ҡыҙыҡай шунда уҡ аңланы: был бабай уның әсәһен кәләш итеп алырға итә! Уның уйын ҡайғыһы китте. Шым ғына илай башланы. Ул бит һаман атаһын көтә!

Әлтүк ҡыҙының һыҡтауын ишетте. Мейес артына ымлап, ул шым ғына әйтте:

– Юҡ. Мин һиңә бармайым. Һинең балаң юҡ, ә минең дүрт балам бар.

– Ниңә юҡ? – тип аптыраны кейәү. – Һинең Микәйең һәләк булған бит. Һин уны мәңге көтөргә итәһеңме әллә?

– Ишетәһеңме, бала илай. Әле һин уға атай ҙа булмағанһың, ә ул илап та ултыра.

– Дүрт балаң була тороп, һин арҡырыланаһыңмы? Аҡылың юҡтыр һинең, бисә?

– Бәлки, һин миңә үҙеңдең аҡылыңдан өлөш сығарырһың, ә? Бар, юлыңда бул, кейәүкәй. Бушҡа ваҡыт уҙғармайыҡ.

Үҙ-үҙенә ышанысы ҙур булған Виктор хәлдең былай боролош алырын көтмәгәйне. Уны ҡапҡанан кире борорҙар тип уйламай ҙа ине ул. Кем бит әле? Күп балалы бисә! Виктор Петров бит ауылда күрмәлекле кейәү. Оло йорт, ҙур хужалыҡ егәрле ҡатын ҡулдары талап итә. Был тиҫкәре ҡатындың ыңғайын нисек табырға, тип Виктор төнө буйы уйланып сыҡты. Был бисәне күптән ауыҙлыҡларға уйы бар ине уның. Ире булмаһа ла, өйө гөлдәй, үҙе колхозда ла тырыш, балалары ла ҡараулы.

Иртәгәһенә үк йәш кейәү ҡабат ҡатындың ҡапҡаһы алдында тора ине. Ярҙамға әсәһен эйәрткән. Еля өйҙә ине. Яусылар түргә үтте. Рая инәй өйҙө ентекләп ҡарап сыҡты, тәртипте һәм бөхтәлекте билдәләне. Буласаҡ киленен дә ентекләп энә күҙәүенән үткәрҙе. Ҡара һин уны: дүрт бала әсәһе, ә күркәм генә – кейеме таҙа, башын ғорур тота, йөҙө яҡты, толомдары шундай ҡалын. Улына бәхет йылмайырға тора – һайлай белгән буласаҡ кәләшен.

Тәжрибәле ҡатын һүҙҙе йыраҡтан башланы:

– Әлтүк, һин күренекле, ихтирамлы ҡатын. Буш һүҙ һөйләмәйһең, хатта ирҙәр һине һанға һуға. Холҡоң да билдәле, баҙап ҡала торғандарҙан түгелһең. Тураһын ярып һала беләһең. Тас минең улым һымаҡһың инде. Уның элеккеһе мәүеш ине, үҙен дә ҡарай белмәне.

Әлтүк ҡунаҡтар алдында башын түбән эйеп һүҙ башланы:

– Матур һүҙҙәрең өсөн ҙур рәхмәт, Рая апай. Хөрмәтләнегеҙ, ләкин мин кейәүгә сыҡмам. Кейәүгә сығыу рәхәт эш, ләкин ир менән йәшәп ҡара!

– Нисек инде, сыҡмайһың? – Раяның күҙҙәре таҫырайҙы. – Бындай кейәүҙәр юлда аунап ятмай! Ҡара, ниндәй күркәм! – ул улына һөйөп баҡты. – Әле һуғыштан һуңғы ҡыйралыш заманы. Йортта ир ҡулы кәрәк. Хужалығың, малың бар. Балаларға ла тәрбиә талап ителә.

Балаларын иҫкә төшөрөү Әлтүккә күҫәк һымаҡ тәьҫир итте. Ул ҡапыл ҡыҙып китте:

– Һеҙ минең балаларымды ҡыҫтырмағыҙ! Сит тәрбиәселәрһеҙ ҙә нисектер тәрбиәләнербеҙ әле. Минең хәләлем һуғышта башын һалды, ә һин үҙеңдең быраулау вышкаңда ана ҡалай һимереп киткәнһең. Шып-шыма, йомшаҡ һәм йыуаш, ҡарағыҙ әле! Март бесәйеме ни! – Әлтүктең әсе теленән ауыл бисәләре генә түгел, ир-ат та шөрләңкерәй ине.

– Улың бар бит, уға ир тәрбиәһе кәрәк, – тип ҡараны кейәү кеше.

– Һин йәш һәм сәләмәт ир. Үҙ балаларың булыр әле. Шуларҙы тәрбиәләрһең. Ә мин үҙемдең балаларымды нисек тә ҡарармын.

– Ҡара, бисә, аҙаҡтан үкенергә тура килмәһен! Ауылда йәш кәләштәр күп ул. Ана, күрше Туньканы алайыҡ, ҡаны уйнап тора. Миңә һәр кем йәбешеп сығырға әҙер. Һыҙғыр ғына. Аҙаҡтан терһәгеңде тешләрҙәй булырһың да, һуң булыр.

– Бармайым һиңә, тинем бит! Нимәгә ваҡыт һуҙаһың? Бар, йәш кәләш эҙлә!

– Ҡыҙма, бисә! Уйла, үлсә! – Виктор һаман ризалыҡҡа өмөт итә буғай.

– Юҡ, булмай! – Әлтүк, “ошоноң менән тамам” тигәндәй, ҡәтғи әйтте быны. “Кәләш” тормошонан ҡәнәғәт, үҙе күренекле был “кейәү”ҙе өнәмәй башлағайны инде. Бәхетле инде: бронгә ышыҡланып, һуғышты буровой вышкала үткәргән, мендәрен ҡосаҡлап үҙенең йомшаҡ карауатыында ятып йоҡлаған, йылы аш ашаған. Ә уның Микәйе артиллерия снарядтары, бомбалар аҫтында боҙҙан ашамлыҡ ташыған, ә үҙе ас килеш бер шинелен ябынып ҡар өҫтөндә йоҡлап йөрөгән.

Яусылар уңа алмай ҡайтып киттеләр. Быға иң ҡыуанғаны Еля булды.

Перевод-Дамир Шарафутдинов

начало

продолжение

Книги ДИны Гавриловой можно скачать здесь

Бумажные книги можно заказать по почте kabelikivi@yandex.ru

ТЫ ЛУЧШЕ ВСЕХ (НАЧАЛО)

ВСЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ