Ҡыҙыма...
Ҡояш тәҙрәгә төшә, ә мин һиңә ҡарап һоҡланып бөтә алмай ултырҙым...
Мин һине ныҡ көттөм, ҡыҙым... Һине тәү күргәс бәхеттең иң көслөһөн татыным...
Бәләкәй ҡулыңды тотоп, йомшаҡ биттәреңдән үптем...
Ҡыҙым, алтыным, иң татлы емешем, мөхәббәт емешем, тәүге күреүҙән яраттым, матурлығыңа һоҡландым һәм ҡолағыңа "Бәхетле бул, балам''тип шыбырланым... ❤❤❤