Найти тему
Башҡортостан гәзите

Арыуҙы бөтөрөү өсөн - алманан төнәтмә

Составында алма булған төнәтмә дөйөм организмға ыңғай тәьҫир итә, шешенеүҙе кәметә, ә имбир аш һеңдереү һәм ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышлыҡ итә.

Эсемлек былай әҙерләнә: уртаса өс йәшел алманы ваҡ итеп турап, өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта биш минут ҡайнатып алырға. Ябылған килеш 30 минут тотҡас, уға үҙегеҙ теләгәнсә самалап бал һәм бер семтем имбир онтағы ҡушырға. Төнәтмәне йылы көйө эсергә кәрәк.
Был - арыуҙы бөтөрөүсе һәм йоҡоно асыусы эсемлек - дөйөм һаулыҡты ла нығыта.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.

Фото: 1zoom.ru

Автор: Аклима Гизатуллина