Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Намыҫ тип, яңғыҙ ҡалайыммы?”

Фото:  lh3.googleusercontent.com
Фото: lh3.googleusercontent.com

“Минең хәлемде аңлаған берәй кеше бармы донъяла? Нимә эшләргә лә белмәгән, ҡарар ҡабул итә алмаған ауыр осор кисерәм. Зинһар, кәңәш менән ярҙам итегеҙ, дуҫтар!

Ҡыҫҡаһы, беҙ Дамир менән танышҡанда уға ни бары 20 йәш ине. Мин иһә университет тамамлап эшләп йөрөгән 25 йәшлек ҡыҙ инем.

Беҙ шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ, бергә ваҡыт уҙғара башланыҡ, әммә Дамир миңә шундай йәш, өлгөрмәгән бала һымаҡ тойолдо. Уға ҡарата апай ғына түгел, хатта әсәйлек тойғоларын да кисергәнмендер. Уҡыуындамы, тормошондамы проблемалар булһа, иң тәүҙә миңә йүгереп килер, аһ-зарын һөйләр ине. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең танышлыҡ мөхәбәттән түгел, ә ныҡлы дуҫлыҡтан башланды.

Унан тыш, Дамирҙың яратҡан ҡыҙы ла бар ине. Йәштәше, бергә уҡыйҙар. Бер мәл иһә улар юҡ-барҙан әрләшеп, ташлашҡан, аралашмай башлаған. Был хаҡта ла миңә Дамир үҙе һөйләне, үтә моңайып, иларҙай булып ошо мөхәббәте хаҡында бәйән итте.

Тынысландырҙым, барыһы ла яҡшы булыр, тип ышандырҙым. Әммә йөрәгем һулҡылдап китте: Дамир балалыҡтан күптән сыҡҡан йәш, матур, аҡыллы егет... Уға икенсе күҙлектән баҡҡас, ғашиҡ булғанымды аңланым.

Бер ни тиклем ваҡыттан  Дамир ҡыҙы менән ярашты, улар өйләнделәр, ҙурлап туй үткәрҙеләр, тиҙҙән бәпестәре донъяға килде.

Мин был ваҡытта ҡаланан ауылға, әсәйем янына ҡайтып киттем. Беренсенән, ул оҙаҡ сирләп түшәктә ятты, икенсенән, Дамир менән ҡауыша алмауҙы ауыр кисерҙем, ул йәшәгән ҡаланан, ул атлап йөрөгән урамдарҙан ҡасып китәһем килде.

...Ҡалаға бер нисә йыл үткәс, әсәйемдең вафатынан һуң, кире әйләнеп ҡайттым. Бығаса социаль селтәрҙәрҙә Дамир менән ара-тирә аралашып тора инек, ә кире ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай, ул мине үҙе эҙләп тапты. Тойғолар яңынан гөлтләп ҡабынды, үҙемә урын тапмай башланым.

Дамирҙың улына хәҙер алты йәш тирәһе. Уның менән беҙ ваҡыты-ваҡыты менән осрашып торабыҙ. Һөйгәнем күптән инде олпат йәш ир ҡорона ингән. Уның менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй, беҙгә бергә ҡыҙыҡ та, күңелле лә.

Ҡатыны менән иһә уларҙың аралары һыуынғанын да беләм. Ул яҡшы әсәй, бөхтә ҡатын, хужалыҡты ла яҡшы алып бара, әммә Дамир әйтмешләй, уның артабан үҫешергә, ҡыҙыҡһыныуҙарына ваҡыт бүлергә, ире менән бер тулҡында йәшәргә ваҡыты ла, теләге лә юҡ.

Дамир ҡатыны менән аҙналар буйы һөйләшмәйем, ти: уларға аралашыу ҡыҙыҡ түгел. “Миңә йорт хужабикәһе түгел, ә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булған ҡатын кәрәк”, - ти Дамир был хаҡта. Бындай ҡатын уның өсөн – мин.

Беҙҙең йәш араһы, утыҙ йәш тирәһенә еткәс, һиҙелмәй ҙә. Бергәләп походтарға, киноларға, күргәҙмәләргә йөрөгән ваҡыттарҙы иҫкә алам – бергә шул тиклем күңелле, тыныс була торғайны. Дамир ҙа шундай осорҙо һағына. Әйткәндәй, башҡаға кейәүгә сығырға уйлағаным да булманы – миңә Дамир кеүек ышаныслы, булмышымды аңлаған, ҡыҙыҡлы кеше кәрәк.

Беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуған кеүек, әммә ул өйләнгән! Бер ваҡыт барыбер айырылышасаҡтар, әммә Дамирҙы көтөүҙән фәтүә булырмы? Улар йүнле йәшәмәһә лә, барыбер миңә “ғаиләне боҙған” тигән ярлыҡ тағасаҡтар. Ошоно күтәреп, бергә йәшәп китә алырбыҙмы? Икенсе яҡтан, намыҫ тип, ғүмерлек мөхәббәтемдән баш тартайыммы? Нимә эшләргә лә белмәйем, кәңәш бирегеҙ, дуҫтар!”

(Гөлсәсәк исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән).

Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .