Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мейенең эшмәкәрлеген нисек яҡшыртырға?

Фото: fb.ru
Фото: fb.ru

Чикаго ғалимдары оло йәштәгеләр менән берлектә тикшеренеү үткәреп, мейенең ҡартайыуын тотҡарлап, уның әүҙемлеген һаҡлап ҡалып була, тигән һығымта яһаған. Улар асыҡлауынса, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек мейе эшмәкәрленә ыңғай йоғонто яһай.

Бына улар:
Сәтләүек - аҙнаһына биш тапҡыр берәр бәләкәй ус.
Йәшел тәмләткес үләндәр, йәшел төҫтәге йәшелсәләр - көн һайын.
Йәшелсә - көн һайын бер тапҡыр булһа ла.
Зәйтүн майы - һәр ваҡыт салатҡа ҡушып.
Балыҡ - аҙнаһына бер тапҡыр.
Еләк - аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр.
Тәм-том, десерт - аҙнаһына дүрттән күберәк түгел.
Ҡаты сыр - аҙнаһына 100 грамдан кәм түгел.
Һәм, әлбиттә, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн даими физик әүҙемлектең булыуы мөһим. Сәләмәт булайыҡ!

Әҡлимә Ғиззәтуллина.
Фото:
fb.ru