Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәр кемгә кәрәкле 12 ҡағиҙә

Был күнегеүҙәрҙе махсус ваҡыт бүлмәйенсә лә - эш урынындамы, өйҙәге мәшәҡәттәр араһындамы - башҡарырға була, шуныһы менән дә еңел ул. 1. Лифтта түгел, баҫҡыстан атлап төшөү яҡшыраҡ. Йөрәк мускулына бик яҡшы күнекмә ул. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, артҡа ҡарай әйләнеп төшөп ҡарағыҙ (әлбиттә, бик һаҡлыҡ менән). Был саҡта янбаш һәм бил тирәһендәге хәрәкәт етешмәгән мускулдарға ла көс төшә. 2. Тештәр араһына ҡәләм ҡыҫтырып, һауала алфавиттың бөтә хәрефтәрен яҙыу. Хәрәкәт етешмәгән, күберәк компьютерҙа эшләп ҡатҡан хәҙерге заман кешеһенең умыртҡа һөйәгенең елкә өлөшөн яҙыу өсөн бик яҡшы күнегеү был. 3. Ауыҙҙы диңгеҙ тоҙо иретелгән һыу менән сайҡатыу. Иртән һәм кис ошолай итеү күп сирҙәрҙән арындырыр. Был ғәҙәт - кариес, ангина, ауыҙ ҡыуышлығындағы сабыртмаларҙан һаҡланыу өсөн көслө иҫкәртеү сараһы. 4. Оҙаҡ ваҡыт тын алмай тороу. Тәрән итеп һауа һулағас, уны мөмкин тиклем сығармай тороуҙы ғәҙәт итеү - был алым үпкәне нығыта. 5. Бешмәгән кишер, шалҡан, кәбеҫтә ашау эс ҡатыуҙың нимә икәнлеген дә

Был күнегеүҙәрҙе махсус ваҡыт бүлмәйенсә лә - эш урынындамы, өйҙәге мәшәҡәттәр араһындамы - башҡарырға була, шуныһы менән дә еңел ул.

1. Лифтта түгел, баҫҡыстан атлап төшөү яҡшыраҡ. Йөрәк мускулына бик яҡшы күнекмә ул. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, артҡа ҡарай әйләнеп төшөп ҡарағыҙ (әлбиттә, бик һаҡлыҡ менән). Был саҡта янбаш һәм бил тирәһендәге хәрәкәт етешмәгән мускулдарға ла көс төшә.

2. Тештәр араһына ҡәләм ҡыҫтырып, һауала алфавиттың бөтә хәрефтәрен яҙыу. Хәрәкәт етешмәгән, күберәк компьютерҙа эшләп ҡатҡан хәҙерге заман кешеһенең умыртҡа һөйәгенең елкә өлөшөн яҙыу өсөн бик яҡшы күнегеү был.

3. Ауыҙҙы диңгеҙ тоҙо иретелгән һыу менән сайҡатыу. Иртән һәм кис ошолай итеү күп сирҙәрҙән арындырыр. Был ғәҙәт - кариес, ангина, ауыҙ ҡыуышлығындағы сабыртмаларҙан һаҡланыу өсөн көслө иҫкәртеү сараһы.

4. Оҙаҡ ваҡыт тын алмай тороу. Тәрән итеп һауа һулағас, уны мөмкин тиклем сығармай тороуҙы ғәҙәт итеү - был алым үпкәне нығыта.

5. Бешмәгән кишер, шалҡан, кәбеҫтә ашау эс ҡатыуҙың нимә икәнлеген дә онотторор. Ундай проблема юҡ икән, тимәк, ашҡаҙан-эсәк юлында ла бөтәһе лә яҡшы буласаҡ тигән һүҙ.

6. Бесәй кеүек дүрт һанға таянып, арҡаны мөмкин тиклем киреп, өҫкә-аҫҡа, уңға-һулға ҡабаланмай ғына тулҡынлы хәрәкәттәр яһау. Был - билдең, бөтә умыртҡа һөйәгенең һығылмалылығын юғалтмау, ҡатыуҙан арыныу өсөн һөҙөмтәле күнекмә.

7. Йоҡлар алдынан тубыҡҡа тиклем аяҡты һыуыҡ һыуҙа тотоу. Процедураға бер минут ваҡыт та етә. Был сара, берҙән, тиҙерәк йоҡлап китергә ярҙам итә, икенсенән, аяҡтағы ҡан тамырҙарына файҙалы, өсөнсөнән, сыныҡтыра.

8. Күп ултырырға тура килгәндә, йыш-йыш кирелеп алырға онотмау. Бер минут тирәһе һәр мускулды хәрәкәткә килтерерлек итеп башҡарырға кәрәк был эште.

9. Тағы бер һөҙөмтәле күнегеү. Стенаға ике яурынды тигеҙеп терәлеп, турайып тороғоҙ. Ошо торошта ситкәрәк баҫығыҙ һәм, башығыҙға уртаса ауырлыҡтағы китап һалып, бер нисә тапҡыр сүкәйеп, кире ҡалҡынығыҙ.

10. Көндөҙ ҙә бер нисә минут күҙҙәрҙе йомоп, ял итеп алыу. Был мейе өсөн һәйбәт.

11. Йыш-йыш ҡолаҡтарҙы ышҡыу. Көнсығыш медицинаһы буйынса, ҡолаҡтарҙа эске ағзалар - йөрәк, бауыр, ашҡаҙан-эсәк һ.б. менән бәйле нөктәләр бар. Ҡолаҡты ыуыуҙың һөҙөмтәһе: ағзаларҙағы ауыртыу баҫыла, тыныслана, кәрәк икән, әүҙемләшә.

12. Активлаштырылған ҡара күмер эсеү. Ул - яҡшы абсорбент, ашҡаҙандан ағыулаусы матдәләрҙе ҡыуҙыра, ауыр металдарҙың тоҙон үҙенә һеңдерә, ҡорттар бүлеп сығарған ағыуҙан да арындыра. Тик һаҡ булырға кәрәк, уны йыш ҡабатлау кәрәкмәй, сөнки күмерҙең файҙалы матдәләрҙе лә сығара башлауы бар.

Фото: linguacontact.ru

Автор:Аклима Гизатуллина