Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алыр төрлө төҫтәге петуниялар иртә сәскә атһын өсөн уңған баҡсасылар уны февралдә үк ултырта. Был сәскәне үҫтереүҙең төрлө ысулдары бар. Кемдер уны тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып сәсһә, икенселәре ваҡ орлоҡтарын бөртөкләп ултырта. Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. Петунияның орлоғо ваҡ, уны тупраҡ өҫтөнә генә һибәләр, һыуҙы пульверизаторҙан бөркәләр. Иң яҡшыһы – тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто һалып сығыу. Һуңынан пакет йәки быяла менән ҡаплап, йылы, яҡты урынға ҡуйырға кәрәк. Орлоҡтар тигеҙ шытып сыҡһын өсөн +23-26 градус йылылыҡ кәрәк. Петуния майҙа сәскә ата башлаһын өсөн уны февраль башында сәсәләр. Үҫентегә 12-14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк, өҫтәмә яҡтыртмайса үҫтереп булмай. Ике аҙна һайын төрлө ашламалар менән туҡландырып тороу талап ителә. Ике-өс япрағы күренгәс, айырым һауыттарға күсереп ултыртыла. Тупраҡ һатып алғанда һәр саҡ уның һаҡланыу ваҡытын тикшерегеҙ. Мөмкинлек булһа, күгәргәнме-юҡмы икәнлеген дә ҡарағыҙ.
Ҡатнашманың әселеген,"pH"ын тикшереп ҡарағыҙ. У