Организмды өй шарттарында таҙартыу саралары етерлек. Ошо йәһәттән бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. 1. Дөгө ярмаһы ярҙамында. Был сара ябай һәм еңел, ә һөҙөмтәһе ҙур. Өс ҡалаҡ дөгөгә бер литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Иртән иҫке һыуҙы түгеп, яңыны ҡоябыҙ һәм биш минут ҡайнатып алабыҙ. Шунан һыуҙы түгеп, дөгөнө йыуырға ла, тағы һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатырға. Шулай йәнә ике тапҡыр ҡабатларға. Дүртенсегә дөгөнө бешергәс, уны йылы килеш ашарға кәрәк. Аҙағынан өс сәғәт дауамында башҡа аҙыҡ, эсемлек ҡабул итмәҫкә. Үтә күренмәле булып ҡалған дөгө был осраҡта бик шәп дауалау сараһына әйләнә - организмдағы тоҙҙарҙы күпләп тышҡа сығара. Артабан иһә ғәҙәттәгесә туҡланабыҙ. Рационға шулай уҡ кипкән емештәр индереү яҡшы. Уларҙы ошолай әҙерләп ҡулланырға була: күрәгә, йөҙөм, ҡара сливаны ит турағыстан үткәреп, ярты лимондың һутын һәм бал өҫтәргә. Уны көндөң икенсе яртыһында берәр ҡалаҡ ашарға, артығын һыуытҡыста һаҡларға. Бындай дауаланыу ун көн дауам итә. 2.Ҡарабойҙай - кефир диетаһы. Был да