Бер литр һөттө ҡайнау хәленә еткерәбеҙ ҙә, самалап тоҙ һәм шәкәр өҫтәп, бер стакан йыуылған йомро дөгө ярмаһын һалабыҙ. Ике-өс минут болғата-болғата бешергәс, уттан алабыҙ һәм һауыты менән йылы әйбергә төрөп ултыртабыҙ. Утыҙ минуттан бутҡа әҙер. 2. Ҡарабойҙайҙан.
Төнгөлөккә бер өлөш ярманы ебетеп һалып, иртәнсәк таҙартып йыуып, һыу өҫтәп утҡа ҡуябыҙ ҙа ҡайнау хәленә еткерәбеҙ - бутҡа әҙер. Әгәр ебетеп тормайынса эшләйем тиһәң, һыуға һалынған ҡарабойҙайҙы ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алабыҙ һәм 15 минутҡа төрөп ултыртып торабыҙ. 3. Һоло бутҡаһы.
Уны кис әҙерләп ҡуйып, иртәнсәккә тиклем ултыртып тороу һәйбәтерәк. Бер литр һөткә һигеҙ аш ҡалағы һоло йәлпәктәре һалып, ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алабыҙ. Урап ултыртабыҙ. Иртәнсәк йылытып ашайбыҙ. 4. Манный бутҡаһы.
Был ярманы дүрт аш ҡалағы алабыҙ ҙа, өҫтөнә бер литр һөт ҡойоп, болғата-болғата бешерәбеҙ. Шулай итһәң, төйөрһөҙ килеп сыға. Ҡайнап сыҡҡас, ике минуттан һуң уттан алып, һауыттың ҡапҡасын ябып, 20 минут ултыртып торабыҙ. 5. Кук