Найти тему

Лилиә Букеева ниндәй ниәт ҡора?

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо тармаҡ алдынғыларын тәбрикләне. Дәүләт наградаһы алғандар араһында яҡташыбыҙ, Өфө ҡыҙы Лилиә Букеева ла бар. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Лилиә Букеева 1985 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уны Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт һарайының йыр-инструменталь ансамбленә солист итеп эшкә ебәрәләр. 1988 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына саҡыралар. Ә 1996 йылдан йырсы Татарстандағы Яр Саллы ҡалаһының “Энергетик” мәҙәниәт һарайында эшләй. Ул ике туғандаш республикала ғына түгел, ә Малайзия, Тунис, Италия, Франция кеүек илдәрҙә лә сығыш яһап, тамашасы күңелен яулай. 2016 йылда “Татарстандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ була.

“Шул тиклем рәхәт Тыуған илеңә ҡайтыу! Ул һәр саҡ тулҡынландырғыс, ижад цехы буйынса хеҙмәттәштәреңде, дуҫтарыңды күреү кинәнес. Бөгөн тыуған республикам үҫешә, уның етәксеһе һәләтле. Өфөгә ҡайтырға һәм эшләргә уй бар - тыуған ер һәр саҡ тарта”, – ти Лилиә Букеева.

Яҡташыбыҙ республиканы һағыныуын йәшермәй.

"Әлбиттә, тамашасыларымды һағындым, әле концерт эшмәкәрлеге тергеҙелә. Ижадымды һөйгәндәрҙе яңы йырҙарым менән ҡыуандырырмын тип өмөтләнәм. Үҙемдең концерттарҙа көтөм ҡалам", – ти йырсы.

Автор: Рәмилә Мусина

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .