Ошо сәбәпле ирем ташлап китте. Хатта һөйөклө әсәйем дә миңә екһенеп ҡарай. Хәҙер килеп, балаларым... (Бер ҡатын монологы) "Ошо һүҙҙе ғүмер дауамында бик күптәрҙән ишеткәнем бар. Бәләкәй саҡта ике йәшкә өлкән апайым иларҙай булып йыш әйтә ине: уны йәлләр саҡта ла бер һүҙ өндәшмәгәнгә йә ниндәйҙер ҡыуанысы тураһында һөйләгәненә битараф ҡалғанғалыр инде. Аҙаҡ был һүҙҙе дуҫ ҡыҙҙарымдан да әллә нисә тапҡыр ишеткәнем булды. Миңә сер һөйләһәләр, йөҙөмдә бер ниндәй үҙгәреш - аптырау, ғәжәпләнеү, шатланыу, ҡыҙыҡһыныу күрмәне шул улар. Аҙаҡ бер нәмә лә һөйләмәҫ булдылар, хәҙер бөтөнләй аралашмайбыҙ ҙа. Шул уҡ һүҙҙе аҙаҡ ирем әллә күпме әйтте: "Таш бәғер һин, аңламайһың мине, һинең менән ауыр"... Һәм ташлап китте... Хатта һөйөклө әсәйем дә екһенеп ҡарап: "Ул тиклем эгоислыҡ ҡайҙан килә һиңә? Бәғерһеҙ!" - тип әсенеп әйткәне булды. Ысынлап та, тыштан ҡарағанда һәр ваҡыт тынысмын, тиҙ генә төрлө ҡиәфәткә инә алмайым, кешеләрҙе йыуата белмәйем, шатлыҡтарын һүҙ менән уртаҡлашмайым. Тышҡы тыныслығым ғы