Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бына исмаһам дауа!

Фото: vashnarcolog.com
Фото: vashnarcolog.com

Ябай ғына эсемлек ҙур эш башҡара ала: ул ҡанды таҙартыу, организмда матдәләр алмашыныуын көйләү, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртыу, иммунитетты нығытыу һәләтенә эйә.
Шифалы төнәтмә яһау өсөн бер иш күләмдә таҙартылған һәм кәбәгенән айырылмаған һоло кәрәк. Файҙалыраҡ булһын өсөн таҙартылғанын ҡәһүә онтағыста ваҡлап алырға ла була.
Тигеҙ итеп әҙерләнгән өс ҡалаҡ игенгә ярты литр һыу ҡойоп, һүлпән утта 15-20 минут яй ғына ҡайнатып алырға. Шуны һыуытып, марля аша һөҙөп алғас, файҙалы эсемлек әҙер!
Көнөнә ике стакан тирәһе төнәтмә эскәндә лә организмда ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, еңеллек барлыҡҡа килә, күңел күтәренкелеге тойола, ғөмүмән ул бар организмға көс бирә.


Фото: vashnarcolog.com

Автор:Аклима Гизатуллина