Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова ошо көндәрҙә “Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды. Актрисаның 70 йәшлек юбилейы уңайынан яҙған әңгәмәне тәҡдим итәм.
- Тәнзилә Динисламовна, матурлыҡ һеҙҙеңсә нимә ул?
- Тәү сиратта матурлыҡ – эске донъяның сағылышы. Һәр кеше үҙенсә матур. Хоҙай Тәғәлә һәр кемде лә яратып яралта. Рухи байлығын, күңел сафлығын, йән йылылығын файҙалана белгән кеше тағы ла матурыраҡ. Ошо сифаттарҙың барыһын да берләштергән нәмә – ул да булһа иман. Иман һәр кемдең күңелендә йәшәй…
- Һеҙҙең хаҡта “ғүмеренең һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, йәп-йәш, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас бәҫле, затлы, үҙ дәрәжәһен белгән, зауыҡлы ханым булып ҡала” тигәндәрен йыш ишетергә тура килә… Был затлылыҡ ҡайҙан килә?
- Ундай матур һүҙҙәр әйтеүселәргә рәхмәт! Әгәр шулай уйлайҙар икән – тимәк, бөгөнгө артылған “тау”ымдан тороп шуны әйтә алам: тормош һынауҙары мине һындырмаған, уларҙы лайыҡлы үтә белгәнмен. Йәшермәйем, минең тормошом үтә ҡатмарлы булды: әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килде. Үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, тормоштан ваз кистем тип әйтерлек минуттарымда ниндәйҙер эске көс һынырға ирек бирмәне. “Бөгөнгө көндөң иртәгәһе бар” тип ҡабатлап, йәнә арҡамды турайтып алға атлай инем. Минең өлөшкә төшкән һынауҙар сабыр булырға, ваҡытынан алда яр һалмаҫҡа өйрәтте. Әммә тормоштоң матур яҡтарын да күрә белдем – уйнаған һәр ролемә шатландым, баламдың, яҡындарымдың уңыштарынан баштарым күккә тейҙе. Тағы бер яғым бар – мин тәбиғәткә яҡын булырға яратам. Йәш саҡта гастролгә районға барһаҡ, буш ваҡыттарҙа урман-тауҙар гиҙергә сығып китә инем.
- Һеҙҙең донъяға килгән тарихығыҙ ҙа үҙенсәлекле…
- Эйе шул. Ул хәл былай булған … Дүрт көн буйы әсәйем балаһын таба алмай интеккән. Нисек кенә дауа табырға белмәгәндән Кендек инәһе Сәлимә өләсәй Насип исемле муллаға барырға кәңәш итә. Шулай итеп, йылан баҡаны арбап, йоттом тигәндә генә уны тартып алған ҡулды – Насип мулла ҡулын сайҡап, шул һыуҙы ҡатынға эсерәләр. Элегерәк башҡортта булған, әммә онотолған ырым ярҙамында, бер нисә сәғәттән, Ишембай районының Хажы ауылында мин донъяға килгәнмен. Әсә ҡарынында уҡ яҡты донъя әҙерләгән һынауҙарҙы тойоп, яҡты донъяларға килергә ашыҡтыммы, әллә икеләндемме - әйтеүе ҡыйын, иллә мәгәр яҙмышым сығарған бар һынауҙарға ла ҡаршы торорлоҡ көс табам, донъяның ҡайғыларын нисек ауыр кисерһәм, шатлыҡтарының да ҡәҙерен беләм, тип иҫәпләйем.
- Ул турала һеҙҙең шиғри юлдарығыҙ ҙа бар:
“Аталалыр ауылым Хажы, тиеп,
Хис итәмен уны “хаж” итеп.
Донъяһына бер саҡ мин килгәнмен
Шул ауылды инде таж итеп.
Дүрт көн буйы әсәм, тулғаҡ тотоп,
Аҡ кейеҙҙә тулап аунаған.
Ҡорһаҡтағы сабый ахыр сиктә
Үлем түгел, тыуым һайлаған.
Көнгә сыҡҡас... Абау, күҙ сағыла:
Ҡояш нурын һипкән йылғалап.
Һәм дә хәбәр иткән кендек әбей:
“Сал сәс менән тыуҙы был бала.
Бар һаны ла теүәл, инде хоҙай
Бирһә ине, - тигән, - сал аҡыл”.
Аҡыл яғым нисек, әммә йәнем
Донъя яратыуҙан лаяҡыл…”
- Эйе, күңелем тулып китһә ҡағыҙ битенә бүҫкәртәм. Бигерәк тә ролдәр сығарған ваҡытта яҙыла улар. Әлбиттә, ауыҙ тултырып шиғырҙар, тип әйтмәйем, был яҙмаларым – күңелем талабы. 1996-сы, 1997-се йылда “Шоңҡар” журналында баҫылып сыҡты шиғри шәлкемдәрем.
Ҡарағайлы тауҙа ҡарағас,
Күренәлер томан таралғас.
Һүнгән йондоҙҙар ҙа яналыр,
Һөйөү менән уға ҡарағас.
Ҡарағайлы тауы ҡарағас.
Ҡарағаслы таумы яланғас?
Үлгән йөрәктәр ҙә терелә,
Мөхәббәттә ҡабат яралғас.
- Ә һеҙҙең мөхәббәт тарихы ниндәйерәк булды? Бәхетлеме-бәхетһеҙме, тигәндәй...
- Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла – улар минекеләр, башҡа берәүҙеке түгел. Яратҡан саҡтарым да булғандыр. Шиғырҙар тыуа торғайны күңелдә.
Һөйөү ғазаптары татлы, тиҙәр,
Еңә, тиҙәр хатта үлемде.
Ғазаптары уртаҡ түгел икән,
Һыҙланыуҙан шифа булыр микән?
Йәлләп ултырам үҙемде.
Уф, йөрәгем!
Ҡанаттары көйгән күбәләктәй,
Ҡайнар ҡуҙ өҫтөндә өйөрөлдө,
Төрлө төҫкә инеп бөрөлдө,
Йөрәккенәм йәнә бер үлде...
Ҡайҙа булды таңда атҡан гөлдәр?
Әйтһен ине улар: “Ул килде!”
Ҡаршыларға сыҡтым һөйгәнемде.
Рәхмәт, гөлдәр,
Йөрәк терелде.
Хәҙер күңел сөңгөлдәрен аҡтарғым килмәй. Мөхәббәт миңә күбеһенсә ҡайғылар, һағыштар алып килде… Ошо хистәремде мин образдарыма күсерә торған инем.
- «Нәркәс» (И.Йомағолов) спектаклендәге Зөмрәт - мине тетрәндергән образдарығыҙҙың береһе : сәхнә төпкөлөнән берсә сәйер, берсә үтә таныш тәбиғи өн- ауаздар менән: ел иҫеүендә, ҡыҙ баланың үҙәк өҙгөс сеңләүендә, йөрәк һыҡрауын, сүл бүреһе олоған тауышты ла, күңел рәнйешен дә, еңелмәҫ рух аһәңен дә үҙ эсенә алған йыры менән пәйҙә булған бөкөрө ҡарсыҡты күреп, күңелдең аҫты өҫкә килә - шундай дәрәжәлә тәъҫир итә тамашасыларға һеҙҙең уйынығыҙ…
- Мин үҙем дә тәрән образдарҙы үҙ итәм. Ошондай образдарҙы башҡарырлыҡ эске бер көс тоям. Мин йәш саҡта Медеяны, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакленән Тәңкәбикәне уйнарға хыялландым, ул ролдәрҙе, миңә бүленгән осраҡта ла, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уйнай алманым, шулай уҡ Клеопатра, Мамаша Кураж образдары ла хыялымда ғына тороп ҡалды. Ә шулай ҙа “Нәркәс”тән Зөмрәт, “Сәсәндәр” трагедияһынан Туғанай, “Ай тотолған төндә” спектаклендә Ил инәһе кеүек образдары тыуҙырғас, һыуһыным аҙыраҡ ҡанғандай булды.
- Ә Убырлы ҡарсыҡ? “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендәге был образығыҙ менән илебеҙҙе иңләп-буйлап сыҡтығыҙ бит?..
- Убырлы ҡарсыҡ – ул миңә Хоҙайым ебәргән бүләк, тип ҡабул итәм. Сөнки ошо йәштә шундай көслө образ уйнау – һәр актрисаның хыялылыр, тип уйлайым. Ошо Убырлы ҡарсыҡ арҡаһында мин үҙемде һаман да “востребованная актриса” итеп, театрға кәрәкле ижадсы итеп тоям. Кемгәлер кәрәкле булыу – ул кеше өсөн мөһим. Эйе, минең Убырлы ҡарсыҡты танып торалар. Бер генә миҫал: уҙған йыл “Туғанлыҡ” халыҡ-ара театр фестивалендә Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн мине Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы Мәскәүгә ижади командировка менән бүләкләне. Көҙ көнө баш ҡалабыҙға барып, бөтә донъяға танылған, төрлө илдәрҙән килгән театрҙар ижады менән танышырға, Мәскәү һауаһын һулап ҡайтырға насип булды. Бына шунда башҡа республикаларҙан килгән артистар, театр хеҙмәткәрҙәре мине танып, ҙур ихтирам күрһәтте. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзында эшләүсе билдәле театр белгестәре беҙҙе үҙ-ара таныштырғанда мине шул тиклем күккә күтәреп маҡтап, “Грозный ҡалаһында уҙған “Федерация” фестивалендә бөтә коллегия менән ҡараныҡ, беҙҙең һушты алдығыҙ” - тине. Туванан килгән Оюн Орлан Кара-оолович исемле актер телефонына сэлфи төшөрөп, үҙҙәренең театр артистарына ебәрҙе, “Мин “Зөләйха” спектаклендәге Убырлы ҡарсыҡ янындамын, ул сәхнәлә шул тиклем ҙур, беҙҙең Саян тауҙары кеүек буй етмәҫлек, бөйөк һәм бейек, алпамышалай бәһлеүән һәм зәһәр уҫал булып күренә, ә минең янымда ыҫпай, матур актриса һәм һөйкөмлө ҡатын баҫып тора”–тип, эй, дуҫтарына маҡтанды.
- Төрлө фекерҙәр тыуҙырған “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы беҙҙең театр сәхнәһендә 2017-се йылда ҡуйылды һәм үҙ тамашасыһын тапты. Был әҫәр шәхсән һеҙҙең өсөн нимәһе менән ҡыҙыҡлы?
- Унда Зөләйха улы Йософҡа хикәйәт һөйләй: “ Борон-борон заманда донъялағы бар ҡоштар бер урынға йыйылғандар, күңел асып, шатланып йәшәргә теләгәндәр. Тик байрам килеп сыҡмаған, ҡоштар үҙ-ара талашып бөткән. Араларынан иң аҡыллыһы өкө язалай ҙа, ярлыҡай ҙа алырлыҡ батша һайларға тәҡдим иткән. Ҡоштар Самрауға барырға булған һәм иң ҙур тау яғына осоп китә. Ө с айҙан тау итәгенә етеп, ҡанаттарын ҡалдырып, артабан йәйәү атлайҙар. Тау һуҡмағы уларҙы башта “эҙләнеүҙәр” яланына алып килә - маҡсатына ирешергә ныҡ теләмәгәндәр унда үлеп ятып ҡала. Ә “мөхәббәт” яланында үҙҙәрен генә яратҡандар һәләк була. Белем яланында наҙанлығынан ҡәнәғәт булған ҡоштар ҡала. “Битарафлыҡ” яланында иң күп ҡош үлгән, сөнки улар йөрәгендә ҡайғы менән шатлыҡты, яратыу менән нәфрәтте, дошман менән дуҫты, тереләр менән мәрхүмдәрҙе һыйҙыра алмағандар. Ҡалған ҡоштар саҡ « берҙәмлек » яланына барып еткәндәр. Арыған ҡоштар берҙәмлек хисен күңелендә тойоп ныҡ шатлана... Әммә шатланырға иртә. Алда - й әшенле, дауыллы “өмөтһөҙлөк” яланы. Ҡоштар рух төшөнкөлөгөн тоя, күбеһе алға барырлыҡ көс тә, теләк тә тапмай. Өсмө - дүртме ҡош ҡына, өтәләнгән ҡанаттары менән, ҡанһыраған аяҡтарында саҡ-саҡ атлап, сикһеҙ диңгеҙ ярына барып сыға. Был - мәңгелек иле була. Ҡоштар эҙләгән ергә барып еткәндәрен аңлай. Улар Сәмреғоштоң килгәнен тоя, тирә-яҡ яҡтылыҡ менән тула. Яҡтыға түҙмәйенсә улар күҙҙәрен йома, ә кире асһалар - бер ерҙә лә сәмреғош булмай. Ҡоштар аңлай: улар үҙҙәре Сәмреғош тигән бөйөк ҡош. Һәр береһе айырым һәм һәр береһе бергә улар –Сәмреғош”. Ошо хикәйәттең мәғәнәһенә төшөнөп ҡарағыҙ әле?!.. Был сәхнә әҫәрендә - кеше яҙмышы, тотош ил яҙмышы… Шәхсән минең ғаиләмә лә “репрессия ҡорбаны” тигән ауыр мөһөр ҡағылды. Тормошта ла шулай - ауырлыҡтарҙы еңгәндәр үҙҙәренең сәмреғош икәнен аңлайҙар.
- Спектакль Башҡорт театрын бөтә Рәсәйгә танытҡан әҫәр булараҡ билдәлелек яуланы, “Алтын битлек” театр премияһына лайыҡ булды. Театр өсөн иң уңышлы әҫәр тип әйтә алаһығыҙмы?
- Әлбиттә! Беҙҙең театрҙы “ Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле менән төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә күрергә теләйҙәр, хатта фестивалдәрҙе ойоштороусылар үҙҙәре үк юл хаҡын, гонорарын түләп һорап алалар. Мәҫәлән, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы Чечен республикаһының Грозный ҡалаһында ойошторған “Федерация” фестивале коллективты шундай шарттарҙа ҡабул итте. “Зөләйха” менән театрыбыҙ хатта Байкалға тиклем барып етте – сентябрь айында Иркутск ҡалаһында үткән Вампилов исемендәге заманса драматургия фестивалендә ҡатнашты – Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театры сәхнәһендә уйнаныҡ, шулай уҡ юл һәм коллективты ҡунаҡханала йәшәтеү сығымдарын ойоштороусылар үҙ иңдәренә алдылар.
Шуныһы ҡыуаныслы, спектакль тирәһендә шау-шыу һис кәмемәй, ә көндән-көн ҡабара бара һымаҡ: әлегә тиклем билет хаҡы юғары. Әйткәндәй, был спектакль рекорд ҡуйҙы – Мәскәү гастролдәре ваҡытында бер билет ун мең һумға һатылды. Тамаша залында һәр ваҡыт аншлаг була, халыҡ спектаклде көтөп ала, билеттар һатыуға сығыу менән үк таралып бөтә. “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле 60-тан ашыу тапҡыр сәхнәгә сыҡты, әммә был әле уның юл башы ғына, тип уйлайым… Был спектакль менән театр башҡорт профессиональ сәнғәтен генә түгел, ә тыуған республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы ла күтәрә. Беҙҙең телгә, тыуған илебеҙгә ҡарата ихтирам, иғтибар арта.
- Театр белгесе, тәнҡитсе, арт-менеджер Павел Руднев Вампилов исемендәге фестивалдә “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклен ҡарағас, һеҙҙең образдарға ҡағылышлы: “Интересны роли Упырихи (Т.Хисамова) и Муртазы (Х.Утяшев). Они – какие-то огромные великаны, как Гаргантюа и Пантагрюэль, люди, которые чувствуют себя хозяевами на земле” – тигәйне.
- Эйе, ундай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Роман авторы Гүзәл Яхина Мәскәүҙә беҙҙең спектаклде ҡарағас, “Мортаза менән Убырлы ҡарсыҡты уйнаған актерҙар үҙҙәренең мөһабәтлеге менән сәхнәләге образдарын да бейеклеккә, юғарыға күтәрҙе” - тине. Спектакль – ул бер ансамбль, унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең образы маҡтауға лайыҡ. Иркутск ҡалаһында үткән халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә күккә күтәреп маҡтанылар. Ул сәфәр барышында һөйөүҙең уртаһында булдыҡ, спектаклебеҙҙе ҡараған тамашасылар йөрәктәрен өҙөп бирерҙәй булып беҙҙең менән һоҡланды. Беҙ театрыбыҙ һәм режиссерыбыҙ Айрат Әхтәм улы Абушахманов өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Унда ғына түгел, ғөмүмән, беҙ йөрөгән һәр тарафта театрыбыҙға рәхмәттәр әйтеп, баш эйеп ҡалалар. Башҡортостандың үҙ театры менән ғорурланырлыҡ хаҡы бар!..
- Ҡазан, Ырымбур, Санкт-Петербург, Иркутск, Грозный, Ульяновск, Пермь, Ижевск… Һуңғы ике йылда ошо ҡалаларҙа булдығыҙ. Ҡасандыр шулай актриса булырмын, олоғайғас та донъя гиҙеп йөрөрмөн, тип уйлай инегеҙме?..
- Бала саҡта ҙур-ҙур ҡалаларҙы, илдәрҙе күрергә хыяллана инем. Ә һөнәргә килгәндә, табип булырға хыялландым. Үкенескәме, бәхеткәме – медучилищеға инә алманым. Б еҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа йәшәгән урыҫтар ҙа тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә ине, рус телендә аралашыу тигән нәмә ят булды. Русса белмәүем арҡаһында “медучилищеға керәм”, тип киткән ерҙән кире ҡайтырға тура килде. Спортты ярата инем, ярыштарҙа мәктәп данын яҡлай инем, бәлки спорт буйынса китермен, тигән уйым да булды…
- Актриса булырға теләк ҡайҙан тыуҙы һуң?
- Өфө ҡалаһынан артистар килеп, Сәхип Ямалдың “Ҡара сәскәләр” спектаклен ҡуйҙы. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Роза Кәримова, Дәриға Фәйзуллина, Хажи Бохарский, Әҡлимә Садыҡова кеүек актерҙарҙың матурлығы, оҫта уйнауы мине ҡәҙимге донъянан йолоп алғандай булды. Айырыуса Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың моңло итеп найҙа (ҡамыш ҡурай, һыбыҙғы) уйнауы әсир итте. Ошо көндән башлап был мәшһүр артистың образын найҙа уйнай-уйнай болоттар араһында йөҙөп бара икән тип күҙаллайым. Әйтерһең, мин дә ошо моң, ошо образ артынан “эйәрҙем дә киттем” һәм әле лә ергә төшөргә йыйынмайым…
- Имтиханға килгән көнөгөҙҙө иҫләйһегеҙме?
- Әлбиттә. Өҫкә кейергә кейем юҡ: бер-нисә ерҙән ямау һалынған күлдәк, өләсәйемдең иҫке аяҡ кейемендә сығып баҫтым комиссия алдына. Ул йылда бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙар артист булырға хыяллана ине, бер урынға 10 кеше булды, улар араһынан егермегә яҡын кешене генә алдылар. Театр училищеһын ни бары 13 кеше тамамлап сыҡтыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ, нужа арҡаһында күптәр уҡыуҙарын ташланылар. Бөгөнгө көндә, Аллаға шөкөр, курсташтарымдан Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Фидан Ғафаров һәм мин Башакадемтеатрҙа эшләп йөрөйбөҙ. С әхнә теле буйынса педагог Зәйтүнә Бикбулатова, актер оҫталығы серҙәрен төшөндөрөүсе Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек педагогтарҙан һабаҡ алдыҡ. Уларҙың уҡыусылары булыу - ҙур бәхет, уларҙың талапсанлығы һәм эштәрен яратып башҡарыуҙары арҡаһында беҙ барыбыҙ ҙа сәнғәттә үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Мин әле лә уларҙың бейеклегенә ынтылып ижад итәм. Илшат Хәлил улының: “Матросов амбразураға ташланған кеүек эшкә ташланаһың” - тигән һүҙҙәре мине дәртләндерә ине.
- Һеҙҙең ижадығыҙға йоғонто яһаған режиссерҙар булдымы? Булһа, кемдәр улар?
- Артистың ижад я ҙ мышында режиссер ҙ ың роле ҙ ур, әммә хе ҙ мәтеңдең уңышы тырышлы ҡҡ а ла бәйле. Ижадсыға көслө характер ҙан тыш һығылмалылыҡ кәрәк, аралашыусан булырға тейеш. Баҫалҡылыҡ менән генә донъя көтөп булмай, тигән фекергә лә килдем, әммә ул сифат миндә күмәртәләп бар. Артистың я ҙмышы башҡаларға бәйле: режиссерҙарға, тамашасыларға, коллегаларына… Минең режиссерҙарыма килгәндә, т әү сиратта, әлбиттә, Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазинаны әйтер инем. Легендар комбриг Мортазиндың ҡыҙы эштә атаһы һымаҡ ҡыйыу, ирҙәрсә тәүәккәл булды. Ул ныҡ рухлы булды, халыҡтың мәҙәниәтен күтәрерлек әҫәрҙәр һайлай белде, үҙенең артынан эйәртерлек көсө бар ине. 1971-се йылда Шәүрә Муса ҡыҙы белорус драматургы Андрей Макаеноктың “Трибунал” тигән әҫәрен ҡуйҙы, миңә Надя ролен бирҙе. Бөйөк Ватан һуғышына арналған беренсе героик трагикомедия ине. Ниндәй ҙә булһа ҙур шәхестең ныҡлығын, матурлығын күрһәткән түгел, ә бәләкәй кешенең шул дәһшәтле афәткә ҡаршы тороуын сағылдырған был әҫәрҙе Советтар Союзының бөтә театрҙары ла тиерлек ҡуйҙы. Бөтә ил буйлап ҡуйылған спектаклдәрҙә Надя ролен уйнаған актрисаларҙы ҡарау һәм иң шәп актрисаны асыҡлау ниәте менән комиссия булдырылды. Ул комиссия “Союздағы иң шәп Надя” тип мине – Өфө актрисаһын атаны. Ошо уңышым өсөн Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы мине Мәскәүгә 10 көнлөк ижади командировкаға ебәрҙе.
Ш әү р ә Муса ҡ ы ҙ ы тағы ла миңә Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһында төп ролде бирҙе. Ул ваҡытта спектаклде хөкүмәт комиссияһы ҡабул итә ине. Улар араһынан береһе минең йөҙ-ҡиәфәтемә, уйыныма бәйләнде, йәнәһе, мин “башҡорт йөҙлө актриса түгел, уйыным менән дә тыйнаҡ холоҡло башҡорт ҡыҙын түгел, ә ҡыҙыу ҡанлы испан ҡыҙы Лауренсияны уйнайым”. Шул ваҡыт режиссер Шәүрә Мортазина тороп баҫты: “Актрисаға теймәгеҙ! Спектаклгә ҡарата ниндәй ҙә булһа тәнҡит һүҙегеҙ булһа – миңә әйтегеҙ. Тәнзилә – ул балсыҡ кеүек. Унан ни теләйһең, шуны әүәләргә мөмкин!”. Шәүрә Муса ҡыҙы - талантлы ғына түгел, көслө шәхес тә ине, тура һүҙле, ғәҙел, талапсан булды. Мин уны шул ваҡыттағы республика театр сәнғәте генералы тип атар инем. Шулай уҡ режиссерҙар Вәли Ғәлимов, Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев менән дә эшләнем. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уйналмай ҡалған ролдәрем, ижадтан ситләтелгән мәлдәрем дә булды. Әммә хоҙай “бер яманға –бер яҡшы”, “бер йәмһеҙгә – бер матур” тип бүлгәндәге кеүек, минең өлөшкә лә “бер һағышҡа –бер шатлыҡ” бирергә булғандыр – йәшлегемдә күргән михнәттәрем өсөн ҡартлығымда шатлыҡтар кисерәм: шөкөр, ролдәрем дә, ил гиҙеп йөрөрлөк хәлем дә бар. Коллективтан ҡалмай донъя гиҙәм – шуныһына мең шөкөр!..
- Ә бөгөнгө көндә режиссерҙар араһында Шәүрә Муса ҡыҙы һымаҡ “генерал”дар бармы?
- Бар, әлбиттә! Үҙең дә белеп тораһың кем икәнен. “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле менән беҙҙең театрҙың абруйын Рәсәй кимәленә алып сыҡҡан, башҡорт театрын бар илгә танытҡан режиссерыбыҙ бар. Фестивалдәр ҙә тәнҡитселәр: “Айрат Абушахманов – Рәсәйҙең көслө режиссерҙарының береһе. Донъяуи кимәлдәге темалар ҙы милли темалар менән бәйле итеп оҫта асыусы режиссер”, “Һеҙҙең Айратығыҙ – Театр шағиры, сөнки ул һәр бер художестволы образды поэтик образ кимәленә күтәргән, тинеләр. Айрат – режиссер-философ, ниндәй генә әҫәргә тотонһа ла юғары кимәлдәге сәхнә әҫәре итеп халыҡҡа сығара белә. Ул беҙҙең уҡытыусыбыҙ ҙа, ул беҙҙе тәрбиәләй, үҫтерә, үҙенең артынан эйәртеп, юғарыраҡ кимәлгә сығарырға тырыша. Ошондай талантлы, йәш, донъяға танылған режиссерыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уның һаулығын теләйбеҙ.
- Ике йыл элек “Театр төнө” уҙған ваҡытта, беҙ Ильсур Ҡаҙаҡбаев менән ошо проектты эшләгәндә һеҙгә “Хисамозавр” тигән ҡушамат таҡҡан инек. Һеҙ “Ай тотолған төндә” спектаклендәге Ил инәһе ролендә ултырҙығыҙ: килгән халыҡ шаҡ ҡатты – был статуя тип уйлар ине, ара-тирә күҙ ҡабаҡтарығыҙ ябылып ҡуя…
- Ана шул һеҙҙең “Хисамозавр” ҡушаматығыҙҙы бик ныҡ яратам мин. Ул табличканы хатта үҙемдең грим бүлмәһенә алып ҡуйҙым. Ысынлап та, хисамозавр бит мин!. Артислыҡ һөнәренә мөкиббән киткән, театрға ярты быуат ғүмерен арнаған һәм унһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгән, күңелендә театрға нигеҙ һалыусыларҙың фатихаһын һәм аманатын йөрөткән иң “настоящный” хисамозавр!.. Коллегаларыма рәхмәт, әленән-әле ҡушаматтарым сығып ҡына тора. Минең үпкәләмәй торған кеше икәнемде беләләр, шуға ҡарата шаяралар ҙа.
- Шаярырға ла, көлөргә лә яратаһығыҙ. Хатта “Ете ҡыҙ”ҙың береһе булып бейергә лә баш тартмайһығыҙ…
- Эйе, Аллаға шөкөр режиссерҙар спектаклдәренә йәлеп итеп торалар. Уҙған йыл Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан театр “Ҡыҙ урлау” комедияһын сәхнәләштерҙе, режиссерыбыҙ Илсур Ҡаҙаҡбаев репетиция ваҡытында төрлөсә һынап ҡараны – спортсмендар ҙа, бейеүселәр ҙә булдыҡ. Иң уңышлыһы, күрәһең, бейеү булғандыр: мин, Рәмзиә Хисамова, Нурия Ирсаева, Гүзәл Маликова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Миңзәлә Хәйруллина, Илсөйәр Ғәзетдинова рәхәтләнеп, алҡыштар ала-ала “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡарабыҙ.
- Репертуарҙа барған спектаклдәрҙә уйнарлыҡ көс тә, дәрт тә бар, тиһегеҙ инде?!
- Әлбиттә, шулай! Бөгөнгө көн репертуарында Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…” пьесаһы буйынса спектаклдә – Ҡарсыҡ, “Нәркәс”тә (И.Йомағолов) – Зөмрәт, “Ҡара йөҙҙәр”ҙә (М.Ғафури)– Ғилми, “Бер мәл санаторийҙа” (Н.Ғәйетбаев) – Фәнүзә, “Бәхет хаҡы”нда (Х.Мөҙәрисова) – Әсә, “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ ролдәрен уйнайым.
- Һеҙ бик әүҙем генә Инстаграмда тамашасыларығыҙ менән аралашаһығыҙ, шулай бит?
- Эйе, тик ятмайым (көлә). Ейәнем үткән йыл Өфөгә килгәндә өйрәтеп ҡайтҡан ине. Ул интернет тигән нәмә бигерәк “йоғошло ауырыу” икән. Бер инеп китһәң, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың, яңылыҡтар ҡарайым, комментарийҙар яҙам, яңғыҙлыҡты тоймайым, замандан артта ҡалмаҫҡа тырышып ятам.
- Буш ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
- Китаптар уҡыйым. Бигерәк тә дини китаптар, ҡөръән уҡыһам йөрәгем йылынып, яҡтырып китә. Хәлдән килгән тиклем ҡулым, һүҙем менән кешеләргә изгелек, яҡшылыҡ эшләргә тырышам. Күңелемә килгән уй-хистәрҙе яҙып барам. Ҡайһы берҙә шиғри юлдар тыуа.
- Һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы уҡығанда шуға иғтибар иттем – улар эске һағыш менән тулы. Яҡшыға өмөт итеп, хоҙайҙан изгелектәр теләп яҙылған шиғырҙар. Мәҫәлән,
Раббым асһын миңә аҡ ҡапҡаһын,
Ләғнәт көстәренән һаҡлаһын.
Әҙәм ҡағыу әле бер ни түгел,
Бер хоҙайым үҙе ҡаҡмаһын.
Йә иһә бына тағы шиғри юлдар:
Күңел әрней, йөрәк илай…
Бәғеремде ҡайғы талай.
Өмөтләнгән өмөттәр ҙә
Юҡҡа сыға.
Юҡ бер сара.
Күҙ йәштәрем урынына,
Әйтерһең дә, ҡандар тама.
Эй хәсрәттәр ҡайҙа сама?
Был хәтле лә әрнеүҙәрҙән
Кемгә файҙа?
Мең уйҙарым әллә ҡайҙа…
Шундай саҡта сабырлыҡтар
Бер Хоҙайҙа.
- “Нужа һурпаһын” күп эскәнгә шулайҙыр ул. Әсәйем ауылда уҡытыусы һәм һатыусы булып эшләй. Бер көн ул магазиндан аҡсаларын тоҡҡа тултырып алып, конторала ҡалдырып, үҙе тауар ҡабул итергә китә, шул арала уның күпмелер аҡсаһын урлайҙар. Ул ваҡыт закондар ҡаты була, бигерәк тә репрессияға эләккән беҙҙең ғаилә өсөн, әсәйемде төрмәгә ебәрәләр. Шулай итеп, йәш ярым ваҡытымда мин әсәйһеҙ, өләсәйем ҡулында тороп ҡалам. Һуңынан әсәйем ҡайтты, йүгереп барып уны ҡосаҡлауым әлегә тиклем күҙ алдымда. Аҙаҡ ҡустыларым тыуҙы. Тик шуныһы ғүмерлеккә ҡалды – бала саҡта әсә наҙын татымаған күңелем ғүмер буйы әсәй һөйөүен яулар өсөн өҙөлөп йәшәне. Шөкөр, әсәйем оҙон ғүмерле булды, һуңғы көнөнә тиклем ҡараным, уға үҙемдең бөтә йөрәк йылымды бирергә тырыштым.
Һағыштың икенсе сәбәбе – минең өлөшкә хоҙай ир бәхетен тулы итеп бирмәне. Тәүге иремдән үҙем балаларымды алып сығып киттем, уның насар холҡона түҙә алманым. Икенсе ирем – бик билдәле, дәрәжәле кеше –капитан первого ранга, тарих фәндәр кандидаты, философия фәндәре докторы Янборисов Роберт Абдуллович. Ул минең тормошома иң ауыр ваҡытта килеп инде. Беҙҙең театрҙа элек политзанятия тигән уҡыуҙар ойошторола ине. Шул ваҡытта ул мине күреп, ғашиҡ булған. 8-се март көнө беҙ ҡыҙым Зөлфиә һәм улым Рөстәм киске ашҡа ултырырға йөрөгән саҡта ишек шаҡынылар: бер ҡулына - гөлләмә, икенсе ҡулына быҙау ҙурлыҡ этен сылбырҙа тотоп Роберт Абдуллович килеп инде. Улым менән ҡыҙым йүгереп барып уның этен ҡосаҡланылар… Шул көндә үк ул тәҡдим яһаны. Роберт Абдуллович минән 13 йәшкә өлкән, ғаиләһенән айырылған, балалары үҫеп бөткән ине. Уның артынан эйәреп беҙ Алыҫ Көнсығышҡа сығып киттек, юғары чинлы офицерҙар даирәһенә барып сумдыҡ. Академик Андрей Иванович Крушанов, уның ҡатыны Маргарита Семеновна беҙҙең ғаиләне үҙ иттеләр, Рөстәмемде үҙҙәре менән приемдарға йөрөтә инеләр хатта. Бына шундай абруйлы, ҙур йөрәкле, тәрбиәле шәхестәр менән аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Ғүмеремдең шул осоронда мин ҡатын-ҡыҙҙың баһаһын, хаҡын белеп ҡайттым. Миңә, балаларыма ҡарата шундай яҡшы мөнәсәбәт булды. Элек артистарҙың эш хаҡы ҙур түгел ине, осто осҡа ялғап йәшәгән ике балалы йәш ҡатын өсөн был үҙгәрештәр ожмах һымаҡ булды, икенсе ирем балаларым өсөн яҡшы атай булды, ғаилә өсөн өҙөлөп тора ине, беҙ мохтажлыҡ кисермәнек. Роберт Абдуллович менән ун бер йыл йәшәп ҡалдыҡ, арабыҙға төштөләр. Кеше тормошо аҡлы-ҡаралы бит ул, Роберт Абдуллович менән айырылдыҡ, ә иң ауыры – 20 йәшлек һөлөк кеүек матур, аҡыллы улым гүр эйәһе булып ҡалды.
Ах, тимен дә тәҙрәгә бағам:
Ҡайтып килмәй микән малайым?
Түҙемдәрем етмәй – сабыр итәм,
Сабыр итмәй ҡайҙа барайым!
Хушлашмай ҙа ташлап киттең, балам,
Күрше йортҡа инеп сыҡҡандай.
Бына ҡайтырһың, тип ҡаршы сығам,
Йүгереүең – ҡолон сапҡандай…
Ҡара гүргә кереп киткәнсе мин
Ҡолон тояҡтарын тыңлармын.
Һағынамын, балам, һағынамын,
Тик һағыштан торған моң-зармын.
Һары ғына нағыш – һары һағыш
Кемдәр күңеленән үттикән?
Күтәрә лә алмаҫ ҡара ҡарғыш
Баштарыма ниңә төштикән?
Ап-аҡ кейем, улым, кейгәнһең дә
Томан эстәрендә гиҙәһең.
Ваҡытынан алда ерҙән китеп,
Ҡайтмайынса нисек түҙәһең?
Ҡиәфәтең, балам, бигерәк матур,
Ҡарап тороуҙарың үҙе сер.
Оҙаҡлап та китмә инде, улым,
Төштәремә йышыраҡ, тиҙерәк кер!
- Тәнзилә Динислам ҡыҙы, бөгөн дә һеҙҙең Рөстәмегеҙ бар бит?
- Эйе, Аллаға шөкөр, Рөстәм исемле ейәнем бар. Ул хас та башҡорт егете – йыл һайын Өфөгә килә, башҡорт аштарын ярата, театр тип иҫе китә, беҙҙең артистарҙы белә, аралаша. Бына шул башҡорт йәнле ейәнем Рөстәм менән ейәнсәрем Һауа (Ева) – Зөлфиәмдең ике балаһы – күңел йыуанысым. Бала саҡ хыялымды ҡыҙым Зөлфиә атҡарҙы – ул табип һөнәрен һайланы. Улар Алыҫ Көнсығышта йәшәй, көн һайын телефон аша һөйләшәбеҙ, уларҙың тауышы менән көн итәм.
- Йәш өҫтәлгән һайын бала саҡ хәтирәләре йышыраҡ иҫкә төшә, тиҙәр…
- Ысынлап та шулай икән!.. Олоғая барған һайын үҙемдең иң бәхетле мәлдәремде үткәргән тыуған ауылым Хажы ауылын һағынам. Зөһрә өләсәйемдең наҙлы ҡулдары башымдан һыйпар кеүек, йоҡонан торормон да Ҡарағай тауы итәгендәге Изгеләр шишмәһе янынан сәйгә еләк йыйып ҡайтырмын һымаҡ… Ниндәй генә булһа ла, бала саҡ арттан эйәреп йөрөй икән ул. Тормошта ла шулай – һағыштарҙы төпкәрәк йәшерергә тырышабыҙ, ә шатлыҡлы миҙгелдәре күңелдәргә нығыраҡ уйылып ҡала, йышыраҡ иҫкә төшә…
- Тәнзилә апай, бынан күп йылдар элек, театр ҙың Ленинград ҡалаһындағы гастролдәре ваҡытында, билдәле тән ҡитсе һеҙҙең турала: «Колбаға һалып ҡына кунсткамерала һа ҡ ларлы ҡ актриса», тигән. Ул бит һе ҙҙең матурлыҡты ла, күңел байлығын да, актер оҫталығын да күҙ уңында тотҡандыр…
- Ана шул “колбаға һалып һаҡларлыҡ актриса” булғаным өсөн маҡтауҙар ҙа йыш булды, улары иһә саманан тыш артыҡ михнәттәргә әйләнде. Ләкин алтын урталыҡты һайланым, һауаланманым, сабыр булдым. Ошо йәшемдә ихтирамлы һәм яҡындарым, театрым, халҡым өсөн кәрәкле булып ҡалыуым – минең өсөн оло бәхет. “Бәхет бар ул, бар ул бәхет көтә белгәндәргә, сабыр иткәндәргә!..” тиҙәрме әле?!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем һеҙгә!
Динара Ҡәйүмова