Ырымбур өлкәһенең республикабыҙ менән сиктәш урынлашҡан Абдулла ауылында була был хәл. 8-се класс уҡыусыһы Саша Овсянников менән 3-сө класта белем алған Богдан Ермолаев урамда ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҡса янсығын таба. Уның эсе тулы аҡса була. Малайҙар табышты урындағы полиция бүлегенә алып бара.
Эске эштәр министрлығының Ырымбур өлкәһендәге идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янсыҡта 100 мең һум аҡса булыуы асыҡлана.
Бынан саҡ ҡына алдараҡ полиция бүлегенә бер ҡатын ҙур суммала аҡса юғалтыуы хаҡында ғариза менән килгән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре яҡшы хәбәрҙе шунда уҡ бәләгә тарыусыға еткерә.
Әлеге ваҡытта Ырымбур полицияһы етәкселеге намыҫлы малайҙарҙы нисегерәк бүләкләү тураһында уйлай. Яҡшы тәрбиә һәм яуаплылыҡ өсөн улар мотлаҡ билдәләнергә тейеш, ти күптәр. Шул уҡ ваҡытта урамда ятҡан хужаһыҙ әйберҙәрҙе алыу хәүефле аҙым булыуын иҫкәртеүселәр ҙә бар. Был осраҡтың яҡшы тамамланыуына ҡыуанайыҡ, ошондай балалар һәм йәштәрҙең күберәк булыуын теләйек.
Фото: Эске эштәр министрлығының Ырымбур өлкәһендәге идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .