Бала сағын бер ҙә генә иҫләргә яратмай Гөлфиә. Ни өсөн тигәндә, дүрт йәше тулыр тулмаҫтан, әсәһе уны өләсәһе ҡарамағына ҡалдырып, өс бала менән тол ҡалған иргә кейәүгә сығып китте. Өләсәһе иһә "йәшел йылан" менән дуҫ ине, шунлыҡтан өҫтәлдә йүнле ризыҡ, кейергә рәтле кейеме лә булманы Гөлфиәнең. Ҡупшы ҡурсаҡ кеүек тиҫтер ҡыҙҙарынан айырмалы, бысрағына ҡатып, башы бетләп урам ҡыҙырғанын иҫләп, әле лә күҙҙәренә йәштәр төйөлә. Уның ҡарауы, әсәһе барған иренең балаларына яҡшы әсәй булып йәшәне лә китте, тағы ике малай тыуҙырҙы. Ул-ҡыҙҙарын муллыҡта үҫтереп, барыһын да юғары уҡыу йорттарында уҡыттылар. Гөлфиәгә генә был ғаиләлә урын табылманы. Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу теләге ҙур булһа ла, мөмкинлек юҡ ине шул. Эсеүенән арына алмай, өләсәһе лә баҡыйлыҡҡа күскәйне. Гөлфиәгә үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килде. Күрше ауылдағы колхоз фермаһына һауынсы булып урынлашты. Шундағы егеткә кейәүгә сыҡты. Ире бик дыуамал, әммә эшкә шәп. Яҙмышым ошолор, тип барыһына ла күнде ҡатын. Арыу йәшәйҙәр,