Ныҡлы тамырлы зат-нәҫел яҡты киләсәкле, ти халҡыбыҙ. Ошо йәһәттән республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең алдағыһы, ысынлап та, өмөтлө, ышаныслы, сөнки беҙҙең «Тамыр»ыбыҙ бар! Утыҙ йыл элек булдырылған балалар телерадиостудияһы алға барған һайын ҡеүәтләнеп, майҙан киңәйтеп, хәҙер бер нисә йыл инде айырым канал булараҡ төбәгебеҙ халҡын төрлө сағыу, йөкмәткеле, файҙалы тапшырыуҙары, ҙур проекттары менән һөйөндөрә, шул уҡ ваҡытта үҫеп килгән быуынға ҡанат ҡуйып, юғары үрҙәргә күтәрә. Республикабыҙҙағы бар быуын вәкилдәрен берләштергән, күңелдәргә көн дә байрам бүләк иткән ҡәҙерле «Тамыр»ыбыҙ, балалар студияһын көслө күскә әйләндергән хөрмәтле һөнәр оҫталары! Утыҙ йыллыҡ байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, һеҙгә артабан да ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ижади дәрт-дарман, яҡты юл теләйбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүегеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге оло хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, «Тамыр» ҙар! --------------------------------------------------— «Тамыр» как детская тел