Найти тему
Башҡортостан гәзите

Оҫтаның даны ете ауылға таралыр

Күптән түгел социаль селтәрҙә бер оҫтаның мунсаны “ҡурсаҡтай” итеп эшләүен күреп, әйберҙәрен ҡарап, бигерәк маһир икәнлеген аңланыҡ. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында йәшәгән балта оҫтаһы Һатыбал Данъяров менән таныштырырға булдыҡ.

Кеше берәй нәмә менән ныҡлап мауыға башлаһа, “Был тиклем дә булмаҫ, ауырыйҙыр ул”, – тиҙәр. Ысынында иһә ағас эшенә мөкиббән киткән, ағас “сире” йоҡҡан һөнәрмәндең был шөғөлдө үҙ итеүе уйламағанда килеп сыға.

Һатыбал Рәсүл улы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар тракторсы була. Колхоз тарҡалғас, күптәр кеүек бәхет эҙләп ситкә китмәй. Күңелендә йө­рөт­кән, әммә ваҡыты булмау сәбәп­ле ҡулы теймәгән яратҡан шөғө­лөнә – ағастан әйберҙәр эшләргә тотона. Тәүҙәрәк арба тәгәрмәстәре яһап һата, аҙаҡ йорт йыһазына тотона. Бар күңел йылыһын биреп, матур һәм сифатлы итеп эшләнгән әйберҙәрҙе һатып алыусылар ҙа тиҙ табыла. Ауылдаштары, оҫталы­ғын күреп, үҙҙәре килеп заказ бирә башлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Һатыбал Данъяровтың бер әйбере икенсеһенә оҡшамаған, шуға күрә һәр береһе эксклюзив тигәндә лә була. Өҫтәл-ултырғыстар, гөл ултыртыу өсөн кәштәләр, һандыҡ йәки карауат – барыһы ла күҙҙең яуын ала. Икенсенән, сифатлы ағастан яһалған әйберҙәргә бөгөн ихтыяж­дың ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, оҫтаға заказ биреүселәр ифрат күп. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта күптәргә түңәрәк формалағы өҫтәл оҡшай. Ә уны үҙеңә кәрәкле ҙурлыҡта заказ бирергә мөмкин. Күп кенә мәсет­тәргә мулла өсөн ултырғыс эшләүҙе лә һорайҙар икән. Әйткәндәй, Һатыбал Рәсүл улы үҙ ауылындағы иман йортона үҙенсәлекле ултырғыс яһап бүләк иткән.

Итексе итеккә йәлсемәй, тигән­дәй, күп осраҡта үҙенә тигән әйберҙәрен дә һораусы булһа, һатып ебәрә ул.

Үрге Иҙрис ауылы оҫтаһы һуңғы ва­ҡытта мискә кеүек түңәрәк мунса һалыуға тотонған. Был яңы төр мунсаға заказ би­реү­селәр йәй осоронда бермә-бер артҡан. Эше бер аҙ мәшәҡәтлерәк булһа ла, ихтыяж булғанда, әлбиттә, отошло”, – ти оҫта. Ҡатыны ла иренә бар яҡлап ярҙам­лаша, буяу эштәрен күберәк ул башҡара.

Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Һатыбал Рәсүл улына ағас эшенә оҫталыҡ атаһынан күскән. Ағай, үҙе әйтмешләй, бәләкәйҙән ҡулына бысҡы тотоп, төрлө ағасты бысып йөрөгән. Ата­һының эшлә­гәнен күреп, ҡасандыр үҙе лә уның кеүек һөнәрмән булыр­ға хыялланған малай әле белгәндәрен балаларына өйрәтә. Кем белә, бәлки, уларҙың күңел­дәрендә лә атай-олатайҙарының шөғөлөн дауам итерлек дәрт-дарман барҙыр. Теләк һәм дәртең булғанда, бар эште лә атҡарып сығырға була.

Автор: Кәримә Усманова.

-2