Тибет монахтарының был күнекмәләре ни бары биш минут ваҡытты ала, ә һөҙөмтәһе иҫ киткес - эндокрин биҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡшырта, көнө буйына етерлек көс-дәрт бирә, даими эшләгәндә, күп ауырыуҙарҙан арындыра ала. Ғәҙәттә, уны иртәнге сәғәт алтыға тиклем яһарға кәңәш итәләр. Гимнастиканы ҡаты урынға ятҡан килеш һәр береһен 30-ар тапҡыр эшләргә кәрәк. 1. Устарҙы ҡыҙҙырғансы бер-береһенә ышҡыйбыҙ. Әгәр ус ҡоро һәм эҫе булып китһә, организмдағы энергетика яҡшы, ус йылы икән - биополе әҙерәк түбәнәйгән, ә еүешләнһә һәм йылынмаһа - организмда насар яҡҡа тайпылыштар бар тигән һүҙ. 2. Эҫе устарҙы күҙҙәргә һалып баҫҡылайбыҙ. 30 тапҡыр шулай эшләгәс, тағы 30 секунд баҫып торабыҙ. Ошо күнегеүҙе гел эшләгән хәлдә, күреү һәләтенең яҡшырыуын билдәләйҙәр. 3. Йылы устар менән ҡолаҡтарға ла шулай уҡ баҫҡылайбыҙ. Бер секундта - бер хәрәкәт. Тимәк, 30 тапҡыр. Ишетеү һәләте лә ошо күнегеүҙәрҙән һуң бермә-бер яҡшыра. 4. Битте тарттырыу. Бының өсөн баш бармаҡтарҙы эйәк аҫтына ҡуйып ҡолаҡҡа тиклем һыпырабы