Ҡара шалҡанды аҙыҡ булараҡ тотонғандан тыш, төрлө сирҙәрҙе дауаланыуҙа ла уңышлы ҡулланалар.
Мәҫәлән, һыуыҡ тейҙереп ауырыған саҡта, ул - алмаштырғыһыҙ дауалау сараһы. Бынан тыш, быуындары һыҙлап интеккәндәргә лә ярҙамға килә ала.
Артрит булғанда түбәндәге рецепты ҡулланырға мөмкин.
Ҡара шалҡанды ҡабығы менән ҡырып, һутын һығып алырға. Шунан һутты стакандың өстән бер өлөшөнә тиклем ҡойоп, уға берәр ҡалаҡ бал һәм спирт өҫтәп, яҡшылап бутарға. Артабанғы аҙым - баллы, спиртлы ҡара шалҡан һутын ситса тауарға һеңдереп, ауыртҡан урынға ябыу. Япманы төнгөлөккә ҡалдырырға ла мөмкин. Аяҡтарығыҙҙы йылы йөрөтөргә тырышығыҙ.
Ун көнләп ошолай эшләгәндә, һиҙелерлек яҡшырыу тойолор.
Фото: irkcson.ru
Автор:Аклима Гизатуллина