Илдар ағай Сәйетов. Нисектер ҡапыл ғына китеп барҙы... Әле һаман ышанып булмай. Бына-бына ишек асылыр ҙа: "Йәнекәйем, ни хәлләрүшки?" - тип өндәшер кеүек. Юҡ шул. Барыһы ла үткәндәрҙә тороп ҡалды. Был мәҡәләне Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетовтың 60 йәшлек юбилейы уңайынан сыҡҡан буклет өсөн яҙған инем.
Сәхнә… Сәхнәнең серен кемдәр генә асырға теләмәне икән? Сәнғәт юлын һайлағандар һәм ошо мөғжизәле илде яратҡандар, шул мөхиттә ысын мәғәнәһендә йәшәүселәр, хатта шул тирәлә уралыусылар - һәр кем сәхнәнең ылыҡтырыу көсөн тоя… Был көс ҡайҙан? Яуапты табыу бер үк мәлдә еңел дә һәм ауыр ҙа… Ә шулай ҙа сәхнәнең ылыҡтырғыс көстәренең береһе - уға хеҙмәт иткән артистарҙа, театр әһелдәренең тамашасыларға әйтер һүҙендә һәм рухи һаләтен биреп йәшәүендә.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Илдар Сәйетов - сәнғәт күгендә үҙ урынын тапҡан, замандаштарыбыҙҙың күңел донъяһын байытҡан, тамашасылар һөйөүен яулаған артист.
Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылында тыуа Илдар Ширҡәт улы Сәйетов. Йыр-моңдо ярата Сәйетовтар ғаиләһе. Илдар ағай ҙа бәләкәйҙән үк гармунда уйнарға өйрәнә. Һуңынан, Баҡалыға күскәс, уны музыка мәктәбенә уҡырға бирәләр. ҫмерҙең юлында тәүге кәртә ҡалҡып сыға – ул да булһа үҙенең холҡондағы «түҙемлек» тигән сифаттың етмәүе. Уҡыусыһында музыкаға һәләт асҡан уҡытыусының тырышлығы юҡҡа ғына була - Илдар көйҙәрҙе нисек ишетә, шул килеш һыҙҙырып уйнап ебәрә, ә нотаны ятлауҙы бөтөнләй тиерлек инҡар итә. Ә бер көн килеп гармун, баян урынына алмашҡа яңы музыка ҡоралы баҫа – егет гитара ҡылдарын сиртергә өйрәнә, ә был мауығыуҙың һөҙөмтәһе булып үҙенең тиҫтерҙәренән торған вокаль-инструменталь ансамбль ойоштора. Тамашасы алдына сығыу сирҡанысын тап шул ансамбль менән сығыш яһағанда ала. Алҡыштар, хуплауҙар йәш артисҡа көслө тәъҫир итә - мәктәптә, мәҙәниәт һарайында ойошторолған тамашаларҙа интермедия, пантомималарҙа ла Илдар бик ихлас ҡатнаша башлай. Ошо йылдарҙа үҫмерҙең тағы бер яратҡан шөғөлө барлыҡҡа килә - кино актерҙарының фотоһүрәттәрен йыя, хатта махсус рәүештә «Советский экран» журналына яҙыла һәм уның һәр бер һанын ҡайсы менән «тунап», үҙенең яратҡан актерҙарына бағышланған фотоальбом эшләй.
Урта мәктәпте тамамлағас, Баҡалы кирбес заводына эшкә урынлаша, шоферлыҡҡа уҡып сыға, әрмелә хеҙмәт итә... Егет кеше ҡасан да булһа артист булып китеренә ышана һәм нисек булһа ла театрға яҡынайырға теләй - Өфө дәүләт рус драма театрында столяр булып эш башлай, унан инде ҡораусы, яҡтыртыусы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә… Хыялға табан бер аҙым яһаным тигәндә генә, ул йәнә бер аҙға театр донъяһынан ситләшеп торорға мәжбүр була - өйҙәгеләр уның ярҙамына мохтаж булғас, егет тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Әммә үҙһүҙле, маҡсатына ынтылыусан Илдар сәхнә хаҡында хыялынан баш тартмай, үҙен тағы бер тапҡыр һынау өсөн 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында асылған әҙерлек курсына бара һәм бер йылдан актерҙар бүлегенә (рус төркөмөнә) уҡырға инә. Александр Федеряев, Владимир Латыпов, Татьяна Макрушина, Ирина Агашкова, Ирина Чуриковалар менән бергә уҡый, бөгөн беҙ уларҙы маҡтаулы исемдәргә лайыҡ, дан ҡаҙанған ижадсылар, тип беләбеҙ; ә уларҙың курсташтары Лиза Устюжанина тағы ла киңерәк даирәлә танылыуға өлгәшә – ул Мәскәүҙә Таганка театрында эшләй.
Студент йылдары артта ҡала, сығарылыш имтихандары етә. Өфө дәүләт сәнғәт институтының сығарылыш курсы студенттарының диплом эше менән танышырға тип Сочи ҡалаһынан Махарадзе фамилиялы режиссер ҙа имтихандарҙа була. Әлбиттә, һәр кем тиерлек үҙен һынап ҡарарға ашыға. Тыуған яғынан ситкә китергә теләмәгән Илдар һабаҡташтарына ярҙам итә, улар ҡуйған өҙөктә партнер булараҡ ҡатнаша. Иң ҡыҙығы шунда - режиссерҙың эшкә саҡырыуына дәғүә иткән йәш артистарҙың береһе лә үтмәй, ә уларға ярҙамсы булырға ризалашҡан Илдар Сәйетовтың уйынын хуплай Махарадзе һәм йәш артисты үҙенең театрында эшләргә саҡыра. Унын тәҡдименә ҡаршы, Илдар Сәйетов «Һеҙҙә картуф күпме тора?» тигән һорау бирә. Өс һүм икәнен белгәс, «Юҡ, был бик ҡиммәт бит әле!» - тип яуап бирә йәш артист. Шаяртып яуап бирә, әлбиттә, сөнки ысынында иһә, ул тыуған ерен ташлап китергә теләмәй.
«Ижад юлын ҡайҙа башларға?» - тигән һорау борсой уны, хәйер, һорау түгел, ә һайлау алдына баҫа - уны Республика рус дәүләт драма театры һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ла эшкә саҡыралар. Кис ятҡанда - рус театрына, ә иртән йоҡонан торғанда башҡорт театрына барам, тип уйлана торғас, бер ай самаһы ваҡыт үтә…
«Ул ваҡытҡа күп йылдар үткән. Әммә үҙләштергән һөнәрем, һайлаған эш урыным - театрым өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәнем» - ти бөгөн Илдар Ширҡәт улы уйҙары менән сәхнәгә аяҡ баҫҡан көнөнә, йәшлегенә, уйнаған тәүге ролдәренә әйләнеп ҡайтып. Эйе, артист та бөгөн ғүмер байрамын билдәләп, үҙенең ижад һуҡмағын буйлай - уйнаған ролдәрен, ижад яҙмышына йоғонто яһаған спектаклдәрҙе, сәхнәлә бергә ижад иткән хеҙмәттәштәрен күҙ алдынан үткәрә…
Актер өсөн иң тәүге һәм иң ҡәҙерле образ - «Апалы-һеңлеле өсәү»ҙә (А.Чехов) Андрей Прозоров роле була. Унан инде ижадында ҙур роль уйнаған тағы бер сәхнә әҫәре - «Бибинур, ах, Бибинур!» спектакле хаҡында ла бик матур тәъҫораттар һаҡлай артист күңелендә. Ю.Ройтман спектаклдәрҙе ҡарағас, фекер алышыу ваҡытында артист уйыны хаҡында бына ниҙәр әйтә: «Вилдан ролендә уйнаусы Илдар Сәйетов - иҫ киткес шәп образ тыуҙырған. Ул сағыу шәхес, әммә был юлы ул көтөлмәгәнсә ныҡ ғәжәпләндерҙе - уның һайлаған стилендә уйлап сығарылған нәмә юҡ, роль өсөн генә булған «тышҡы ялтырауыҡ» та түгел, был - актерҙың эске тойомлауынан, уның фекерләү ҡеүәһенән, образды тәрәндән тойоуынан».
Артисты роль үҫтерә, ти белгестәр. Илдар Ширҡәт улы Сәйетовтың бөгөнгө көн репертуарында Кен Кизи романы буйынса ҡуйылған, төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең йөҙөк ҡашы булған «Кәкүк ояһы» спектаклендәге Чесвик роле ана тап шундайҙарҙан. Актер был сәхнә әҫәрендә Чесвиктың трагизмын спектакль «контексында» еткерҙе һәм тамашасылар күңелендә бер яҡты образ итеп ҡалдырыуға өлгәште. Илдар Ширҡәт улы үҙе роле хаҡында бына нимә ти: «Чесвик - минең ижади биографияма тос өлөш индерҙе һәм был ролде мин яратып башҡарам. Спектакль жанры буйынса «психологик триллер» тип билдәләнгән һәм, ысынлап та, уның күңел сөңгөлдәренең иң тәрән ҡатламдарына тәъҫире бик көслө, актерҙарға уйнау өсөн дә бик ҡатмарлы жанр. Әммә кеше күңеле - ҡара урман, тигән кеүек, «Кәкүк ояһы»нда ла кешенең эске донъяһына бәйле бик тәрән фәлсәфә ята, уның бер ҡатламын асһаң, алдыңа тағы ла ҡатмарлырағы, әммә башҡа яҡтан ҡыҙығырағы килеп баҫа. Беҙгә, актерҙарға, был сәхнә әҫәрендә уйнауы ҡыҙыҡлы булғас, беҙ үҙебеҙҙең күңел торошобоҙ, ошо әҫәргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙ аша тамашасының да иғтибарын тота алабыҙ...». Илдар Ширҡәт улы «Кәкүк ояһы» спектаклендәге Чесвик хаҡында ғына түгел, ә үҙе уйнаған һәр бер роль хаҡында бик ихлас һөйләй, уның ихласлығы, моғайын, артистың һәр эшен яратып, күңел биреп эшләүендәлер.
«Әгәр ролеңде үҙең яратмаһаң, тамашасы быны шунда уҡ һиҙә, шуға күрә сәхнәгә алып сыҡҡан һәр бер геройыңда үҙеңдең «мин»еңде тойорға кәрәк, ул геройҙа - һинең һының-буйың, һиңә генә хас хәрәкәттәр… Һәр бер ролдә артистың ҡултамғаһы була, әммә шул уҡ ваҡытта төрлөһө-төрлө герой икәнлеген оноторға ярамай» - ти артист. Бөгөн Илдар Сәйетов төпкөл ауылда йәшәүсе ир-егетте уйнай, иртәгә ул - Парижда барған ваҡиғалар уртаһында йәшәйүсе француз, иртәнән һуң - Америка дауаханаһында ятыусы психик ауырыу, унан һуң - Италия ерлегендә барған балыҡсылар тормошоноң уртаһында ҡайнай, бер көн - санаторийҙа ял итеп ятҡан элекке ҙур начальник, йә булмаһа самолет төҙөргә хыялланған ауыл ҡарты, икенсе көн - боронғо Грециялағы һарай һаҡсыһы, өсөнсө көндә - изге Йософтоң атаһы Яҡуп ролендә сыға… Сәхнәлә артистың геройҙары көн һайын алмашынып тора, ул геройҙарҙың һәр ҡайһыһы зиһен көсө, фекер тәрәнлеге һәм ижади һығылмалылыҡ талап итә. Ул сифаттарҙың барыһы ла артиста бар, шуға күрә лә режиссерҙар бик теләп эшләй артист менән - шулай булмаһа, ижадсының галереяһында туҡһандан ашыу роле булыр инеме икән?
Илдар Ширҡәт улы - тынғыһыҙ актер, был сифаты уның булмышынан килә. Театрҙың бөгөнгө көн репертуарында барған спектаклдәрҙә лә бик әүҙем ул, һәр ролендә - актерҙың тормошто тәрәндән белеүе, сәхнә тәжрибәһенә таянып эш итеүе, сәхнә ҡанундарын тәрән белеүе, даими эҙләнеүҙәре һәм тормошҡа, ижадҡа шәхсән ҡарашы ярылып ята.
Илдар Сәйетов - ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән ижадсы, ил күләмендәге фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәренә лайыҡ булған, республикабыҙҙа ғына түгел, һәр тарафта ла уның сығышын тамашасы көтөп ала. Артист кино сәнғәтендә лә әүҙемлек күрһәтә, һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән фильмдарҙа уйнай – полковник Безухов («День хомячка», реж.- В.Мухамедьянов), Омар («Медведь», реж.- Б.Йосопов), доктор («Ҡырағай», реж.- Ф.Үтәрбаева), күрше («Когда шел снег», реж.-Р.Пожидаев) ролдәрендә сыҡты экрандарға.
Юбилярҙың уңыш-ҡаҙаныштары ла тос. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов 1992 йылда төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» II Халыҡ-ара фестивалендә биш кеше араһында «Бибинур, ах, Бибинур!» спектаклендәге Вилдан роле өсөн Гран-при ала, ул - Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының А.Мөбәрәков исемендәге премияһы лауреаты, 2004 йылда «Айғырыңды үтескә бир!» (Р.Кинйәбаев) комедияһында Хәмиҙулла, «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) Рикардо һәм «Ҡатынымдың исеме Морис» спектаклендә Жорж ролдәрен уңышлы башҡарғаны өсөн Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының «Йыйын» фонды булдырған Дамир Сиражиев исемендәге премияға лайыҡ була.
Өлкән быуын артистары араһына кергән Илдар Сәйетов эшһөйөүсәнлек тигән сифатын юғалтмаған, сәхнәүи һәм донъяуи тәжрибәһе бай, театр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан, әммә бер ваҡытта ла үткәненең «емештәрен» тиреп кенә йәшәмәй, бөгөнгө көндөң ҡәҙерен дә белгән егәрле ижадсы ул. Иңендә - үткән йылдар һәм тормош тәжрибәһе, йөрәгендә - театрға һөйөү, янында - хеҙмәттәштәре, ижадташтары һәм уның ижадын үҙ итеүсе тамашасылар. Йәнә лә сәхнәгә сығырға ашҡына ул...
Сәхнәнең серен ошо йылдар эсендә Илдар Ширҡәт улы бер ни кимәлдә булһа ла аса алдымы икән? Театрҙың серенә төшөнә алдымы? Был һорауҙарға яуапты артист тулыһынса булмаһа ла, бер ни кимәлдә тапҡандыр – ул да булһа фәҡәт театрҙа ғына булған йәнле аралашыу һәм кис һайын, сәхнәгә тамашасы алдына сығып, һәр ваҡыт тәүге тапҡыр һымаҡ, һынау тотоу.
Артисты юбилейы уңайынан туған коллективы, уның ижадын яратҡан тамашасылар исеменән ҡотлап, уға иң изге теләктәр юллайбыҙ:
«Алтмышты ла инде уҙҙым тигәс,
Мендем, тимә, ғүмер үренә.
Күңелендә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә, тиеп һүрелмә» - тип өндәшәбеҙ Илдар Ширҡәт улына. Уның күңелендәге яҙ сыуағы ижадҡа илһамландырып торһон! (Динара Ҡәйүмова, 2017 йыл)