"Әсәйем насар кеше түгел минең, тик һуңғы йылдарҙа байрам итеүе йышайып, донъяһын онотоп йөрөргә әүәҫләнде. Элегерәк уның ниндәй булғанын да иҫләйем. Гел йылмайып торған, өйҙә һәр ваҡыт тәмле ризыҡтар бешергән, йәй булһа, күп итеп ҡышҡа һаҡлам яһаған әсәйемде бөгөнгөһө менән сағыштырам да йөрәгем әрней.
Атайымдың Себергә эшкә китеүе була, әхирәттәре килеп етә: әле бер, әле икенсе нәмә “йыуалар”, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Кем бит әле ҡатнашҡан ҡатындары: береһе эскесе, икенсеһе айырылып ҡайтҡан, өсөнсөһө лә ирһеҙ, хәҙер танауға еҫ керә башлағас аңлайым инде, теләһә нисек йөрөгән берәү. Элегерәк атайым ҡайтһа, әсәйем ҡунаҡҡа йөрөүенән туҡтап, матур итеп йәшәп ала инек, шуға атайҙы көтөп ала торғайным. Хәҙер ул өйҙә булһа ла ҡыйын, сөнки уның ҡайтыуын ирҙәр аңдып тора, бүккәнсе һыйланалар, атайым әсәйем менән талаша, уны теләһә ниндәй һүҙҙәр менән әрләп бөтә.
Миңә 15 йәш, ҡустыларым бәләкәй шул әле: дүрт һәм алты йәштәрҙә. 9-ҙы бөткәс, берәй колледжға барырмын, тиҙерәк үҙаллы йәшәй башлармын тип уйлап, тырышып уҡып йөрөйөм. Әле үк бында ҡаласаҡ туғандарымды йәлләйем, минһеҙ нисек кенә йәшәрҙәр икән тип. Әле ярай бөтә эште үҙем алып барам: малды ла ҡарайым, ашарға ла бешерәм, ике ҡустымды кейендереп, баҡсаға алып барам. Әсәйемдең урам буйлап эсеп йөрөгәнен күрмәгәс, өйҙәге хәлдәрҙе бүтән кешеләрҙең белмәүе лә бар.
Уҡыуҙан ҡайтыуыма һыуыҡ, шыҡһыҙ өй ҡаршы ала. Әсәйем һуңғы ваҡытта ашарға бешереп аҙапланмай ҙа: өйҙә торғанында гел консерва аса ла “ашағыҙ” тип алдыбыҙға этәрә. Кискелеккә үҙем берәй нәмә әҙерләп, туғандарымды барып алам. Һуңғы йылдарҙа мәктәпкә йыйылышҡа ла килеп аҙапланмай, уның өсөн уҡытыусынан миңә эләгә. Бәләкәй кластарҙа йөрөнө ул, мин дә байрамдарҙа йә ата-әсәләр менән берлектә үткәрелгән ярыштарҙа уның менән ғорурланып ултыра торғайным, сөнки иң шәбе, иң матуры әсәйем кеүек ине. Хәҙер бәләкәй туғандарым ни эшләр тип борсолам. Ҡайһы берҙә, әллә бөтәһен дә класс етәксеһенә һөйләп, ҡустыларымды балалар йортона ебәртергәме тигән уй ҙа төшә. Унда ла рәхәт булмаясаҡ инде уларға. Үҙемә аяҡҡа баҫырға ла күп ваҡыт кәрәк. Атайымдың әсәләре ошо ауылда йәшәй, тик улар әсәйемде яманлай башлаһа, үҙемдең бер ҙә һүҙ тейҙергем килмәй ҡәҙерлемә, улар менән әрләшеп ҡайтып китәм. Ни эшләргә артабан?”
...Нисәмә ғаилә — шунсама яҙмыш. Ошо бала һөйләгәндәрҙе уҡып, әсә кеше, бәлки, аҡылына килер, үҙен ҡулға алыр, ғәзиздәренән ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн айыҡ тормош менән йәшәй башлар тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Фото: spozitiv.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .