Мәжит Ғафури исемендәге Баш ҡорт дәүләт академия драма театры – республикабыҙ менән йәштәш, 2019 йылда уға нигеҙ һалыныуға йөҙ йыл тула. Бер быуатлыҡ йылъяҙмаһы булған театрыбыҙҙың тарихын ошо труппала хеҙмәт иткән сәнғәт әһелдәре яҙған, улар араһында режиссерҙар, рәссамдар, композиторҙар һәм, әлбиттә, театр йөҙөн билдәләгән сәхнә йондоҙҙары – артистарыбыҙ бар. Тотош йыһан, ғаләм өсөн йөҙ йыл күҙ асып йомған ара, диңгеҙҙәге бер тамсы ғына булһа, әммә кешелек өсөн ул ҙур арауыҡ иҫәпләнә. Уҙған быуат башында тыуған профессиональ театр нигеҙендә артистарҙан Вәлиулла Мортазин-Иманский, Хажиәхмәт Бохарский (Ғәлимов), Әмин Зөбәйеров, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғималетдин Минһажев, Таңһылыу Рәшитова, Фәхерниса Сәмитова, Ғиниәт Ушанов, Елизавета Шляхтина-Сыртланова, Бә ҙ әр Йосопова, һ уңғараҡ Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Рәғиҙә Янбулатова, Тимербулат Имашев, Зәйтүнә Бикбулатова, Ғәзим Туҡаев, Ғабдулла Шамуҡов, Тәлиғә Бикташева, Вәли Ғәлимов, Әҡлимә Садыҡова, Хөсәйен Ҡудашев, Илшат Йомағолов торһа, ә XX быуат аҙағында - XXI быуат башында театрҙың төп көсө булып Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллин, Заһир Вәлитов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова, Илсөйәр Ғәзетдинова иҫәпләнә. Әйткәндәй, һуңғы төркөм бөгөнгә тиклем тыуған театрына хеҙмәт итә, хәҙер инде улар “театр аҡһаҡалдары||ағинәйҙәре” булып тора, бөгөнгө көндәге урта быуын артистары ла, йәштәр ҙә уларға “арҡа терәп” ижад итәләр.
Кешеләр төрлө булғандай, театрҙа хеҙмәт иткән артистар ҙа йөҙө, холоҡ-фиғелдәре, яҙмыштары, уйнау алымдары менән айырылып тора. Уларҙы берләштергән берҙән-бер мөхәббәт һәм хаҡиҡәт – ул да булһа театр. Театр донъяһында үҙ урынын тапҡан, сәнғәткә эскерһеҙ хеҙмәт иткән артистар байтаҡ, уларҙың исемдәре мәҙәниәтебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһында лайыҡлы урын алып тора.
Бөгөн һүҙем – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова хаҡында. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ул Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 1966 йылда килә. Билдәле шәхес – кинорежиссер Әмир Абдразаҡов төшөргән “Халҡым һағышы||Песни моего народа” исеме аҫтында сыҡҡан башҡорт халыҡ йырҙарын сағылдырған фильмдар араһында “Зөлхизә” йырына арналған бәләкәй генә фильмда йәш Р.Хисамованы күреп хайран ҡалдым: йәш ҡыҙҙың тулған айҙай нурлы йөҙөндә халыҡ йыры героиняһының бар кисерештәре сағыла, нескә билле һомғол кәүҙәһе, үҙ-үҙен тотоуы, эске донъяһы, килешле, етеҙ хәрәкәттәре һәр кемде үҙенә ғашиҡ иттерергә һәләтле!
Уның йәш сағын шулай “тере килеш” кино таҫмаһында күргәс, актриса уйнаған тәүге роле – Нәркәстең ни өсөн шул тиклем популяр булыуын аңлай төштөм. Р.Хисамова тыуғанда уҡ сәнғәт өсөн яралған, ул үҙ эшенә мөкиббән киткән, бар булмышы, йәшәйеше менән тулыһынса ошо донъяға ғашиҡ актриса, уның кеүек “эсе тулы моң”, сафлыҡ һәм дә донъяға һөйөү менән баҡҡан йәш ҡыҙ ғына драматург тарафынан уйлап сығарылған ошо образды замандаштарына бар нескәлегендә һәм тулайым еткерә алып, сәхнәләге образын ғүмерле итә алғандыр, моғайын. Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Нәркәс” трагедияһының премьераһы 1967 йылда үтә, ул спектаклде Лек Вәлиев сәхнәләштерә. Театрҙың яңы бинаһы асылған ваҡытҡа тура килә премьераның донъя күреүе – тамашасылар һорауы буйынса, хатта репертуарҙа ҡуйылған башҡа спектаклдәрҙе лә “Нәркәс” спектакленә алмаштыралар, ун бер көн рәттән барыуына ҡарамаҫтан, һәр көн тамаша залы шығырым тулы була.
Яңы сәхнә әҫәре менән бергә театр донъяһы өсөн яңы исем дә асыла. Гәзит биттәрендә йәш актриса Р.Хисамова уйынына баһа биргән мәҡәләләргә туҡталып үтәйек. “Ленинсы” гәзите актрисаны дала ҡыҙы менән тиңләй: “Рәмзиә Хисамованың дебюты – Илшат Йомағоловтың “Нәркәс” исемле драмаһында Нәркәс роле шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс булды. Был уңыш йәш артистканың тышҡы матурлығы һәм башҡарыу тәбиғилегенә генә бәйләнмәгән. Нәркәс ысын мәғәнәһендә дала ҡыҙы булып күҙ алдына баҫа, ул егеттәргә хас етеҙлеккә, ғорурлыҡҡа һәм ҡыйыулыҡҡа эйә”. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә И.Кинйәбулатов сәхнәгә өмөтлө йәштәр килеүен хәбәр итһә: “Сәхнәгә төп ролдә Рәмзиә Хисамова кеүек һәләтле йәш артистканың сығыуы ҡыуаныслы хәл. Был спектакль йәштәргә ҙур өмөт бағларға мөмкинлек бирҙе”, “Вечерняя Уфа” гәзите лә актрисаның сағыу талантын һыҙыҡ өҫтөнә ала: “Рәмзиә Хисамова, Нәркәс образын уйнап, үҙенең сағыу талантын күрһәтте. Йәш артистка эске тойғолар көсөргәнешлеген ғәжәйеп оҫта сағылдырҙы”.
“Известия Башкортостана” гәзите биттәрендә Ғ.Шафиҡов йәш актрисаның туңған йөрәктәрҙе һәм ҡатҡан күңелдәрҙе иретеү һәләте барлығын билдәләп үтә: “Мало кто из завзятых театралов не запомнил пленительную Нэркэс Р.Хисамовой в одноименной драме И.Юмагулова. Почему? Любовь рвалась у Рамзии, как лава вулкана, и лучилась, как свет. Она заставляла трепетать даже заскорузлые души и зачерствевшие сердца. Именно в этом была сила созданного актрисой образа”.
Нәркәс – актрисаның тәүге, иң уңышлы ролдәренең береһе генә түгел, оҙон ғүмерле һәм бәхетле яҙмышлыһы ла, өс тапҡыр Нәркәсте сәхнәгә сығарыу насип була уға: Башҡорт драма театрында уға ике тапҡыр - 1967- се һәм 1979- сы йй. ҡуйылған спектаклдәрҙә Нәркәс ролен башҡарыу яҙған булһа, шулай уҡ ижади биографияһының бер өлөшөн бәйләгән Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында эшләгән ваҡытта ла Р.Хисамова Нәркәсте сәхнәгә алып сыға - “Нәркәс”те Ҡазанда 1972-се йылда М.Сәлимжанов ҡуя.
1979-сы йылда театрыбыҙ сәхнәһендә икенсе тапҡыр донъя күргән “Нәркәс” тураһында яҙған ваҡытта “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Й.Яҡшыдәүләтов актрисаның уйыны рухи яҡтан байытылған тип билдәләй: “Артистка Р.Хисамова был образды бар тулылығында бөтә нескәлегендә, рухи байлығында сағылдырыуға ирешә. Нәркәс-Хисамова – тормошсан. Уны актриса кәүҙәләндергән образ тип түгел, ә үҙең шаһит булған хәл-ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан яҡын бер кешең кеүек ҡабул итәһең”. Башҡорт телендә уйнағанда ла, татар телендә уйнағанда ла Нәркәс бары тик Р.Хисамованыҡы булып ҡала. Әлбиттә, Камал театры сәхнәһендә телде үҙләштереү йәһәтенән ҡыйынлыҡтар була, әммә татар театр сәнғәте лә башҡорт актрисаһының уйынын хуплап ҡабул итә:
«–Уп мине, йот мине, ер! Ү ләһем килә минең, үләһем килә! – тип, тереклекк ә нә ф рәт ташлап, ергә ҡаплана. Т амаша залында ултырғанда был миҙгел шул тиклем тетрәндерә, бер мәлгә Н әркәсте үлгән кеүек хис итәһең. О браздың мораль көсө лә, ф изик көсө лә үлем нөктәһендә. А ртистканың ошо ф әжиғәүи хәлде дауам итергә көсө етерм е? Н әркәс-Хисамова тәжрибәле артистар һымаҡ аҡрынлап күтәрелә һәм образды дауам итеп алып китә» - тип яҙ а Ф . К ад ый рова “Татарстан йәштәре” гәзитендә (1974 й.). Д.Гимранова “Советская Татария” гәзитендә башҡа ролдәрҙән айырмалы Р.Хисамова башҡарған Нә ркәс образын һыҙыҡ өҫтөнә ала: «Нэркэс в интерпретации Р.Хисамовой предстает мужественной девушкой из народа. Она очень живая, земная и простая. Поэтическое мироощущение героини выражено не декларативно. Нэркэс Хисамовой искренна и пластична. Основная тема этого образа– борьба с косным миром за высокие идеалы любви и свободы... Строгая нежность, непосредственная открытость души – все это увлекает и волнует. Романтизируя образ, стремясь к его трагедийному звучанию, актриса подчеркивает неутоленную жажду возвышенного. Отсюда исходит ее увлеченность и страстность, выразительная жизнь души и тела».
Актриса өсөн Нәркәс – баш ҡа ролдәргә, сәхнәгә, уңыштарға юл асҡан роль булараҡ ҡәҙерле. Театр тәнҡитселәренең фекерҙәре ижади еңеүҙәр менән ҡеүәтләнә - Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй драма спектаклдәре смотрында Р.Хисамова I дәрәжәләге Диплом менән бүләкләнә . Ижадсының – драматургтың - фантазия емеше булараҡ тыуған образы уның ҡаурый ҡәләме аша ҡағыҙ битенә төшә – етмеш битлек пьесаның утыҙ алты бите – Нәркәс роле. Фекергә фекер үрелеп барған, зиһен зирәклеген ҡушып тыуған образ ҡағыҙ битенән актерҙар уйыны аша сәхнәлә “терелә”, улай ғына түгел, әҫәрҙең төп героиняһы Илшат Хәлил улы алдына үҙенең уҡыусыһы, йәш актриса Р.Хисамова ҡиәфәтендә алдына килеп баҫа! Һәм ошо хаҡта бәйән иткәндә, ике шәхестең мөхәббәт тарихының башланыуы тураһында яҙғанда, бөтәбеҙгә лә билдәле әҙибебеҙҙең бөйөк шиғри һүҙҙәре таман килер төҫлө миңә:
Имеш, һине Хоҙ ай яратҡ ан, ти,
Салыш ҡ абырғанан.
(Әйтерһең дә, уға шунан ҡ улай
Нәмә табылмаған...)
Дөрө ҫ түгел! Һине мин яраттым
Уттан, һыу ҙ ан, нурҙан,
Бөтмә ҫ хыял, һүнмә ҫ өмөттәр ҙ ән
Һәм бер моңло йырҙан.
Ғазап ҡ уштым, йәнә шик ө ҫ тәнем -
Әскелтем тәм һалдым,
Шатлы ҡ тар ҙ ың ҡ ә ҙ ерен белеү өсөн
А ҙ ғына ғәм һалдым.
Ай ҙ ар.... Йылдар... Ғүмер буйы шулай
Һине бар ҡ ыламын.
Һының, рухың камиллаш ҡ ан һайын,
Һинән тартынамын.
Кү ҙҙ әреңдең тылсымынан ҡ аушап,
Хатта зар буламын.
Ә шулай ҙ а, һине ижад итеп,
Ү ҙ ем бар буламын.
Ун биш йәштә генә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп, әле бала-саға ғына ҡыҙҙар, курс етәксеһе Илшат Йомағолов ағайҙарына бөтәһе лә тиерлек мөкиббән китеп бағалар. Мәҙәниле, иғтибарлы-ихтирамлы, һомғол буйлы, көр тауышлы – йәш саҡта ҡыҙҙарҙың хыялына тура килгән әкиәт батыры һымаҡ баҫа ул күҙ алдына. Бына шундай ир-егеткә нисек ғашиҡ булмаҫҡа мөмкин?! Әммә Рәмзиә-Илшаттың мөхәббәт тарихы “Нәркәс” спектакле менән бергә тыуа. Уның Нәркәсе Тимерханға нисек ғашиҡ булып, мөхәббәте өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булһа, йәш актриса Рәмзиә Хисамованы ла мөхәббәт тулыһынса үҙ донъяһына тартып ала. Уның Илшат ағайға ҡарата мөхәббәте менән бергә тамашасының Нәркәскә лә һөйөүе арта бара, “Ул осорҙа миңә урамда Нәркәс тип өндәшә торғайнылар” – тип хәтерләй актриса. Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған ике “Нәркәс” арауығында йәш ғаилә Ҡазан ҡалаһында ла эшләп ҡайтырға өлгөрә, Рәмзиә радио тыңлап, гәзит уҡып, кешеләр менән аралашырға тырышып, татар телен тиҙүк үҙләштерә, ә Илшат ағайға ҡыйынға тура килә, хатта сәхнәгә сыҡҡанда ла ул аңғармаҫтан татар һүҙҙәренә башҡортса ялғауҙар ҡушып ебәрер була.
Уларға Камал театрында мәшһүр режиссер Марсель Сәлимжанов менән эшләү бәхете тейә – шулай итеп, Ҡазан, Камал театрында эшләгән ваҡыт йәш ғаилә өсөн тормош һәм ижад мәктәбе булып иҫтә ҡала. Әммә башҡорт артистарына нисек кенә уңайлы шарттар, тулы ижади мөхит булмаһын, күңел барыбер тыуған яҡты һағына, үҙ мөхитен юҡһына – улар йәнә үҙ театрына әйләнеп ҡайта һәм ошо нигеҙҙән башҡаса бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайҙар.
Уҡытыусыһы, ижадташы, балаларының атаһы һәм тәүге ҡайнар мөхәббәте Илшат Хәлил улы Йомағолов Р.Хисамова өсөн ғүмерлеккә “Илшат ағай” булып ҡала. Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Уларҙың никахы ла күктә яралып, үҙ ваҡыты еткәс, Хоҙай ҡушҡан арауыҡты бергә үткәс, юлдары айырыла. Йәшәлгән йылдар һәм матур мөхәббәт тарихы Р.Хисамованың уға арналған шиғри юлдарында мәңгелеккә урын алған:
Юлдарыңа гөлдәр һиптем,
Ниңә тиле тимәнең?
Аптыраулы ҡараш менән
Гөлгә баҡҡан һөйгәнең.
Ниңә тиле тимәнең һин,
Тилелектәр күп ҡылдым,
Әле хәтереңдә микән
Һине тәү күргән йылым?
Һәр бер һүҙең, һәр ишараң
Миңә ҡанат өҫтәне.
Түбәмдә йәйғор уйнаны
Нәҡ тә ете төҫтәге.
Аяҡ аҫтым тик гөл ине,
Ә һин – гөлдәр бәйләме.
Донъя мине орсоҡ итте,
Үҙе китте әйләнеп…
Зыр килгән ошо донъяла
Бер ҡояшым, бер айым
Ул - һин инең, бағыр өсөн
Бер көлөп, бер моңайып…
Юлдарыңа гөлдәр һиптем –
Яныңда башҡа кеше.
Ниҙәр булған, нисек бөткән –
Кемдең кемдә ни эше…
Юлдарыңа гөлдәр һиптем –
Нишләп тиле тимәнең?
Һорау төҫлө бөгөлөп төшкән
Гөлгә ҡарап һөйгәнең…
Беҙҙең уртаҡ хәтерләүҙә
Рәнйемә, ул –сит кеше.
Юлдарыңда һинең – гөлдәр…
Кемдең унда ни эше.
- Мин Илшат ағайҙы оло, саф һөйөү менән яраттым, ул миңә йөрәк йылыһы менән бергә атай һөйөүен дә бүләк итте – һәр ваҡыт миңә “ҡыҙым” тип өндәште. Илшат ағай, драматург, актер булараҡ олуғ шәхестәрҙең береһе, тип иҫәпләйем, ул рухлы, сая, хисле булды. Тыуған ерен, тыуған телен Илшат ағай һымаҡ ныҡ яратҡан кешеләр бик һирәк! Уның ошо һөйөүе миңә һәм балаларыбыҙға күскәндер. Бына кешеләр тормошта идеаль ғаилә булдырырға ынтыла, бөтә йәшәү рәүешен шуға йүнәлтә. Мин бер ваҡытта ла ғаиләм идеаль булһын тип ынтылманым, моғайын, ваҡыт та булмағандыр, нисек бар – шул килеш ул минең өсөн идеаль ғаилә булып тора: унда шатлыҡтары- һағыштары, йыуаныстары-ҡыуаныстары бергә үрелгән…”
“Тауҙар бейегерәк булған һайын, уларҙың яҙмыштары ла ауыр, ҡатмарлы” – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бер ни менән дә теркәлмәгән, тик ышаныс һәм һөйөү менән генә яралған ғаиләлә улар үҙ йөгөн аҙаҡҡа тиклем бергә тарта алмайҙар, әммә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, ихтирам төшөнсәһе мәңгелеккә күңелдәрендә уйылып ҡала. “Һуңынан бергә йәшәмәгән саҡта ла Илшат ағай килеп йөрөнө, уны һәр ваҡыт асыҡ сырай менән ҡаршы алдым, сәғәттәр буйы аш бүлмәһендә һөйләшеп ултыра инек. Бер-беребеҙгә асыу-үпкә һаҡламаныҡ. Сәнғәт кешеһенең яҙмышы шулайҙыр, күрәһең, ижадта ла, ғаиләлә лә берҙәй үк бәхетле булғандар күп түгел. Сөнки беҙҙең табынғаныбыҙ – сәхнә, театр бит” – тип бик матур хәтирәләр менән бүлешә Рәмзиә Хисамова.
Р.Хисамованың күңел сөңгөлдәрен буйлайбыҙ, әңгәмәсем ихлас күңелдән үҙенең кисерештәре менән бүлешә, ә мин уның күҙҙәренә бағам – әйтерһең, ике йондоҙ кеүек балҡып торған күҙҙәр менән миңә йылдар аша Йомабикә Ильясова һүрәтләгән Нәркәс ҡарай: “Нәркәстең тыуған еренә мөхәббәте ҡайнар һәм тәрән. Күрәһең, элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында Ватан тойғоһо бик көслө булғандыр. Беҙҙең быуынға драманы һуңыраҡ, театрҙа икенсе тапҡыр сәхнәләштергәндә ҡарарға тура килде. Ул спектаклдә лә Рәмзиә Хисамова һынландырған Нәркәс ғәжәйеп сибәр ҙә, сая ла, ғорур ҙа ине. Ике йондоҙ кеүек балҡып торған күҙҙәренең матурлығы әле лә хәтерҙә” (“Башҡортостан ҡыҙы”, июль 2011 йыл). Уның ике йондоҙ кеүек балҡып торған күҙҙәр тағы ла нығыраҡ осҡон сәсеп китә: уларҙа –шатлыҡ та, һағыш та бар кеүек. Ә иҫтәлектәр – күп, хәтер йомғағын тағатҡан һайын тағы ла ҙурыраҡ йомғаҡҡа юлығаһың… Әйтәйек, йәш саҡтағы хәтирәләр… Илшат ағай менән Рәмзиә оло юл буйынан китеп баралар. Шул ваҡыт улар янынан йәшел борсаҡ тейәгән йөк машинаһы үтеп китә. Ошоно күргән ауырлы йәш ҡатындың: “Борсаҡ ашағым килә, шул тиклем ныҡ борсаҡ ашағым килә…” – тип әйтеүе була, бәһлеүәндәй йәш ир ҡулдарын болғай-болғай йөк машинаһы артынан тороп йүгерә. Хәтһеҙ йүгерергә тура килә уға, әммә машинаны туҡтата, ҡатынына бер ус ҡына түгел, ә бер ҡосаҡ йәшел борсаҡ алып килә Илшат ағай. Тағы ла бер ғәләмәт килеп сыға – бер ваҡыт гастролдә ваҡытта Рәмзиәнең аҡбур ашағыһы килә. Аҡбур “Универмаг” магазинында һатыла. Илшат ағай менән теге “Универмаг”ты юллап китәләр. Килһәләр – магазин бикле тора, баҡтиһәң, бөтәһе лә район һабантуйына киткәндәр икән. Ике-өс сәғәт ҡыҙынып ултыралар улар магазин тупһаһында, Илшат ағай ҙа ҡатыны теләгенә ҡаршы төшмәй, сабыр ғына көтә бирә. Көтөп-көтөп арығас Рәмзиә магазиндың нигеҙенә ултырып, шуны соҡой башлай. Унан берәм-берәм аҡбур киҫәктәре ҡойола (элек нигеҙҙәрҙе аҡбур менән буяған булғандар) – Рәмзиә шуларҙы соҡоп ашай, шулай итеп йөклө ҡатындың күңеле булып, ҡунаҡханаға ҡайтып китәләр. Теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр бит…
Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған Рәмзиә Хисамова. Уға биш йәш тигәндә, ғаиләһе менән Урта Азияға сығып китәләр – Тажикстандың Расрау тигән ауылда йәшәйҙәр. Был күсенеүҙең сәбәбе – моғайын да, улар атаһы яғынан олатаһының эҙен юллап йөрөгәндәрҙер, тип фараз итә актриса, сөнки уның олатаһы - Хисаметдин мулла - бола ваҡытында Зәки Вәлиди менән Төркиәгә сығып киткән була. Уның эҙенә төшә алмайҙар, әммә ләкин шул барғандан ғаилә тарҡала – дүрт балаһын алып әсәһе Ҡыйғы районы Абзай ауылына ҡайтып китә. Бала сағын һағыныуы, уның яҡты иҫтәлектәре – актрисаның уйҙарынан ҡағыҙ биттәренә ағылған…
Күҙем йомһам – Уртауылым.
Уртауылым. Ыйығың…
Бәләкәйҙән күккә ашҡан
Өйөбөҙҙөң ҡыйығы…
Ҡыйығынан төтөн үрләй
Зәңгәр күккә, бейеккә.
Уйҙарымды алып китә
Иркәләп тә, сөйөп тә…
Гүйә, унда төтөн буйлап
Бер ҡыҙ бала йүгерә.
Ҡолонсаҡтай, эй, уйнаҡлай,
Етә алмай күгенә…
Күҙҙәремә йәш эркелде.
Әллә төтөн индеме?
Әллә ошо ҡыҙ балаға
Йылдар башын эйҙеме?
Яҙмыштарына яҙғаны шул – аҙаҡтан да донъяуи хәлдәр килеп сығып, ата-әсәһе яңынан бергә була алмайҙар, әммә әсәй кеше үтә лә сабыр, эшһөйәр була, ҡыш буйы мәктәптә балалар уҡытһа, йәй айҙарында колхозда норма алып үтәй, балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерә.
Бәләкәйҙән үк эш рәтен белеп, еңмеш тә, батыр йөрәкле лә булып үҫә Рәмзиә – Иҫке Хәлилдә йәшәгәндә Һарыбикә яланына, Шиҙәле буйына сығып китһенме, йә иһә Абзайҙың яландарын ҡыҙырһынмы, йылға буйҙарына балыҡ тоторға сығып китһенме – бер нәмәнән дә ҡурҡып тормай. “Утҡа ла инер, һыу ҙа кисер” була ул – оҙаҡ уйларға яратмай, алдына алғанын эшләп тә ҡуя. Бер ваҡыт, уға өс йәштәр булғанда, эсенә шеш сыға. Өлкәндәрҙән ишетеп ҡала: әле шеш өлгөрмәгән, бер-нисә көндән ҡыҫҡылап, үҙәген сығарырға була. Ололар өйҙә юҡ саҡта һикегә ултырып ала ла, шеште ҡыҫҡылай башлай, ә шеш үҙәге иһә “атылып сығып ҡаса”. Ҡурҡыу хисе булмай ҡыҙсыҡта, әммә ҡурсалаусы фәрештәһе булғандыр, моғайын: бер ваҡыт бәләкәй сағында уның эсенән ауыр ат арбаһы үтеп китә… “Бөттө, үлде был бала” – тип өлкәндәр аһ итә. Ҡыҙыҡай иҫән ҡала – “күрәһең, фәрештәләр тәгәрмәсте күтәреп алғандыр” – тип ололар был ғәжәп хәлде үҙҙәренсә юрап ҡуялар.
Рәмзиә Хисамова – илаҡтар затынан түгел, йәш саҡта роль сыҡмағанда иларға тура килгән, әлбиттә, әммә әлеге ваҡытта, үҙе әйткәнсә, “ныҡ кеше”, ә шулай ҙа ҡайһы ваҡыт үпкәләткән һүҙ уны илата ала, аңғармаҫтан-көтмәҫтән күңелгә килеп бәрелгән “алама һүҙ”гә ғәрлегенән күңеле тулыша. Килеп сыҡмағандан илау – еңмешлек илауы һәм көсһөҙлөктән илау – ике төрлө хәлдә генә илай ала ул, әммә күп осраҡта һәр ваҡиғаға анализ яһарға, үҙен ҡулға алырға тырыша. Хәтерендә, беренсе “Нәркәс”те сығарған ваҡытта репетиция барған залдың бер мөйөшөндә ул илаһа, икенсе яҡта Зөмрәт ролен уйнаусы Ләлә Әхмәтова ла һыңҡылдап илай икән, сәбәбе – “Бер нимә лә килеп сыҡмай”… Икенсе тапҡыр ҙа “Нәркәс” илата уны – спектаклдә һуғыш сәхнәһен уйнағанда Сынтимер бейҙе уйнаған актерҙың ҡолағындағы алҡаһы (реквизит!) төшөп китә, актер шул алҡаны эҙләй башлай, тыуған ситуациянан сығыр өсөн тырыша, әммә уның ҡыланыштарына ҡарап халыҡ көлә башлай һәм трагедия жанрындағы сәхнә әҫәре комедия хәленә төшөп китә. Тотош спектаклдең башҡа юҫыҡҡа бороп алып кителеүе өсөн һуңынан Нәркәс-Рәмзиә төнө буйы түгелеп илай…
Бөгөн иһә ул нығынған, хис-тойғоға ҡарағанда аҡыл өҫтөнөрәк, тип иҫәпләй: “Ваҡыт алдында мин көсһөҙ – бына шул мәл күҙҙәрем йәш менән тула… Мәҫәлән, Алла Пугачеваның “Старинные часы” тигән йыры мине тәъҫирләндерә ала. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең ваҡыт та шул тиклем тиҙ үтә, ул туҡтамай. Күңел тулып илағандан күңел таҙарып ҡалалыр…”
Актрисаның ролдәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Театр белгестәренең актриса ижады тураһындағы мәҡәләләр араһында тәнҡитсе Һ.Сәйетовтың яҙғандары иғтибарҙы тарта. “Она еще сыграет Жанну д”Арк, даже если ту будут звать на нашей сцене как-нибудь иначе. И уже играет! Пламенный облик народной воительницы за независимость и честь отчизны, за социальную справедливость и человеческое достоинство осеняет многие театральные образы Рамзии Хисамовой. Люди подвига и долга, вдохновенные жизнестроители, люди большой и смелой мечты – излюбленный художественный тип актрисы. Он видится в непокоренных Зубаржат и Нэркэс (трагедии Мустая Карима “В ночь лунного затмения” и И.Юмагулова “Нэркэс”), в горестных, но несогбенных Хандугас и Галине (драмы С.Мифтахова “Зимагоры” и Али Карная – Л.Валеева “Мы вернемся!”), в самоотверженных Агазии и Дочери (трагедия Мустая Карима “Не бросай огонь, Прометей!” и драма Назыма Хикмета “Всеми забытый”).
Несомненно, искусство Рамзии Хисамовой носит публицистический характер. Однако это восе не значит, что образы, созданные молодой актрисой, декларативны. Нет, они пластичны и одухотворенны. Они несут живую радость, таят в себе печаль, находятся в круге актуальных жизненных связей современных людей”. (“Правда о жизни”, С.Саитов, газета “Советская Башкирия”, 1979 г.)
Актрисаның сәнғәтен публицистик характерҙа, әммә уларҙа пластика менән рух юғарылығы бар, тип билдәләп үтә тәнҡитсе һәм ул хаҡлы. Бына шундай рух юғарылығын йөрәгендә йөрөткән актрисалар ғына яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина кеүек рух ҡаһарманының образын тыуҙырырға һәләтлелер, моғайын. Рәмзиә Хисамова Һәҙиәне халыҡҡа, замандаштарыбыҙға ҡайтарҙы!..
>Я ҙ ыусы ҡ атын- ҡ ы ҙҙ ар тураһында һү ҙ сы ҡҡ анда, моғайын, иң беренсе булып Һә ҙ иә Лотфулла ҡ ы ҙ ы Дәүләтшинаның исеме хәтергә киләлер. Һә ҙ иә Дәүләтшина, ҡатмарлы һәм ауыр тормош юлы үтә, милли прозала ул юйылма ҫ сағыу э ҙ ҡ алдыра алды. Замандаштарының хәтерләү ҙ әре буйынса, Һә ҙ иә Дәүләтшина и ҫ киткес изге күңелле кеше, ҙ ур талант эйәһе булған. Яҙыусының ошо яҡты образы - халыҡ күңелендә йәшәгән Һәҙиә сәхнәгә сыға. Рәмзиә Хисамованың Һә ҙ иәһе (бигерәк тә уның “Ырғы ҙ ”ын уҡығас) - оло фекер эйәһе, ғалим–тарихсы, этнограф, социолог, психолог, философ булып һәм, иң мөһиме, ү ҙ хал ҡ ының я ҙ мышы менән йәшәүсе патриот булып кү ҙ алдына ба ҫ а, был хаҡта матбуғат биттәрендә лә яҙып сығалар: “Һәҙиә Дәүләтшина... Был исемде ишетеү менән уйсан, бик алыҫҡа-алыҫҡа төбәлгән һағышлы ҡарашлы, зифа буйлы, йәш һылыу ҡатын күҙ алдына килеп баҫа. Әйтерһең, шул моңһоу ҡарашы менән ул үҙенең үткәнен байҡай, нимәһендер юғалтҡан кеүек туҡтауһыҙ эҙләнә, талпына, ләкин таба алмай, һораулы күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, ҡатып ҡала. Шар асылған был ҡоңғорт күҙҙәрҙә сер ҙә, зар ҙа, әйтеп бирә алмаҫтай талап та бар һымаҡ: әйтерһең, ул үҙ ғүмеренең, үҙ дәүеренең йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан да, шуны асып, аңлатып биреүҙе беҙҙән үтенә... Беҙ күптән ихтирам итеп килгән талантлы артистка Рәмзиә Хисамова кәүҙәләндергән образ аша тамашасы ана шундай көслө, яҡты рухлы Һәҙиәне күрҙе, уны йәлләне, ҡул сабып теләктәшлек белдерҙе, уның менән һоҡланды. Рәмзиә-Һәҙиәлә хәтерләү рәүешендә алынған үткән ғүмер сәхифәләрен күҙаллау уңышлы булды. Ул бында тойғоларҙың ысын мәғәнәһендә тулылығына, тәбиғилегенә өлгәште. Бигерәк тә Ғөбәй (Р.Нәбиуллин) менән булған сәхнәләр йылы тәъҫир ҡалдырҙы”. (“Бер ғүмере шуға торорлоҡ”, К.Хажиәхмәтов, “Башҡортостан” гәзите, 28.02.1991 й.)
“Ҡот осҡос ауыр яҙмышҡа дусар булған башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина образын ғына алайыҡ. Ижадының иң емешле, һутлы йылдарында әҙәм көсө етә алмаҫлыҡ ғазаптар алдында ла бөгөлөп төшмәгән, иң ауыр мәлдәрҙә лә кешелек сифаттарын һаҡлай белгән, үҙ-үҙенә, халҡына тоғро ҡалған Һәҙиәбеҙҙең бар булмышын асып һалып, ошондай ҙа аҫыл йөрәкле шәхестәребеҙҙең ғүмерен ҡыйған дәһшәтле йылдарға, таланттарҙы берәмләп түгел, меңәрләп тамуҡҡа илтеүгә булышлыҡ иткән тар күңелле көнсөл әҙәмдәргә эстән генә тағы бер ҡат ләғнәт уҡырға мәжбүр итте Рәмзиә Хисамова. Әгәр актриса ролен шул тиклем дә оҫта, ышандырырлыҡ итеп уйнай алмаһа, тамашасы ла ул тыуҙырған образдарға битараф ҡалыр ине. Йыш ҡына ниндәй ҙә булһа спектаклдән һуң халыҡтың: “Актер үҙе лә тыумыштан көслө ихтыярлы, саф күңелле булмаһа, трагик яҙмышлы ролдәрҙе еренә еткереп башҡара алмай”–тигәнен ишетергә тура килә. Ысынлап та, шулайҙыр”. (“Йондоҙҙар көндөҙ ҙә яна”, М.Сәфәрғәлина, “Йәшлек” гәзите, 14.08.1997 й.)
“Һәҙиә” пьесаһының авторы Ғ.Шафиҡовтың тыуҙырған образына актрисаның ижади ҡеүәһе тулайым тап килә, был хаҡта һәм актрисаның башҡа ролдәре хаҡында Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов “Известия Башҡортостана” гәзите биттәрендә яҙып сыҡты: “В трагедии “В ночь лунного затмения”, поставленной почитаемой мною Шаурой Мусовной Муртазиной, Рамзия появилась на сцене в роли Зубаржат и предстала перед зрителями в полном своем обаянии юности и чистоты. Уже тогда нетрудно было угадать в ней внутренний артистический темперамент и какое-то возвышенное, романтическое восприятие мира. Впоследствии качества эти углублялись, получали все более совершенную огранку, а сама Рамзия становилась одной из популярных актрис театра.
Много лет спустя я вновь увидел ее в той же трагедии Мустая Карима, но теперь уже в роли Танкабики, главы рода, на которой, по сути, держится весь этот удивительный спектакль. Трудно было угадать в этой властной и глубоко трагической натуре ту легкую, порхающую влюбленную в своего Акъегета девушку. Но осталась в Рамзие та наивинка юности, которая нет-нет да проскальзывала, просачивалась в новом облике: то в разговоре с молодыми, которые всем своим видом навевали на нее пам'ять о собственной юности и любви, то в общении с Диваной, то в отдельные моменты одиночества, когда человек полностью откровенен с самим собой… Но куда больше было в актрисе внимания к внутреннему миру своей героини, как многогранно и убедительно передавала она драму своей души, сложные переливы чувств и переживаний! Именно это психологическое мастерство прежде всего видел я в Рамзие и при исполнении ею роли Хадии Давлетшиной в спектакле, поставленном по моей пьесе (режиссер – Гюлли Мубарякова). Рамзия глубоко заглянула в духовный мир своего персонажа, женщины и Писателя, доведя ее жизненную и творческую трагедию до логического конца. Попутно замечу, что актриса сыграла еще в двух моих пьесах – “Старая квартира” и “Точка приложения”, и я безмерно ей за это благодарен”.
Һәҙиә роле - театр йылъяҙмаһына, башҡа ролдәр араһында мәңге ҡаласаҡ, ә актриса өсөн уның менән осрашыу аҡ ҡағыҙ битенә күсә – Р.Хисамованың күңелендә “Бәпембәләр” шиғыры тыуа, ул - репрессия ҡорбандарының яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙыла.
Киләм әле… Тирә-яғым –
Бәпембәләр тулы аҡлан.
Эйеләм дә әйтмәк булам:
“Әсе елдәр килә… Һаҡлан!”
Морон төртөп, ерҙе тишеп,
Һары баштар, сыҡтығыҙ ҙа…
Буй еткереп, үҙ күркегеҙ
Аҡ мамыҡҡа сумдығыҙ ҙа…
Мамыҡ… мамыҡ оса күктә…
Бәпембәләр сәсен һалған.
Ел һыҙғырған ер өҫтөндә
Тулы аҡлан таҡыр ҡалған.
Бәпембәләр… Бәпембәләр…
Таҡыр башлы йәтимәләр.
Иҫәһе ел иҫә, үтә.
Ҡала бара хәтирәләр,
Ҡала бары хәтирәләр…
Бөгөнгө тәжрибә, йәшәлгән йылдар, фекерҙәр аша сығып ҡарағанда, йәш саҡта уйнаған ролдәрен башҡасараҡ уйнар инем, тигән фекер ҙә бәлки актрисала тыуып ҡуялыр, әммә һәр нәмә үҙ ваҡытында булыуы менән ҡәҙерле. “Һәр бер ролдән һуң, бик һәйбәт уйнаһаң да хатта, күңелдә ниҙер әйтеп бөтөлмәгән һымаҡ тойғо ҡала. Шулай булырға тейештер ҙә. Сәхнә донъяһы күңел тәрәнлегенән тора, хис-тойғоларға нигеҙләнә. Ҡәнәғәтһеҙлек кисереү тәбиғиҙер. Һәм ул тойғо ижадта этәргес көс тә”- тип уй-фекерҙәре менән бүлешә ул.
Рәмзиә Хисамованың ижад биографияһында урын алған “Ай тотолған төндә” һәм “Онотолған әҙәм” спектаклдәре тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. “Актриса Р.Хисамова “Ай тотолған төндә” спектаклендә Зөбәржәт ролендә сығыш яһаны. Мин күргән бик күп постановкаларҙа Зөбәржәт образы туранан-тура лирик образ булараҡ тасуирлана, ә ғашиҡтарҙың сәхнәләрҙә осрашыуы ышандырғыһыҙ романтик характерҙа ине. Хисамова башҡарыуында текст бөтөнләй башҡаса яңғыраны. Уның Зөбәржәте азатлыҡ һөйөүсе, шағир һәм батыр Аҡъегеткә лайыҡлы ҡыҙ. Ул атта етеҙ сабып китһә, Зөбәржәт тә уның артынан саба. Ул үҙенең тойғоларын матур һәм юғары рухта һөйләп бирә алһа, Зөбәржәт тә шиғри һүҙҙәргә бай. Ул һуғышҡа китергә әҙер булһа, Зөбәржәт тә уның менән бергә барырға әҙер...
Актрисаның драматик һәләте тағы ла нығыраҡ асылған һуңғы һәм уңышлы уйналған ролдәрҙең береһе – Н.Хикмәт пьесаһы буйынса “Онотолған әҙәм” спектаклендә Ҡыҙ образы. Ҡыҙ – атаһының дан ҡорбаны: атаһының данын һаҡлап ҡалыу өсөн һәм атаһына булған сикһеҙ һөйөүе һөҙөмтәһендә ул аҙағы үлем менән бөтөргә тейешле аҙымды яһай. Башҡа юл юҡлығын белеү һәм ошо хәлгә ҡаршы сығыу теләге бигерәк тә һуңғы һәм хәл иткес мәлдә - ата менән ҡыҙҙың асыҡтан-асыҡ һөйләшеү күренешендә айырыуса драматик көс менән яңғырай. Тап бында Ҡыҙ – Хисамова атаһын данлы, донъяға танылған докторҙа ябай кешенең һиҙгерлеген тыуҙырыу ышанысы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡыра. Бының менән ул йәмәғәт фекеренә ҡаршы сыға”. –тип йәш актрисаның тәүге аҙымдары хаҡында Р.Латипова “Ленинсы” гәзитендә 1976 йылда яҙып сыға.
Риф Тойғон егерме йыл элек Р.Хисамова тураһындағы ижади портретта актрисаның ижадында Мостай Кәрим әҫәрҙәре тураһында әйтеп үтә: «Рәмзиә Ислам ҡыҙы өсөн Мостай Кәрим драматургияһының ҙур өйрәнеү мәктәбе булыуын әйтергә кәрәк. Академия драма театрына тәүге аҙымдар яһаған йылдарҙа уға «Ай тотолған төндө» трагедияһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Зөбәржәт роле лә бирелә. Етмешенсе йылдар уртаһында иһә ул халыҡ шағирының хәҙер инде киң билдәле икенсе сәхнә әҫәрендә – «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһында Агазия ролен башҡара. Бер уйлаһаң, ошондай образдар өҫтөндә эшләгән актриса өсөн яңынан сәхнәләштерелгән “Ай тотолған төндө» спектаклендә ҡатнашыу ҙа тәбиғи ҡабул ителә – был юлы ул Тәңкәбикә ролендә сығыш яһай».
Илле йылдан ашыу ижад осоронда актриса йөҙҙән ашыу роль уйнай, тимәк, шул саҡлы героинялар яҙмышы үтә уның йөрәге, аҡыл - зиһене аша, уларҙың һәр береһендә - Р.Хисамованың “йөҙө” сағыла: уға ғына хас уйын алымдары, күңел байлығы, тәжрибәһе, хистәр биҙәге… Зөбәржәт («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Гөлнар («Мөхәббәт тураһында йыр», Ә.Атнабаев), Алһыу («Йәнбикә», Р.Сафин), Сашенька («Иванов», А.Чехов), Агазия («Ташлама утты, Прометей!», М.Кәрим), Галина («Беҙ ҡайтырбыҙ», А.Карнай), Илона («Ят йондоҙ», X .Вуолийоки), Һәҙиә («Һәҙиә», Ғ.Шафиҡов), Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Фатанат («Аттила», Ғ.Шафиҡов), Ғиҙелбанат («Хушығыҙ, хыялдарым!», Ә.Атнабаев) һәм башҡалар актрисаның йөрәге аша донъя күргән.
…“Ауырлыҡтар алдында кешеләр өс төргә бүленә, тиҙәр. Берәүҙәре ҡолай, икенселәре, янып күмергә ҡалырын белһә лә, көрәшә, өсөнсөләре ауырлыҡтарҙан сығыу юлын үҙ-үҙен камиллаштырыуҙа күрә. Мин үҙ-үҙемде камиллаштырыуға ынтылдым. – ти актриса. - Донъя шундай ҡатмарлы. Ул һине ҡырҡҡа төрләндерә. Берәү – кеше яңылышлыҡтарынан, икенселәре үҙенең хаталаныуҙарынан һабаҡ ала, өсөнсөләре йәне йәрәхәтләнһә лә киҫәмәй. Ә тормош аяуһыҙ, ҡайта-ҡайта тәүбәңә килтерә. Бына ошо “ҡаҡҡылап-һуҡҡылауҙарҙан” кемдеңдер күңеле ҡата, кемдер, киреһенсә, башҡаларға аяулы була башлай. Йәшәү ҡанундары бәндәнең бәндәнән кәм түгеллеген һиҙҙерә, күҙҙәрен аса. Мин хәҙер тик үҙ һүҙен генә һүҙ итергә тырышҡан кешеләргә йәлләп ҡарайым. Быны аңлар өсөн бәлки, миңә үҙ йөрәгем аша үткәреп, үҙемә кисереү-төшөнөү кәрәк булғандыр. Һинең өлөшөңә тейгәнде берәү ҙә күтәрмәй. Үҙең һөйрәйһең йөктө”.
Р.Хисамова тормошта һәм ғаиләһендә генә түгел, ижадта ла һәр ваҡыт эҙләнә, төшөнөргә тырыша, яңылыҡ артынан эйәрә. Заман менән бергә атларға ынтылыу, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уны режиссер һөнәренә уҡырға өндәй. Балаларым- студенттар, тип ҡарап тормай, үҙе лә парта артына ултыра, белемен камиллаштыра, режиссура һөнәрен үҙләштереүгә бар көсөн һала. Әсәһенең уҡырға инеүе балаларына ла ыңғай йоғонто яһай, хатта үҙенә күрә өлгө итеп ҡабул ителә – улар ҙа тырышып уҡый башлайҙар.
Диплом спектакле итеп Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Марат Әбүзәров пьесаһы буйынса “Ыҙан” спектаклен сәхнәләштерә. Мәскәүҙең Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан килгән белгес, тәнҡитсе Валентина Федорова, спектаклде ҡарағас, матбуғат биттәрендә яҙып сыға: “Был сәхнә әҫәрендә иң мөһиме шул: ул актриса булараҡ актер тәбиғәтен бик нескә тойомлай, шуның өсөн дә спектаклдә ҡыҙыҡлы актер эштәре бихисап – быға саҡлы ла беҙ белгән актер бында бөтөнләй икенсе төрлө асыла. Ҡарт әсә, яңғыҙ әбей образдары ҡалай тормошсан булып күңелдәргә инә. Ә эске образы? Режиссер бында прокурор ролендә түгел, ә үҙенең геройҙарын яҡлаусы адвокат һымағыраҡ сығыш яһай. Бына ошонда Рәмзиә Хисамованың үҙенсәлекле режиссер һәләте…” (“Башҡортостан”, 1996 й).
Актер һөнәрен тулыһынса режиссер эшенә алмаштырырға тигән теләк, ынтылыш булмай, шулай ҙа Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Илшат Йомағоловтың “Сәсәндәр” спектаклен улы Айсыуаҡ Йомағолов менән берлектә ҡуялар.
“Үҙегеҙгә ҡайһы сифатығыҙ оҡшай, ә ҡайһылары оҡшамай?” – тигән һорауға килгәндә, Р.Хисамованы күп осраҡта талапсанлыҡта “ғәйепләй” тирә-йүн. Ә үҙе шулай ти: “Мин иһә, үҙ-үҙеңә, хатта кәрәк саҡта башҡаларға ла күпмелер кимәлдә талапсанлыҡ талапсанһыҙлыҡҡа ҡарағанда һәйбәтерәктер ул, тип уйлайым. Үҙ-үҙенә талапсан булмағандарҙың күбеһе илке-һалҡылыҡ менән яфаланыусан. Бөйөк Вольтер: “Беҙгә булғаны менән шөкөр итегеҙ, һәйбәтте теләмәгеҙ, ҡыҙыҡһыныусанлығығыҙҙы баҫығыҙ, тынғыһыҙ рухығыҙҙы йүнләгеҙ, тиҙәр. Былар барыһы ла һәйбәт кәңәш, әммә беҙ бары тик ошо һүҙҙәргә ҡолаҡ һалһаҡ, әле һаман да имән сәтләүеге кимереп, асыҡ күк йөҙө аҫтында йоҡлар инек”, - тигән. Дөйөм алғанда, мин тыныс тәбиғәтле, ихлас кешемен. Башҡаларға ярҙам итергә яратам. Ярҙам итә алмаған осраҡта, эстән ныҡ һыҙам”.
Беҙ йәнә сәхнәгә, актриса уйнаған ролдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Комедия жанрында, халыҡ “кәмит” тип йөрөткән жанрҙа ла уйнарға актриса маһир, уның комик ролдәре араһында – Йәнһылыу (“Их, кәләше лә кәләше”, Х.Зарипов), Шәмси – (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Мәрйәм - (“Айғырыңды үтескә бир!..”, Р.Кинйәбаев), Шәмсебикә – (“Аты барҙың – дәрте бар”ҙа, Н.Ғәйетбаев) һәм башҡалар . Р.Хисамованың ҡ атмарлы психологик образдар тыу ҙ ырыу һәләте трагик характер ҙ ағы ролдәр ҙ ә айырыуса ны ҡ асылһа ла, комедияла баш ҡарған ролдәрендә лә – йәнле, халыҡсан юмор, геройҙарҙың кисерештәрен күңел торошон нескә хистәр аша ярып һалыу һәләте менән уйын-көлкөлә сама белеп, “тәмләп кенә” биреү маһирлығы бар.
Әйтәйек, бөгөнгө көн репертуарында барған Рәлиф Кинйәбаев пьесаһы буйынса режиссер Илнур Муллабаев ҡуйған “Әбейүшкә@тущка.ру» исемле комедияһындағы Бибисара роле. Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡ ул ҡ аушырып ултырмай: әле картуф утай, әле мунса яға, әле гәзит у ҡ ый... Оло-ғара йорт ҡ а кү ҙ - ҡ ола ҡ булып торған, өнһө ҙ -тауышһы ҙ әбей көн буйы мыштыр-мыштыр килеп бөтмә ҫ -төкәнмәҫ йорт эштәре менән мәшғүл. Әйткәнде көтмәйенсә эшләп өйрәнгән ҡ арсы ҡ тормош тәжрибәһенән сығып, я ҡ ындарының йәшәйешен еңеләйтергә, уларға ҡ улынан килгән тиклем яр ҙ амлашырға тырыша. Күпме ғүмер ҡ әйнә менән йәшәп килене унан арып та киткән, ә икенсе я ҡ тан, йорттағы бөтә эште шул әбейүшкә бөтөрөп йөрөй бит, һис арты ҡ түгел... Улы менән килене, ҡ алала йәшәгән ҡ ы ҙ ы менән кейәүе әсәләрен «һин ҡ ара», «ю ҡ , һин ҡ ара» тип бәхәсләшкәндә, өлгөр замана ҡ арсығы ү ҙ я ҙ мышын ү ҙ е хәл итеп тә ҡ уя. Көлкөлө хәл-ва ҡ иғалар аша тормош тураһында уйланырға урын ҡ алдырған ә ҫ әр ҙ әге Р.Хисамова тыу ҙ ырған һөйкөмлө, алса ҡ , эскерһе ҙ әбекәй тамашасылар ҙ ың күңелендә уйылып ҡ ала…
Театр ҙ а егерме йылға я ҡ ын эшләгән ва ҡ ытымда артистар ҙ ың холо ҡ -фиғеленә өйрәнеп бөткәнмен, а ҫ тыртын ғына кү ҙ әтергә лә тура килә. Рәмзиә Ислам ҡ ы ҙ ы тормошта һәлмәгерәк, яйыра ҡ күренә, ә сәхнәгә сы ҡ һа ул еңел, осоп ҡ ына йөрөүсе актрисаға әйләнә: кү ҙ әтеүсән булыуы, тормош һәм сәхнә тәжрибәһе шулай ролен байытырға мөмкинлек бирәме, әллә тәбиғәтенән килгән “эске моңо”, тойомлауы һәм дә йылдар буйына тупланған маһирлығымы икән был?!..
Тағы ла яратып ҡ араған спектаклдәремдең береһе – ул “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектакле. Флорид Бүләков пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡ а ҙ а ҡ баев ҡ уйған. Йөкмәткеһе ҡ ы ҫҡ аса шулай: Абдулла ҡ арт эргәһенә һис уйламағанда Әжәл килә. Тап шул осрашыу ҙ ан һуң Абдулла былай ти: "Ү ҙ ғүмеремдә ү ҙ емсә йәшәй алмағанмын икән, ө ҫ тәмәһендә ү ҙ емсә йәшәрмен”. Абдуллаға ө ҫ тәмә ғүмер ҙ е ана шул Әжәл вәғә ҙ ә итә лә инде. Тик уның шарты ҡ аты: Абдулла өс сәғәт эсендә бер генә сауаплы эш баш ҡ ара алһа ла, уға ө ҫ тәмә ун йыл ғүмер биреләсәк! Абдулла ө ҫ тәлмә ғүмер алыр өсөн тә ҡ димде ҡ абул итә.
Әжәл тарафынан бирелгән ва ҡ ыт эсендә Абдулла менән уның ҡ атыны Фатима тормошоноң ҡ ы ҙ ы ҡ лы ла, ҡ ы ҙ ғ аныс та я ҡ тары асыла. Был ике өлкән кешенең хәл иткес шарттар ҙ а хыялдарын ысынбарлы ҡ итергә тырышыуы, әлбиттә, көлкө. Ул Абдулла менән Фатиманан трагикомедия герой ҙ ары яһай. Абдулла, мә ҫ ә лән, ү ҙ е әйтмешләй, запас ун ғүмер алыр өсөн ниндәй генә ҡ иәфәткә инмәй ҙ ә , ни ҙ ә р генә уйлап сығармай. Абдулланың ҡ арсығы – Р.Хисамова. Уның Фатимаһы – сабырлы ҡ өлгөһө, ғүмер буйы иренән “яратам” һү ҙ ен көтөп йәшәгән ҡ атындар ҙ ың күңел һы ҡ рауы, йөрәк яраһы уның ү ҙ ен тотошонда сағылып китә, әммә был яныу ҙ ар-һы ҙ ланыу ҙ ар – ҡ атын- ҡ ы ҙҙ ың кисерештәре, фә ҡ әт уның ғына “сер ҙ әр тулы бикле һандығы”. Залда ултырған тамашасыға ошо сер ҙ әр һандығы бер заман тулыр ҙ а, сайпылып түгелер тө ҫ лө лә булып китә… Бәлки уның йән ғазабына әйләнгән иланмаған күҙ йәштәренән тулған мөлдөрәмә тулы күнәктәргә бәрәбәр булып бер заман сайпылып китер ҙә… аһ-зарҙарҙы ауҙарыр?!… Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел, сөнки Фатиманың инанғаны – “сабырлыҡтың төбө - һары алтын”, ул – мөхәббәте хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға, ғүмер буйы көтөргә әҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухи символы… Рәмзиә-Фатима… Был юлы ла Рәмзиә Ислам ҡыҙы тулыһынса образына алып инеп, тамашасыларҙы юғары оҫталығы менән әсир итте, тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи ролде башҡарыу һәләте менән таң ҡалдырҙы, зиһен зирәклеген ҡушып, Фатиманың яҙмышын йөрәге аша үткәреп уйнаны һәм шуға күрә тамашасылар ҙа Фатимаһын һәм дә Фатима-Абдулла дуэтын яратып ҡабул итте.
“…Минең рухи халәтемә драматик образдар яҡыныраҡтыр, тип уйлайым. Элегерәк трагик-драматик ролдәрҙе ярата инем. Ундай образдарҙа кешенең психологияһы асыла. Ғөмүмән, мине кеше, шәхес психологияһы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Йондоҙнамә буйынса “Арыҫлан” бит мин. Ә уларҙа интуиция, йәғни һиҙгерлек, үтә күреүсәнлек сифаттары юҡ, тиерлек. Шуға ла аң-зиһенгә күберәк көс төшә. Ә уйланыу, төпсөнөп-төшөнөргә тырышыу үҙенән-үҙе ниндәйҙер дөйөмләштереүгә килтерә, әҙәм балаһының күңел кисерештәрен аңлауға яҡынайта. Хәҙер комик ролдәрҙе лә яратып башҡарам. Күрер күҙгә еңел-елпе һымаҡ тойолған образдарҙы асып биреү үҙенсәлекле оҫталыҡ талап итә – тип фекерҙәр төйөнөн һүтә актриса һәм үҙенә генә хас кинәйә һүҙ менән дауам итә: “Бер саҡ шулай ҡырғаяҡтан: “Һинең аяҡтарың күп, башлап ҡайһы аяғың менән атлайһың һуң?” – тип һорағандар, ти. Шул һорауға яуап эҙләп атлап ҡараған ҡырғаяҡтың аяҡтары үҙ-ара буталып, сыбалышып бөткән икән, имеш. Шулай уҡ “ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар: береһе һүнһә, икенсеһе тоҡана” тигән матур фекер ҙә йәшәй халыҡта. Бәлки ҡырҡ бәләнән алып сығыр ул ҡырҡ сыраҡ ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сифатылыр ул. Әгәр ҙә миндә ҡырҡ сифат бар икән, миңә уның ҡырҡы ла ҡәҙерле, кәрәк. Сөнки мин драма театры артисы булараҡ, һис тә уларҙан арыныу юлын эҙләмәйем, ә, киреһенсә, ул сифаттарҙы күбәйтәм, байытам. Был беҙҙең профессияның шарты, талабы булып тора. Мәҫәлән, “Аты барҙың –дәрте бар” спектаклендәге бик үк ыңғай булмаған Шәмсебикәне уйнайым икән, мин уның кире сифаттарын үҙләштерәм, хатта байытам да. Әлбиттә, ундай сифаттар ҙа шулай уҡ төпкө аңға инеп ултыра бара. Ҡайһы саҡта үҙ-үҙеңә шаҡ ҡатаһың: килеп тыуған яңы сифат үҙеңдең тәбиғи сифатыңмы ул, әллә үҙең үк эшләп алған “бүләк” – сәхнә мәкереме? Тик артистың сәхнәлә тыуған һәр сифаты ла тормошҡа эйәреп сыҡмаҫҡа тейештер. Артисҡа сәхнәлә лә, тормошта ла түбән төшөргә ярамай. Тамашасы быны ғәфү итмәй. Сөнки ул уны ниндәйҙер дәрәжәлә идеаллаштырып ҡабул итә. Сәхнә лә был йәһәттән ташлама яһамай. Башҡа профессиялағы кеүек, аҡыл кереп, тәжрибә туплаған йәшкә еттем, тип тә әйтеп булмай. Артист ғүмере буйы уҡыусы хәлендә. Мин яратҡан эшемдә эшләп етмеш йәшемде тултырҙым, хәҙер килеп балаларыма ла шуны теләйем–яратҡан һөнәрҙәре менән бәхетле булһындар ине. Ҡылған доғаларым, теләктәрем барыһы ла– балаларым, ейәндәрем хаҡына. Ә үҙемә килгәндә, мин ғүмер һәм йылдар тигән төшөнсәгә фәлсәфәүи күҙлектән ҡарайым. Ҡыйын саҡта ла эстән йылмайырға көс табам, үҙемде лә, башҡаларҙы ла ғәфү итәм, эске донъямды бер самала тоторға тырышам. Күңел донъяма ҡара уйҙарҙың инеүен теләмәйем” – ти Рәмзиә Ислам ҡыҙы.
Берәүҙәр “ғүмер көҙө”, икенселәр “әбейҙәр сыуағы” тип йөрөткән миҙгелгә аяҡ баҫҡан актрисаның әлеге мәлдә донъяһы теүәл, күңеле бөтөн, яҡындары –янында: улы Айсыуаҡ – кинорежиссер, ҡыҙы Айһылыу – актриса. Айсыуа ҡ тәү ҙ ә училищела художество бүлеген тамамлай, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында актер һөнәрен ү ҙ ләштерә. Тик кинорежиссураға тартыла, яҙмышын кино менән бәйләгән. Айһылыу иһә ата-әсәһе юлынан атлай, әсәһе уйнаған Нәркәс, һуңынан ошо уҡ спектаклдә Зөмрәт ролдәрен ("Нәркәс", И.Йомағолов) башҡарҙы. “Балаларым менән я ҡ ынмын, ү ҙҙ әрен ны ҡ хәстәрләп, гел эргәләрендә булып өйрәткәнмен. Ҡ айһы са ҡ та: "Миңә инде 70 йәш, һаман минең ҡ урсыуға, иғтибарға мохтажһығы ҙ " - тип асыуланған булһам да, балаларыма ла, тамашасыма ла кәрәк булыуыма шөкөр итеп кенә йәшәйем” - тип яҡындарының янында булыуына шатлана ул.
Ысынлап та, бәхет бит ул олоғайған көнөңдә ҡәҙерле, хөрмәтле булып йәшәү!.. Бәхет иһә ҡатмарлы төшөнсә, ҡайһы саҡта бер мәл генә булыуы менән ҡәҙерле – актриса ла шуға инанған. Ундай мәлдәре күп булған, бөгөн дә ул үҙен бәхетле тип иҫәпләй. Үҙе әйткәнсә, үтә ҙур бәхеттән ҡурҡа – мәҫәлән, юғары хөкүмәт наградалары менән бүләкләүҙе йәш сағында ижад итеү өсөн стимул тип ҡабул итһә, хәҙер иһә ҡарашы үҙгәргән – улар яуаплылыҡ өҫтәй. Уныңса, барыһы ла ҡәҙимге, самалы булһын, хатта күпте бирһәң дә, тормоштан күпте көтөргә ярамай. “Хоҙай биргәнен һау-сәләмәт булып, тыныс күңел менән, имен тормошта йәшәргә яҙһын, - ти. - Йәнә лә рух һүрелмәһен, илһамлы мәлдәрҙән дә мәхрүм итмәһен, мине йәшәткән көс барыбер ҙә сәхнә, сәнғәт, ижад” – тип тә өҫтәй ул.
Динара Каюмова