Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тауыҡты нисек дөрөҫ бешерергә?

Бала саҡта әсәйҙәребеҙ һалҡын тейҙереп ауырып китһәк, йәһәт кенә тауыҡ һурпаһы әҙерләп эсерергә тырыша торғайны. “Һурпаны эсһәң, хәҙер шәбәйерһең”, - тинеләр. Инде өлкәнәйгәс тә тауыҡ һурпаһын тәмләгәндә уның йылылыҡ, көс, еңеллек биреүен һиҙгәндәй булаһың. Был ысынлап та шулаймы, әллә бары ыңғай тойғолар ғынамы?

Диетологтар әйтеүенсә, тауыҡ һурпаһы тын алыу юлдарын таҙарта. Ундағы цистеин аминокислотаһы үпкәләге һәм тын юлдарындағы лайланы шыйығайтып сығарып, һалҡын тейеүҙе дауалай. Еүеш лайланан ни тиклем тиҙерәк ҡотолһаң, һыуыҡ тейеүҙе тыуҙырған вирус менән организм яҡшырасаҡ көрәшәсәк. Белгестәр тауыҡты талғын утта бешерергә, өҫкө сыҡҡан күбекте (эрегән аҡһым) алмаҫҡа кәңәш итә. Борсолмағыҙ, ул бары файҙаға ғына, тиҙәр.

Танау ҡыуышлығында вирустар оялағас, организм цитокиндар бүлеп сығара. Был аҡһым организмдың тышҡы ҡуҙғытҡыстарға иммун яуабын көйләй, йәғни ярҙам һорап “яу ҡуптара”. Уларҙың хәүефле хәлен һиҙеп, ҡан тамырҙары киңәйә һәм ҡурҡыныс аҫтындағы өлкәгә ҡан ағымын арттыра. Организм “ҡыҙыу нөктә”гә күберәк иммун системаһын төп һаҡлаусы – аҡ ҡан тәнсәләрен ебәрә. Ҡан ағымы вирусҡа ҡаршы көрәшен көсәйтә. Тауыҡ һурпаһы ялҡынһыныуҙы баҫырға ярҙам итә. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, был осраҡта хатта концентрацияланған һурпа ла файҙалы. Тауыҡ итендә һалҡын тейеүҙе барлыҡҡа килтергән реакцияларҙы баҫыусы карнозин тигән химик матдә бар. Ә ул – көслө антиоксидант. Өҫтәүенә тире торошон яҡшырта, тиҙ ҡартайыуҙан һаҡлай, мускулдарҙы нығыта, организмдың сыҙамлығын арттыра. Карнозинға бай сығанаҡтар: йомортҡа, һөт аҙыҡтары, сырҙар.

Һурпаға кишер, сельдерей, һарымһаҡ, имбир өҫтәргә мөмкин, тик улар аштың тәмен алмаһын. Кишерҙәге А витамины бигерәк тә файҙалы, термик эшкәртеү барышында ла үҙенсәлектәре тотороҡло һаҡлана, лейкоциттарҙы нығыта һәм сирҙәргә ҡаршы торорға ярҙам итә, тип иҫәпләй белгестәр.

Фото: Gastronom.ru

Автор:Дина Арсланова