Найти тему
АСМАН

“БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ЭШЛӘҮ - ҘУР МӘРТӘБӘ”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, иң оҙон буйлы актер Хәким Фәрит улы Мортазин ғаиләлә кинйәкәй - алтынсы бала булып донъяға килә. Оялсан үҫмерҙең сәнғәткә ылығыуы – атаһынан: Фәрит ағай механизатор булып эшләй, ә һуңынан ауыл клубы мөдире булып китә. Йыр-моң, спектакль яратҡан Фәрит Хәсән улы ауылдаштарының күңелен күреп тора - һәр ваҡыт Өфөнән һәм Сибайҙан артистар саҡырта, үҙе лә халыҡ театры ойоштороп ебәрә һәм спектаклдәр ҡуя, ә инде шул спектаклдәргә тегелгән костюмдар әле булһа Ейәнсура районының Яныбай ауылында һаҡлана.

Элек Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары республика төбәктәренә сығып, студенттарҙы уҡырға йыйған. Хәким дә ошондай бер ағымға эләгә - СССР- ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова фатихаһы менән ул артислыҡ һөнәренә төшөнә. Институттан һуң режиссер Вәзих Сәйфуллин уны үҙ ҡанаты аҫтына ала һәм Хәким Мортазин Салауат башҡорт драма театрында эш башлай.

Әммә баш ҡала үҙенә ылыҡтырмай буламы һуң? Хәким дә Өфөнө яуларға ниәт итә. Башҡорт академия драма театрында эшләй башлағас, бер тамашасы Хәкимде урамда туҡтатып: «Хәким, «Һипкелле ҡыҙ»ҙа бик матур, биҙәкле шорты кейеп йөрөгәйнең, шуның әле лә бармы ул?» - тип һорай икән… Тамашасы был шортының ни бары спектаклгә махсус алынған кейем икәнлеген белмәйҙер ҙә, әммә шул сәхнә әҫәрендә Хәким башҡарған геройҙы иҫтә ҡалдырыуы артистың йөрәгенә май булып яғыла. «Һипкелле ҡыҙ»ҙан башҡа тағы бер нисә спектаклдә уйнай ул Салауат театрында, Өфөгә күсеү уның ижадына яңы һулыш өҫтәй.

Артистың оҙон буйлы, ҙур кәүҙәле геройҙары тамашасылар күңелен һәр ваҡыт яулай. Хәким үҙе ролдәре хаҡында, шаяртып: «Сәхнәгә малай булып сыҡҡайным, хәҙер колхоз рәисен дә уйнайым» - ти. Ысынлап та, Хәким Мортазиндың сәхнәлә уйнаған ролдәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ә сере ниҙә һуң? Уның геройҙары әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана: тәүҙә актерҙың «ҙур габариттары» тамашасыны йәлеп итәлер, моғайын, ә тора-бара һөйкөмлөлөк, бер ҡатлыраҡ, эскерһеҙ, ҡайһы осраҡта килбәтһеҙ һәм бала күҙлеге аша донъяға баҡҡан геройҙар тамашасыларҙы тотош әсир итә, яраттыра. «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) Камилио, «Көнләш, Америка, көнләш!»тә (С.Латыпов) Фирғәт һәм Ғәйфулла, «Аттила»ла (Ғ.Шафиҡов) Цагур һәм башҡа бик күп һәм төрлө персонаждар Хәкимдең ижади биографияһын холоҡтары менән дә, күңел кисерештәре менән дә байытҡан: сабыр-һәлмәк, елбәҙәк-күңелсәк, ҡайнар йәнле йәки битараф…

Хәким Мортазиндың сәхнә тормошона тәбиғилек хас. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М.Кәрим повесы буйынса, реж.- А.Абушахманов) спектаклендә Ҡара Йомағол ролен башҡара - артистың эскерһеҙ, йомарт, киң күңелле, ихлас йәнле геройы ышандырырлыҡ итеп үҙенең күңелендә йөрөткән яҡты хыялын Кендеккә бәйән итә: «Анау офоҡтоң артында бейек тау бар икән. Ана шул тауҙың башында әҙәм аяғы баҫмаған ҡарурман бар , ти. Ҡара урмандың уртаһында түп-түңәрәк бер күл бар, ти. Ул күлдең арҡырыһы-буйы етмеш ҡолас, ти. Ул күлдең төбөндә балыҡ та, башҡа төрлө хайуандар ҙа йәшәмәй икән. Ә унда алтын яллы, көмөш тояҡлы, уйлаған уйыңды ысын итерлек, уйлаған уйыңды алдыңа алып килерлек, әҙәм менән әҙәмсә һөйләшерлек, Хоҙай менән Хоҙайса серләшерлек Аҡбуҙат исемле ат йәшәй. Бына шул Аҡбуҙат йылдың иң ҡыҫҡа төнөндә, сәтләүек ағасы сәскә атыр сәғәттә, йүкә балынан бал тама башлаған ваҡытта, үлән ҡыяҡтары шәрбәткә тулышҡан ваҡытта, күлде ҡап уртаға ярып, Аҡбуҙат ер өҫтөнә ҡалҡа, ти. Бына шул саҡта кем дә кем уның муйынына етмеш ҡолас оҙонондағы ҡороҡ һалып өлгөрһә, ат уныҡы була, ти…». Артист тамашасыны ла үҙе һөйләгән сихри донъяға эйәртеп алып китә, бер миҙгелгә тормош ысынбарлығы тылсымлы ваҡиғалар сылбырына инеп юғала кеүек…

Хәким дең оҙон буйына бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр әленән-әле булып тора. «Ҡатынымдың исеме Морис» спектаклен Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының художество етәксеһе Фәрит Бикчәнтаев ҡуйҙы, бына шул мәлдә репетиция ваҡытында режиссер: «Хәким, ултыр, башыңды бороп, бер ҡарауың ғына үҙе бер мизансцена…» - тип иҫкәртеү яһай. Был спектаклдә Алмас Әмиров менән икеһе бер ролдә (Морис роле), шуға күрә Алмас өсөн режиссер тарафынан уйланылған алымдар ике метрҙан ашыу буйлы Хәким өсөн килешмәй ҙә.

"Ҡатынымдың исеме Морис" спектаклендә Морис ролендә
"Ҡатынымдың исеме Морис" спектаклендә Морис ролендә

… Оҙон буйлы артистар - Хәким Мортазин һәм Хәмит Шәмсетдинов Төркиәгә «Ялан-театр» фестиваленә барғанда баҙарға сығалар. Сауҙа итеүселәр артистарҙан кем, ҡайҙан килеүҙәре, ниндәй милләттән булыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Ә һуңынан: «Бөтә башҡорттар ҙа шулай оҙон буйлымы?» - тип һорай, ә ике бәһлеүән: «Әлбиттә» - тип кенә ебәрә…

Премьера алдынан, ғәҙәттә, театрҙа «прогон»дар – спектаклде халыҡҡа күрһәтеү алдынан коллективҡа тәҡдим итеү - башлана. Сираттағы «прогон» төнгө ун ике тулып үткәс кенә тамамлана һәм спектаклдә уйнаусы Хәким Мортазин ҡайтырға тип, театр алдына сығып баҫа. Әмәлгә ҡалғандай, урамда машиналар бик һирәк йөрөй, туҡтағандары ла Хәким йәшәгән Дим биҫтәһенә барыуҙан баш тарта. Бер аҙҙан яңғыҙ бағана кеүек баҫып торған Хәким янына «Ока» машинаһы килеп туҡтай. Шофер менән хаҡын килешкәс, артист машина салонына инмәксе була… әммә нисек кенә бөгөлмәһен, ике метр ҙа биш сантиметрлыҡ, айыу кеүек ҙур артист машинаның алғы ултырғысына һыймай. Шофер ҙа һис тә төшөнкөлөккә бирелмәй, әмәлен таба: биш минуттан «Ока»ның артҡы ултырғыстарында икегә бөкләнгән килеш Хәким бәхетле йылмайып өйөнә табан юллана…

Хәким уйнаған тағы бер роль – бер ҡатлы, хәйләһеҙ, малайлыҡтан сыҡмаған, әммә төҫ-башы менән ир ҡорона еткән, ата-әсәйҙең йылы ҡанатына һыйынып, донъяның башҡа рәхәтлеген татымаған Хөснулла («Айғырыңды үтескә бир!», Р.Кинйәбаев) артистың уйнаған образдары араһында иң һиммәтлеһе. Был спектаклдә Хәким башҡа актерҙар менән бер ансамбль булып ҡушыла, хатта уның «ҙур ҡиәфәте» лә иғтибарҙы төп хәл-ваҡиғаларҙан ситкә алып китмәй. Хөснулла – актерҙың ижадында ышаныслы аҙымы.

Хәким үҙе: «Башҡорт академия драма театрында эшләү - ҙур мәртәбә, шуға күрә һәр ҡайҙа театрыбыҙҙың абруйына лайыҡ булырға тырышам. Иң мөһиме - киләсәктә тамашасы алдына яңынан-яңы ролдәр менән сығырға яҙһын. Ә ғаиләм: кәләшем Айгөл Феликс ҡыҙы Әбдрәшитова (танылған композитор Ф.Әбдрәшитовтың ҡыҙы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры), улдарым Динислам менән Иҡсан һәм ҡыҙым Аҡйондоҙ миңә илһам-дәрт өҫтәй» - ти. Әйткәндәй, ҡыҙы Аҡйондоҙ – “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Зөләйханың ҡыҙҙарының береһен уйнай, ул да, атаһы һымаҡ, театрҙы, сәнғәтте ярата.

Хәким Мортазиндың әсәһе һәм ғаиләһе.
Хәким Мортазиндың әсәһе һәм ғаиләһе.

Хәким Мортазиндың уйнаған ролдәре: «Йәрең көнләп, серең һөйләп» (К.Гольдони) комедияһында Тоффоло, «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) башҡорт милли классик әҫәрендә Әхмәт, «Мәһәре-байҙан!..» (Ю.Болат) комедияһында Хәсәп Хәсән, «Нәркәс» (И.Йомағолов) спектаклендә Аҡһаҡал, «Салауат» (М.Кәрим) трагедияһында - Уҡап, «Башмағым» (Х.Ибраһимов) комедияһында – Вафа, «Айғырыңды үтескә бир!..» (Р.Кинйәбаев) комедияһында – Хөснулла, «Өҙәлгән туй» (З.Атнабаева) драмаһында – Ирғәле, «Ҡыҙыҡ был тормош!..» (В.Шукшин) – Поп, «Алтын асҡыс» (А.Толстой) – Карабас Барабас, «Итекле бесәй» (Ш.Перро, В.Ганзенко) – Чуччо һ.б. Бөгөнгө көн репертуарында башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған “Урал батыр” (режиссеры А.Борисов) спектаклендә – Йәнбирҙе, бөтә Рәсәйҙә һәм донъяла танылған яҙыусы Гүзәл Яхина романы буйынса ҡуйылған “Зөләйха күҙҙәрен аса” (режиссер А.Абушахманов) спектаклендә Йәш Доктор, замандашыбыҙ Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бомба” (режиссеры Ф.Ғарипов) комедияһында -Асарбаҡ, Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Ҡыҙ урлау” (режиссер И.Ҡаҙаҡбаев) музыкаль комедияһында – Шәмсулла, Д.Урбан пьесаһы буйынса “ Mouse Story ” әкиәт ендә Мортон ролдәрен баш ҡара. Хәким Мортазин – кинофильмдарҙа ла уңышлы ролдәр тыуҙырған актер. «Рәхмәт» фильмында (режиссеры – Әнүәр Райбаев) Фермер, «Пилорама» (режиссеры А.Асҡаров) – пилорама хужаһы, «Ҡыш ҡайҙа йәшәй» әкиәтендә (режиссеры – Г.Ишҡыуатова) – Аждаһа, «Ай ҡыҙы» сериалында (авторы – Ф.Бүләков, режиссеры А.Нурмөхәмәтов) – Бағанай ролдәрендә сыҡты зәңгәр экрандарға. Шулай уҡ эстрада артистарының клиптарында, концерттарында ҡатнаша, мөғжизәле яңы йыл байрамдарында Ҡыш бабай ролендә лә уны күрергә мөмкин. Хәкимдең уйнайһы ролдәре, яулайһы үрҙәре алда әле. Уңыштар теләйек.

Динара Кәримова