Ҡайһы саҡта сир-сорҙан ҡотолоу, йән тыныслығына эйә булыу өсөн дарыу төймәләре йотоуҙың кәрәге юҡ. Бушлай дарыуҙарҙың урманда, йортоғоҙҙан алыҫ булмаған туғайҙа үҫеүен беләһегеҙме? Ағастар ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу әмәлен тапҡан кешеләр бар, әлбиттә. Һәр ағас биологик әүҙемлек осоронда сирлегә ҙур файҙа килтереүе мөмкин. Берәүҙәре үҙенә тарта, икенселәре, киреһенсә, ситкә этәрә, хәүефләндерә, кире тойғолар уята. Тәбиғәткә бик иғтибарлы булһағыҙ, уларҙың энергетик тәьҫирен тойорһоғоҙ. Ҡайын, имән, ҡарағай, каштан, йүкә, тал, саған, дардар ағастары беҙҙе сәләмәт тормош энергияһы менән туйындыра. Ә бына уҫаҡ, тирәк, шыршы, муйыл, ерек сирҙе сығарыу, ауыртыуҙы баҫыу көсөнә эйә булһа ла, энергияны һурыу һәләтенә лә эйә. Ҡайындың әүҙемлеге сәғәт 5-тән алып 9-ға тиклем. Уның энергияһы йомшаҡ, тынысландырыу һәләте бар. Ҡайынды ҡосаҡлап илаһаң, стрестан ҡотолорһоң һәм тынысланырһың. Имәндең әүҙемлеге 21.00 сәғәттән 3.00 сәғәткә тиклем. Энергияһы көслө, ҡеүәтле. Насар кәйеф менән, ҡуҙ