Найти тему
Дина Гаврилова

1945 йыл. Фронтовик бүләге

Перевод-Дамир Шарафутдинов

читать на русском здесь

начало

Семен Филипповты герой һымаҡ ҡаршы алдылар. Фронтовик өйөнә килеп еткәнсе уны күмәк кеше оҙатып барҙы. Һәр өйҙән йүгереп сыҡҡан бисәләр уны ҡосаҡлап ҡалырға тырышты. Алдан малайҙар йүгереп, һөрән һалды:” Һонтор Степандың улы һуғыштан ҡайтты!”

Һуғыштан ҡайтҡан һәр һалдат хөрмәтенә ауыл тултырып мәжлес ойошторола. Һәр ғаиләлә яңы өмөттәр уята ул – үҙҙәренең яҡыны ла ҡайтып киләлер шулай!.. Ауылдаштары Филипповтарҙың өйөнә ашыҡты: уларҙың яҡындарын күрмәгәнме? Әлтүк тә, был изге хәбәрҙе ишеткәс, арыуыраҡ кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп алды ла, урам аша күршеләренә ашыҡты. Бәлки, Семен уның ире Микәй тураһында берәй нәмә ишеткәндер? Еля ла әсәһенә тағылды. Уның сит бәхетте күреп булһа ла ҡалғыһы килә ине, бәлки, геройға ҡағылып булыр…

яндекс картинки
яндекс картинки

Өй эсендә әйләнеп сыҡҡыһыҙ ине. Өҫтәл артында фронтовикты уратып күршеләре, туғандары ултыра. Степан ҡарттан көнләшәләр: икенсе улы һуғыштан иҫән ҡайта бит. Ана, кесеһе, кесе сержант, ҡатынын ҡосаҡлап ултыра. Ошо атай кеше өсөн бәхет түгелме ни? Ләкин ҡарттың йөрәге һаман әрней әле: Кирука улынан хәбәр ҙә, хәтер ҙә юҡ. “Похоронка” ла юҡ, хаты ла килмәй. Өлкән улы Владимирҙы көтмәйҙәр инде – бер йыл элек ҡара ҡағыҙ алдылар.

Эре кәүҙәле Семен, күкрәгендәге Ҡыҙыл йондоҙ орденын һәм бихисап миҙалдарын ялтыратып, ингән бер ауылдашын киң ҡолас менән ҡаршы алып тора.

– Молодец! Берлингәсә барып еткән! – Колхоз рәйесе Терентий Иванович фронтовиктың яурынынан ҡосаҡлап ярата. – Бына герой! Орденлы!

– Ҡиммәткә төштө был орден миңә, – тип уйсанланды герой. – Одер операцияһы өсөн бирҙеләр. Ике дошман пулеметчигын үлтерҙем һәм “фаустник”тарын…

– Семен ҡайтҡан! Теп-тере! – Ишектән Мария – уның ағаһы Кируктың ҡатыны атылып керҙе. – Валя, һин ҡайһылай ҙа бәхетле! – ҡатын геройҙың муйынына аҫылынды. – Ух, туя алмаҫһығыҙ инде һөйөшөп! Бөтә айырым йылдар өсөн!

– Минең Володям ҡайтмаҫ инде бүтәнсә, – тағы бер килен, Санюк, алъяпҡыс менән күҙ йәштәрен һөрттө, – “Похоронка”һы килде…

– Һуғышта төрлө хәлдәр була. Бәлки, ҡағыҙҙарҙы бутағандарҙыр, – тип ағаһының ҡатынын йыуатырға тырышты Семен.

– Ә беҙҙекен осратманыңмы, яңылыштан? – Раиса Зубкова унан һаҡ ҡына, ипләп кенә белешә.

– Бәлки, минең Георгийым осрағандыр? – Ерән Арина ла ниндәйҙер өмөт менән ҡарай яугирға. – Ул бит машинала йөрөй, бөтә ергә лә өлгөрәлер…

– Юҡ шул, еңгәләр, күрмәнем.

Әлтүктең ҡиәмәтлек әсәһе, Екатерина Карповна ҡарсыҡ та килеп еткән. Ул һалдатҡа әсәләрсә һырыҡты. Аҙаҡтан ситкә барып баҫты ла, күҙҙәрен һөрткөләп шым ғына торҙо. Уның һандығында өс ҡара ҡағыҙ ята инде. Өс улы Курск дуғаһында юҡҡа сыҡтылар. Дүртенсеһен, Василийҙы көтөп, станция яғынан ҡайтҡан юлдан талған күҙҙәрен алмай әбей. Уның дүрт малайы ла, һуғыш башланғас та, фашистарҙы туҡмарға китергә үҙ теләктәре менән ашҡынды. Ләкин өлгөр ауыл активистары тейешле органдарҙы иҫкәртергә өлгөрҙө – элекке байҙарға, ағалы-ҡустылы Даниловтаға ышанырға ярамай! “Өҫтә” сигналды ишеттеләр һәм тейешле һығымтаға килделәр: туғаандарҙы фронтҡа айырым-айырым оҙаттылар.

Семен сумаҙанын асып, бөтә халыҡ алдында ҡатынына күҙ яуын алып торған күлдәклек тауар бүләк итте. Үҫеп килгән ҡыҙҙарына әҙер күлдәктәр тотторҙо. Аҡһыл йөҙлө Валя шатлығын тыя алмай, төрлө яҡлап һоҡландырғыс ауаздар яуа. Бәхетле ҡараштарҙан өйҙә яҡтыраҡ булып киткәндәй.

“Феня менән Маня ниндәй бәхетлеләр!” – тип әхирәттәре өсөн ҡыуана Еля. Ул Семен ағаһына иҫе китеп ҡарап, үҙенең атаһын нисек ҡайтып төшөүен күҙ алдына килтерә. Шулай уҡ бөтә ауыл йыйылыр, атаһын ҡосаҡлап шатланышырҙар, илаш та булыр. Уның атаһы шулай итеп сумаҙандан бүләктәр сығарыр! Таня менән Еляға, әлбиттә, матур күлдәктәр эләгер. Ана, әхирәттәренеке һымаҡ. Ә әсәһе, ағаһы, апалары нисек ҡыуанырҙар! Бөтәһенә лә би-ик яҡшы буласаҡ!

Күрше ҡыҙыҡайының сит бүләктәргә нисек ҡыуанып торғанын Семен күрә ине. Үҙе алғанмы ни! Ул үҙҙәренә алыҫыраҡ туған тейеш Микәйҙең ҡыҙын таныны.

– Микәйҙән хәбәр бармы?

– Юҡ, йылдан ашыу инде юҡ. Һуңғы хатын 44-се йылдың февралендә Ленинградтан алдыҡ. Бәлки, күргән-ишеткәнһеңдер?

– Юҡ, Әлтүк, мин икенсе фронтта һуғыштым.

Дүрт йыл эсендә Семен шул тиклем дуҫ-иптәштәрен юғалтты. Шуға ла ул белеп тора ине: Әлтүк ирен көтөп ала алмаҫ, ә был бәләкәй ҡыҙыҡай – атаһын. Был ауыр минуттарҙа ул ирен көтөп ала алмаясаҡ ҡатынды нисек тә тынысландырырға теләне.

– Шунан, ҡыҙым, мәктәпкә йөрөйһөңмө?

– Сентябрҙә беренсе класҡа барам.

– Минең һиңә лә бүләгем бар, – тип ҡыҙға шаян итеп ҡаш һикертте фронтовик ағай. Сумаҙандан урап төрөлгән ҡағыҙ сығарҙы. Феня менән Маня шунда уҡ йүгереп килделәр: аталары әхирәттәренә нимә бүләк итер икән? Семен ҡағыҙҙы тағатып ебәрҙе – өҫтәл ҙурлыҡ ап-аҡ беше ҡағыҙ ине ул!

– Был һиңә мәктәпкә бүләк, һылыуҡай! Ә шунан дәфтәрҙе үҙең тегеп алырһың. Ҡулыңдан килерме?

– Рәхмәт, булдырырмын.

Шатлығынан ҡанатланған ҡыҙыҡай шунда уҡ өйөнә йүгерҙе. Уға әле береһе лә бүләк биргәне юҡ! Бәхетле ул! Уға ып-ысын, ап-аҡ ҡағыҙ бирҙеләр. Берлиндың үҙенән. Ғәжәйеп дәфтәре буласаҡ Еляның. Өйҙә ҡыҙыҡай ҡәҙерле бүләк-ҡағыҙҙы һикегә йәйеп һалды. Бармағы менән шыма ҡағыҙ буйлап йөрөттө, еҫкәп ҡараны. Полинканың бер дәфтәрен, ҡәләмен сығарҙы һәм үҙенә дәфтәр эшләй башланы. Ватман битен дәфтәргә үлсәп һыҙғылаған саҡта ул атаһының нисек ҡайтып инерен, уның уҡый-яҙа белеүенә нисек аптырарын күҙ алдына килтерҙе. Күтәреп алыр, түбә таҡтаға еткәнсе сөйөр, тапҡырлығы өсөн маҡтап алыр. Атайым ҡайтыр ул, әсәйем яңылыша! Беҙ ҙә бәхетле буласаҡбыҙ! Атайыбыҙ һуғыштан герой булып ҡайтасаҡ!

Буласаҡ уҡыусы бала конторанан ҡара алып ҡуйғайны. Иҫәпсе балаларға шешәнән ҡойоп бирә ул. Аҙаҡ Еля үҙе ҡара эшләргә өйрәнде. Күмер менән шәкәрҙе ҡушып бутап, боронғо алхимиктар һымаҡ, яҙғыс яһай. Тик бындай буяу әҙерәк торғас юйыла ла ҡуя. Атаһының хаттарындағы яҙмалар ҙа ана шулай яйлап юйыла бара.