Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре" тигән библиографик белешмәнең исем туйы булды.
Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡарылғанын билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла ошо йәһәттән төрлө саралар үткәрҙе, акциялар ойошторҙо.
"Шайморатовсылар тураһында китап сығарыу — ҙур эшебеҙҙең һөҙөмтәһе, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. — Ошо библиографик белешмәнең береһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бүләк иттек. Әлбиттә, баҫма даими тулыландырылып торасаҡ. Ә уның исем туйын республикабыҙҙың ҡала-райондарында ла уҙғарыу күҙ уңында тотола".
Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы менән Эльвира Ринат ҡыҙы Шайморатов генералға бәйле эҙләнеү эштәре алып барғандарға, китапты нәшер итеүгә өлөш индергәндәргә, батырҙың вариҫтарына ошо китапты, шулай уҡ башҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Баҫма үҙ эсенә 2 700 тирәһе биографик белешмәне, 200-ҙән ашыу фотоны алған. Тиражы — 500 дана. Китапты сығарыу — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән "Башҡорт энциклопедияһы" йәмғиәтенең уртаҡ эш һөҙөмтәһе.
Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде, белем усаҡтарында Шайморатовсылар кластары асылды, киләсәктә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында легендар командирға һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Аҙаҡ сарала ҡатнашҡандар "Ат уйнатып алдан бара..." спектаклен ҡараны.
Автор фотолары.
Автор: Илдар Акьюлов
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .