Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Барыһын үҙем, үҙем генә...”

Инзиләнең рәхәтләнеп шифаханала ял итеп ятҡан көнө. Яҙлы-көҙлө тынғы бирмәй, көсәйеп киткән баш ауыртыуынан арынырға, дауаланып нығынырға тип килгәйне.

Бында бик матур, бүлмәләре уңайлы, дауаланыу саралары ла етерлек. Инзилә бар шарттары булған ике урынлыҡ бүлмәлә йәшәй. Урын иркен, йоҡо бүлмәһе, хатта ял бүлмәһе бар.

Күршеһе лә бик ипле генә тура килде. Ләйлә артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, ҡайһы берәүҙәр ише, эс-бауырға инеп йонсотмай. Үҙе генә бик арыған, йонсоған ҡиәфәттә ине ул. Ял етмәгәне күренеп тора. Ә былай, бик тә күрмәлекле ҡатын.

Бергә тороуҙарына егерме йыл тулыу уңайынан ире шифаханаға юллама бүләк иткән. “Беҙҙе ҡарап, арып та китәһең инде, аҙыраҡ үҙеңде бағып ал, тине”, – тип тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ул, шифаханаға нисек килеп сығыу тарихын һөйләгәндә.

Инзилә уның тәүге төндә бик борсоулы йоҡлағанын күреп йәлләне. Бер нисә көн үткәс кенә, алған дауаланыуының шифаһы тейҙеме, күршеһе иҫ белмәй йоҡланы. Инзилә уны хатта иртәнге ашҡа уятырға ла ҡыйманы.

Йоҡоһо туйып, арыу ғына кәйефтә уянған Ләйләнең аҙаҡ күршеһе алдында ғәйепле тойған кеүек йөрөүе лә ғәжәпләндерҙе Инзиләне.

– Ҡуй инде, ҡайһылайтып йоҡлап ятылған, булмағанды, – тип аҡланғанын ипле генә бүлдерҙе:

– Ләйлә, һин ялда. Бер кем алдында ла отчет тоторға тейеш түгелһең! – тип йылмайҙы. – Һинең шулай тәмле итеп йоҡлағаныңа үҙем хатта ҡыуандым әле!

Ләйлә көн һайын ғаиләһе менән шылтыратышып тора. Өйҙә уның ире генә түгел, мәктәпте тамам­ларға йөрөгән ҡыҙы, үҫмер улы ла бар. Тик Инзиләне тағы ғәжәплән­дергәне: тәүҙә шылтыратыуҙар хәл-әхүәл генә белешеү булһа, тора-бара улар йышайҙы. Ләйлә көндөҙгө серемгә ятҡан ваҡытта ла телефон шылтырауы йоҡоһон бүлер булып китте. Ул, күршеһенең ялын бимазаламаҫ өсөн, телевизор, диван ҡуйылған ял бүлмәһенә сығып ята башланы.

Бер бүлмәлә торғас, Инзиләгә лә ишетелеп ҡала әңгәмәләр. Күршеһенең яҡындары әле бер, әле икенсе һорау менән шылтырата. Ире фатир өсөн ҡайҙа, нисек түләү тураһында белешә, ҡыҙы яҙғы пальтоһын таба алмай йонсой, улы дәрес әҙерләгәндә әсәһенең телефонын йыя. Ошондай ваҡ-төйәк мәсьәләләр буйынса ла әллә ҡайҙа шифаханала ял итеп ятҡан Ләйләгә шылтыратып торған­дарына аптырай ине Инзилә.

Килеүенә унынсы көн тигәндә, Ләйлә телефон аша яҡындарының әле бер, әле икенсе һорауҙарына яуап биреүҙән бушамаған, шифаханала ял итеп (йәнәһе) ятҡан ере­нән ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл иткән кешегә әйләнгәйне инде. Шуға ла Инзилә һорамайынса булдыра алманы:

– Ғәфү ит, әлбиттә, Ләйлә, ҡыҫы­ла, тимә... Тик ниңә һин ял иткән ваҡытта ла һаман өйҙәгеләрҙең хәстәре менән булаһың? Күреп торам бит, көйөп тә китәһең... Һуң, ундай ғына көндәлек мәшәҡәттәрҙе һинһеҙ ҙә атҡарып булмаймы ни? Ирең өйҙә, ҡыҙың да еткән бит, – тип һаҡ ҡына һүҙ башланы. Үҙе, күршеһен рәнйетмәнемме, тип ҡурҡып ҡына уға ҡараны.

Әле һаман да ҡулында телефо­нын тотоп ултырған Ләйлә көр­һөн­дө, башын услап, тәҙрәгә төбәлде.

– Э-эй, үҙем ғәйеплелер инде, – тине. – Әллә ниңә йәштән шулай өйрәттем шул... Иремдең эше ауыр, ул арый, тип бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙ иңемә һалдым. Тора-бара был ғәҙәткә инеп киткәндер инде, ирем үҙе лә артыҡ ҡаршылашмай, рәхәткә күнекте лә китте. Улай тиһәң, мин дә эшләйем бит, арып та ҡайтҡан саҡтар күп. Балалар ҙа миңә ҡарап тик тора шул, ҡыҙымды ла үҙаллы булырға өйрәтмәй үҫтерҙем, ахыры.

Шунда Инзилә күршеһенең ниңә шулай йонсоу булып килгәнен аңлағандай булды. Йөк аты бит Ләйлә, ғаиләһе ағзаларына ел-ямғыр тейҙермәй, мәшәҡәттәр тойҙортмай ғына йәшәткән, барыһын үҙе башҡарған ҡатын. Ҡыҙы йәше етеп, кейәүгә барһа, бәпес алып ҡайтһа, йәш ғаиләнең дә күп мәшәҡәттәре әсәһенең иңенә һалыныры көн кеүек асыҡ, аҙмы ни ундай миҫалдар.

Иртәгәһенә төшкө аш мәлендә тағы Ләйләнең телефоны шылтыраны. Бер өҫтәл янында ултырған кешегә ишетелмәй ҡалмай. Теге яҡ башта иренең асыулы ғына тауышы яңғыраны:

– Ләйлә, ҡайҙа минең ҡараһыу-йәшел галстук, кискә бер сараға барам, шуны тағырға кәрәк ине, тапмайым, әллә ҡайҙа ҡуйғанһың!..

Быны ишеткән Инзилә шаҡ ҡатты, тип әйтеү генә етмәҫ ине.

Ә кискә Ләйләнең улының мәк­тәптә икенсе бер бала менән һу­ғышҡаны, шуға күрә мәктәпкә ата-әсәһе менән килеүен талап ит­кәндәре билдәле булды. Был Ләйлә өсөн һуңғы тамсы булды, күрәһең. Иртәгәһенә такси саҡыртып, ул, ял көндәренең тулғанын да көтмәй, ғаиләһе янына ҡайтып китте...

Күршеһе ҡайтып киткәс, Инзилә бик оҙаҡ күңелһеҙ уйҙарға тарып, бошоноп ултырҙы. “Ниңә ҡатындар үҙҙәрен шулай әрһеҙләй? Яҡын­дары ниңә бынан шул тиклем итеп файҙалана? Донъяны бит бергә-бергә алып барғанда ғына, тормош матур, йәшәүе лә күңелле...”

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.