Найти тему
Дина Гаврилова

1946 йыл. Фиваның туйы

на русском языке читать "Свадьба Фивы" здесь

Ауыл тормошо әкренләп яйланып, халыҡ һуғыштан һуң теремекләнә башланы. Йәштәрҙең үҙ тормошо: кисәге фронтовик егеттәр үҙҙәренә пар эҙләй. Парторг Василий Никанорович ҙур туй тураһында иғлан итте. Баш эйеп ике туған апаһына барҙы. Әлтүк бишле кәрәсин лампаһы яҡтыһында киндер сирата ине. Бейек, күркәм Василий өҫтәл артына ултырҙы ла, хөрмәтләп ерән башын эйҙе.

– Әлтүк апай, өйләнергә булдым мин.

– Кемде бәхетле итәһең инде?

– Слакбаштан уҡытыусы Фиваны алам.

Фива Антоновна ауылға педучилище тамамлап килгәйне. Ауыл ҡыҙҙарынан айырылып тора. Матур кейенә, ауылса түгел. Ситса күлдәктәре нескә билен ҡыҫып тора, аяҡтарында шнурлы туфлиҙар.

– Дөрөҫ һайлағанһың. Уңған һәм тыйнаҡ ҡыҙ.

– Тыңласы, апай, туйымда хужабикә бул. Әсәйем ҡартайған, көсөнән килмәҫ. Һинән дә яҡыныраҡ туғаным юҡ минең. Атайҙарыбыҙ бер туғандар бит.

– Нишләп ярҙам итмәҫкә ти. Мине хөрмәтләүең өсөн рәхмәт.

– Туйға аш-һыуҙы Миртазин үҙе әҙерләй. Ул бындай эшкә оҫта. Ә һин, Әлтүк апа, өҫтәлде табын ҡорорһоң. Ҡуныҡтарҙы ҡарарһың. Барыһы ла етһен. Слакбаш ҡунаҡтары алдында мәсхәрәгә ҡалмайыҡ, тим. Улар эре халыҡ тиҙәр. Фиваның ата-әсәһе “Кавал” колхозынан. Ул бай хужалыҡ, беҙҙәге һымаҡ түгел инде.

– Борсолма, туғаным, барыһын да еренә еткереп эшләрбеҙ.

– Бирһен хоҙай һиңә лә, апаҡай! – тип башын эйҙе Василий. – Эх, ағайҙар тере булһа!.. Ҡалай шатланырҙар ине улар минең бәхетемә!

– Эйе, ниндәй бөркөттәр инеләр! Һуғышта герой булып һәләк булдылар. Ауыр тупраҡтары еңел булһын!

Туйҙы тамаша ҡылырға тотош ауыл йыйылды. Аяҙ, йылы көн ине. Яңы яуған ҡар, тирә- яҡты аҡ бәрхәт менән ҡаплап, ауылды матурыраҡ иткәндәй.

Эргә-тирәлә даны сыҡҡан тамаданы матур санала елдертеп алып килделәр. Ул Ҡушйылға дауаханаһында фельдшер булып эшләй. Кәләшен алырға кейәү иң яҡшы арғымаҡтарҙы егеп китте. Төшөп ҡалғандарҙан түгел икәнен күреп торһондар!

Костаки Аурелия
Костаки Аурелия

Ауыл халҡы бындай туйҙы күптән күргәне юҡ ине. Иң алдан кейәү менән кәләш санаһы елә. Аттар, гүйә, осоп бара инде бына! Улар артынан теҙелешеп ете сана эйәргән. Һәр береһе матур итеп биҙәлгән: келәмдәр, дуғаларҙа таҫтамалдар, таҫмалар, ҡыңғырауҙар… Йырҙар яңғырай. Ауылда яңы тормош башланыуын иғлан итә һымаҡ был ауаздар. Саналар артынан бала-саға саба. Шау-гөр, ығы-зығы, күңелле!..

– Туй килә, туй! Ҡарағыҙ, күпме ылау!

Александр Чижонков
Александр Чижонков

– Тпру, малҡайҙар! Килеп еттек! – Күсер алғы пар атлы сананы кәйелтеп килтереп туҡтатты. Ҡыйғыр пар партог өйөнөң күтәрмәһенә етеп шып ҡатып ҡалды. Матур милли сыуаш кейемдәрендәге ҡунаҡтар ҡысҡырышып йырлашыуҙан туҡтамайынса саналарҙан ҡойолдо. Ҡатындарҙың баштарында күркәм хушпулар, ҡыҙҙар матур тухъялар кейгән. Йәштәрҙе кейәүҙең әсәһе Екатерина Карповна икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Ул хатта шатлыҡ һәм ҡайғы ҡатыш йәштәре менән илап та алды. Сыуашса көрән күлдәк кейгән Әлтүк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, өҫтәл артына ултырта торҙо. Ул үҙен ғорур тота, әйтерһең дә иң юғары вазифалы ҡунаҡтарҙы көн һайын ҡаршылап, ҡунаҡ итеп торған, ә ат һарайында ғүмер кисермәгән. Ул ҡунаҡтарға күбекләнеп торған һыра ҡойоп бирә.

– Ух, ниндәй шәп һыра, уйнап тора! – тип һоҡланды Әнәткәстән Виктор Петров. – Ә һин, Әлтүк, ысын ханбикә һымаҡ.

– Һаулыҡҡа эс, күрше!

Һуғыш бөтөүгә йыл үтһә лә, колхозсы өҫтәлендә көтөлгән етеш тормоштоң эҙе лә күренмәй ине әле. Өҫтәлдә сөгөлдөр, кишер, картуф менән бәлештәр теҙелгән.

Бумажные книги можно заказать по почте России. Отправляйте заказ на электронный адрес kabelikivi@yandex.ru

Тыштан тәҙрәләрҙе балалар һырыған. Еля үҙенең айырым хоҡуғын тойоп, ишек аша эскә үтте. Ул шаршау артына боҫоп, туй шауын тыңланы, ҡунаҡтарҙың хәбәренә ҡолаҡ һалды. Кейәүе Смоленск ҡалаһы янында танкта янып үлгән Луиза йәш парҙан көнләшеүен йәшермәй:

– Бәхетлеләр бар бит ул! Хәҙер уҡытыусыларға иғтибар ҙур.

Өҫтәл артында ла шым ғына һөйләшәләр:

– Уларға закон буйынса эш хаҡы ла түләнә, аҙыҡ-түлек паегы да бирелә.

– Хатта кукуруз оно ла.

– Утынды өйҙәренә килтереп бушаталар. Байҙар һымаҡ. Ҡарауылсы бысырға ярҙам итә.

– Ә беҙгә хеҙмәт көнө – таяҡтарҙан башҡа бер нәмә юҡ.

– Ҡарале, Матрена, – тип һаңғырауыраҡ күршеһенә ҡысҡырып уҡ әйтә Авдотья. – Йәштәр нисек кейенгән: кәләш бит мәрйә һымаҡ, аҡ күлдәк кейгән!

– Кейәү ҙә гимнастеркала. Йоланы боҙалар!

– Ул бит парторг! – тип яҡлашты Әлтүк, үҙе башындағы матур ҡытай яулығын төҙәтеп ҡуйҙы. – Уларға иҫке йолаларға йәбешеп ятырға ярамай. Бәхетле генә булһындар!

– Эйе-эйе, бәхетле булһындар! – тип килештеләр әбейҙәр берҙәм рәүештә, йәштәргә берсә һоҡланып, берсә көнләшеп ҡарап. Еля ла уларҙы һоҡланып күҙәтте. Оҙон буйлы, матур Фива ҡупшы кейенергә ярата. Туй күлдәген һуңғы мода буйынса уға ҡалала теккәндәр. Кейәү офицер кейемендә. Артыҡ аҡса юҡ ине, шуға хәрби кейемдән сыҡмаған Василийға үҙ кейеме ярап ҡалды. Еля әсәһе өсөн ғорурланып бөтә алманы: бөгөн ул бөтәһенән дә күркәмерәк, һылыуыраҡ, йәнлерәк, алсағыраҡ.

Туй ҡыҙа ғына бара. Бына гармунсы түргә сығып ултырҙы ла, бейеү көйөн башланы. Эргәһенә шапарсы сығып баҫты. Ул шарға оҡшап торған инструментына өрөп, гармунсыға ҡушылып китте.

Сағыу зәңгәр күлдәк кейгән, сыбар матур алъяпҡыс таҡҡан Мария гармунсы алдына килеп баҫты. Бейек ҡара ботинкаларында еңел тыпырҙап, ул бер әйләнеп сыҡты. Боронғо хушпуһындағы көмөш тәңкәләр күңелле сылтыраштылар. Бик дәртләнеп, бөтә ҡайғы-хәсрәттәрен иҙәнгә һалып тапарға теләгәндәй бейене ҡатын. Уның Киругы һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Унан бәхетлерәк булып сыҡҡан Валя үҙенең ире эргәһендә аҡҡоштай өйрөлә. Марияның йәшле күҙҙәрендә әсе яҙмышына үкенеү ҙә, асыу ҙа бар ине.

Күптән бындай туйҙың булғаны юҡ ине ауылда.

Бына уртаға тамада атылып сыҡты. Аҡ күлдәктән, биле ҡыҙыл билбау менән быуылған. Ул ҡыҙҙар һымаҡ үҙен һыйпап сыҡты, аҙаҡ аяҡтарын ғәләмәт итеп ҡыбырлатып, төрлөсә ҡыланып алды, халыҡты көлдөрҙө, ҡул саба-саба таҡмаҡтар башланы:

Слакбаштың ҡыҙҙарының

Осалары тирмәләй.

Күкрәктәре шар-алмалай,

Билдәре бүрәнәләй!

Ҡунаҡтар тәгәрәшеп көлдөләр. Табын йәнләнеп китте. Күптәр бейергә төштө. Унан туй тантанаһы икенсе өйгә күсте. Василиҙың бөтә туғандары ла туйҙы ҡаршылап, ҡунаҡ һыйланы. Был байрам ике көн дауам итте.

Фива Антоновнаның бирнәһе мул ине. Һуғыштан һуң кибет кәштәләре буш, аҡса ла юҡ саҡ. Әммә ул матур шаршауҙар тапҡан, ағаһы ла, Берлинғаса етеп, төрлө сепрәк-сапраҡ алып ҡайтҡайны. Йәштәрҙең “аҡ келәтен” хәҙер Берлин тауистары биҙәп торҙо.

начало

Перевод-Дамир Шарафутдинов

ТЫ ЛУЧШЕ ВСЕХ (НАЧАЛО)

ВСЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ