"Ковид менән ауырығандан һуң сәсем ныҡ ҡойола. Ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып, төрлөсә дауалаған булам, хәл әлегә үҙгәрешһеҙ", - тип зарланды бер танышым. Ысынлап та, сәс ҡойолоу был зәхмәтле сир эҙемтәһенең береһе икәнлеген үҙемә лә татырға тура килде. Шул саҡта мин онотолоп бөткән элекке маска рецебын иҫкә төшөрҙөм. Бына ул: 1) бер ҡалаҡ башлы һуған һуты (уны ҡырып, һутын марля аша һығып алырға мөмкин),
2) бер ҡалаҡ бал,
3) бер йомортҡаның һарыһы,
4) бер-ике ҡалаҡ дегәнәк майы. Уныһын күберәк тә алырға ярай. Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ. Шыйыҡ массаны тәүҙә сәстең төбөнә, артабан остарына һөртәбеҙ. Тышынан йылытып урап бер сәғәт тотабыҙ ҙа шампунь менән йыуабыҙ. Был масканы аҙнаһына ике тапҡыр, ике аҙнанан һуң бер тапҡыр ике ай буйы эшләргә кәрәк. Сәсте нығытам тигән маҡсат ҡуйғанда, уның ҡырҡыу еҫенә түҙергә тура киләсәк. Шулай уҡ бер ингредиентҡа ла аллергия булмауына инаныу мотлаҡ. Фото: 101hairtips.com Автор:Аклима Гизатуллина