Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Зөлфиә Ханнанованың “Таш-ҡатын” тип аталған шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Сара Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһы проектына ярашлы ойошторолдо.
Кисәлә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, тәржемәсе-шағирҙар Светлана Чураева, Лина Солтанова, Сергей Янаки, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, Милли китапхана вәкилдәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ҡатнашты. Шулай уҡ онлайн алымда белорус яҙыусыһы Алесь Карлюкевич, Дағстан шағиры Мурад Ахмедов, Татьяна Вострикова (Әстрхан), Ҡаҙағстан, Ингушетияның әҙәбиәт белгестәре, республикабыҙҙың Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре сығыш яһап, шағирәнең яңы китабына ингән шиғырҙарҙарға, ғөмүмән, уның халыҡсан рухлы шиғриәтенә ҙур баһа бирҙе. Шулай уҡ онлайн алымда ижадташ дуҫы – шағирә Лариса Абдуллина үҙ сәләмдәрен юлланы.
"Китаптың исеме хаҡында оҙаҡ уйландым. Кемдәрҙер уны оҡшатты, икенселәр улай тип атамауымды һораны. Әммә мин ошо исемдә ҡалдым. Кем һуң ул Таш-ҡатын? Ул – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының рухи ныҡлығы символы. Халҡыбыҙ йырҙарында ла бит “Тарих яҙыр инем ташына...” тип әйткән. Таштар бик күп мәғлүмәтте һаҡлай. Шуның ише ҡатын-ҡыҙҙар ҙа милләттең генетик хәтерен һаҡлай. Ниндәй генә һынауҙар кисермәһен, улар ҡорған донъяһына тоғро ҡалып, таштай ныҡ булып, йәшәүҙе дауам иткән", – тип әйтеп үтте шағирә яңы китабының атамаһы тураһында.
“Таш-ҡатын” йыйынтығына шағирәнең фәлсәфәүи, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле, күңелгә ятышлы шиғыр-поэмалары тупланған. Һәр саҡтағыса, Зөлфиә Ханнанованың ижады үҙәгендә – халыҡ яҙмышы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө, шулай уҡ йәшәйеш мәғәнәһенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләп, үҙ-үҙенә мөрәжәғәт иткән, мөхәббәт хаҡындағы уйланыуҙары сағыла. Йыйынтыҡ башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән. Шағирәнең шиғырҙарын Сергей Янаки, Светлана Чураева, Татьяна Вострикова, Станислав Шалухин, Азамат Буранбаев, Лина Солтанова тәржемә иткән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .