Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бауырҙы нисек таҙартырға?

Фото: mbdou136.ucoz.ru
Фото: mbdou136.ucoz.ru

Йөҙөм төнәтмәһе - бауырҙы таҙартыу өсөн һөҙөмтәле сара.

Бауырға ҙур көс төшөүе, уның организмды токсиндарҙан таҙартыуҙа мөһим роль уйнауы барыбыҙға ла мәғлүм. Иғтибар итегеҙ: түбәндәге рецепт мөһим органдың эшмәкәрлеген көйләүҙә ярҙам итмәй ҡалмаҫ.

Йөҙөмдән төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм бауыр ауырыуҙарын иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Йөрәкте нығытыу, организмды насар холестериндан таҙартыу, эсте йомшартыу өсөн табиптар ҙа иртән бер ус йөҙөм ашарға тәҡдим итә. Ә уның төнәтмәһе тағы ла файҙалыраҡ, сөнки ҡайнаған һыуҙа емештәге шәкәр күләме әҙәйә.

Әҙерләү. Иң тәүҙә сифатлы йөҙөм - ялтырамағанын, тәбиғи төҫтәгеһен, уртаса ҡатылыҡтағыһын, бөтөндәрен - һайлап алығыҙ. Кис кәстрүлдә ике стакан һыу ҡайнатып, шунда 150 грамм йыуылған йөҙөмдө һалып, тағы 20 минут ҡайнатырға. Эсемлек бүлмә температураһында таңға тиклем торорға тейеш. Иртән төнәтмәне, йөҙөмөн һөҙөп алып, йылытып, ас ҡарынға ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә.

Ошолай әҙерләнгән эсемлекте дүрт көн буйы ҡулланғанда ла бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшыртырға, уның төп эшен - организмды таҙартыу функцияһын тергеҙергә, аш һеңдереүҙе яйға һалырға мөмкин. Сәләмәт булайыҡ!

Фото: mbdou136.ucoz.ru

Автор: Аклима Гизатуллина

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте, Одноклассники, Facebook.