Ләлә - иркә генә, ҡәҙерҙә үҫкән ҡыҙ. Иҫемдә: бәләкәйҙән уның алдына нимә ҡуйып, нимә бирергә белмәй өтәләнеп тора торғайны ата-әсәһе. Наҙлы, хисле, үҙ һүҙле булып буй еткерҙе ҡыҙ.
Ул нығынып та етмәгән ваҡытта ғаиләләре тарҡалды, әммә ике яҡтан да хәстәрлек, иғтибар өҙөлмәне. Артыҡ иркәләтеүҙән холҡо елбәҙәк булып киткәндер тип уйлай күрмәгеҙ, ҙурая килә ныҡышмаллыҡ, алдына алған бурыстарға ынтылыу кеүек сифаттар ҙа өҫтәлде. Өй эштәрендә әсәһенә ярҙамсы булды тип әйтеп булмай, уның ҡарауы, мәктәптә ныҡ яҡшы уҡыны. Артабан бер институттың үҙ ҡалаларындағы филиалында белем алды. Бында ла исеме иң алдынғы студенттар рәтенән төшмәне. Әсәһе лә, уҡыһын ғына, ашарға бешереү, башҡа донъя мәшәҡәттәрен башҡарырға кейәүгә сыҡҡас та өлгөрөр, ваҡыты еткәс, тормош үҙе өйрәтер, тип кенә торҙо.
Юғары уҡыу йортон да алтын миҙалға тамамланы. Артабанғы маҡсаты - баш ҡалала яҡшы эшкә урынлашыу, ошонда кейәүгә сығып төпләнеү. Унда килгән тәүге йылда уҡ, күпмелер өлөшөн ата-әсә йыйып биреп, ҡалғанын яйлап түләү шарты менән бер бүлмәле фатир йүнләнеләр.
Теләгәнен яйлап тормошҡа ашыра барған ҡыҙ хәҙер уңышлы кейәүгә сығыу тураһында уйлана башлай. Буласаҡ ире бөтә яҡлап та килгән булырға тейеш: иң беренсе ата-әсәле, тәрбиәле, тәртипле, уҡыған һәм яҡшы аҡса эшләгән. Йәрҙе төнгө клубтарҙан эҙләмәй ул, ә таныш-белеш аша һораштыра, ҡараштыра. Хыялындағыһын осратырға эштәге апай ярҙам итә: уның таныштарының бер бөртөк улдары бар, тап ҡыҙ һүрәтләгәнсә, күп аҡсалы урында эшләй, тик бер әтнәкеһе бар: икенсе милләттән. Осраштырыу-ҡауыштырыу яғын да әлеге апай хәстәрләй. Ләлә ошоға тиклем берәү менән дә етди бәйләнеш ҡормай, егеттең дә ул тәүге һөйөүе була. Ипле, иғтибарлы, ихтирамлы егет тәү күреүҙән күңеленә ята Ләләнең. Ҡыйыуһыҙыраҡ инде, хис-тойғоһон күрһәтергә тартына, ярай, янып-һөйөп кем бәхетле йәшәгән, тип уйлай үҙенсә ҡыҙ. Туғандарына ла буласаҡ кейәүҙәре оҡшай. Егеттең әсәһенең иһә шатланғаны тойолмаһа ла, ике яҡтан да ризалыҡ алына, күп кеше йыймай ғына туй үткәрелә. Йәштәргә бәхет юрап теләктәр әйтелә, ҙур-ҙур бүләктәр инселәнә.
Артабан йәштәргә ҡайҙа йәшәүе уңайлы булыуы тикшерелә: ата-әсә менән бергә ҙур өс бүлмәле фатирҙамы, әллә ҡыҙҙың бер бүлмәлеһендә айырыммы? "Әйҙә, һинең фатирыңды ҡушып, ҡала ситенән коттедж алып, бергә йәшәйек" тигән тәҡдим еткерә ҡәйнәһе. Әсә кешенең берҙән-бер балаһынан айырылғыһы килмәгәне күренеп торһа ла, килен үҙҙәре генә йәшәүҙе хуп күреүен белдерә һәм уныңса була ла.
Дәртләнеп, ҡанатланып башлай тормош юлын йәштәр ҡыҙҙың бер бүлмәле фатирында. Бешеренә белмәгән ҡыҙ интернеттан ҡарап әҙерләп, ирен төрлө аш-һыу менән һыйларға тырыша. Ҡәйнәһе көн дә телефондан уларҙың нисек туҡланыуы, нисәлә йоҡларға ятыуы, буш ваҡыттарында ҡайҙа йөрөүе, күпме аҡса тотоноуы тураһында һорашып ҡына тора. Шулай уҡ килененә иртән-кис һөйөклө улына нимәне ҡайһылайтып бешереп ашатырға кәрәклеге, тағы ниндәй ғәҙәттәре барлығы тураһында күрһәтмәләр бирә. Һәр аҙымды өйрәтеүҙе, ҡыҫылыуҙы оҡшатмаһа ла, ҡыҙ иренә лә, туғандарына ла ҡәйнәһе тураһында зарланып бер һүҙ әйтмәй, иң мөһиме - икәү арабыҙ ныҡ булһын, ти. Ҡоҙа-ҡоҙағый яҡшы, кейәү тәртипле, ҡыҙыбыҙ уңышлы кейәүгә сыҡты, тип тынысланырға иртәрәк булған икән ата-әсәһенә...
Артабан Ләләнең һөйләүе буйынса: "Бер көн көтмәгәндә, иҫкәртмәйенсә килеп инде ҡәйнәм. Тап шул ваҡытта иремдең һорауы буйынса ниндәйҙер бутҡа бешергәйнем. Ҡәйнәне лә ашарға саҡырҙыҡ, ул өҫтәлдәге ризыҡты күреү менән ярһып ҡысҡырып ебәрҙе: "Ниңә был тиклем ҡаты иттең? Һөт тә ҡойғанһың, улымдың ашҡаҙаны нишләй икән был ризыҡтан һуң?" Шунда ирем мине яҡлап берәй һүҙ әйтһәсе... Ошо көндән башлап ҡәйнәм беҙҙең араға бик йыш ҡыҫыла башланы: телефондан күрһәтмә бирһенме, йә үҙенең бешергән ашын тотоп килһенме. Эштән ҡайтып, үҙебеҙсә ял да итә алмайбыҙ. Ә ирем әсәһенең ҡылығына ҡаршы бер ни ҙә әйтмәй.
Ә бер көн башҡа һыймаҫлыҡ һөйләшеү мине бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Үҙем дә шәпмен инде: баштан уҡ ҡәйнәмдең бойороулы, әҙәмгә һанамаған тон менән башлаған хәбәрен яҙҙырырға ҡуйҙым. "Һин үҙ урыныңды белмәй, юғарыға ынтылып, баламды бәхетһеҙ итергә уйланыңмы? Әле һуң түгел, ҡалдыр уны. Әйткәндәрҙе улыма еткерә күрмә! Балаҡайымдың күңеле яраланмаһын". Тәүҙә ишеткәндәрем башҡа барып етмәй торҙо, аҙаҡ ҡына уның мине тиңһенмәүен, кәмһетеүен аңлап, ныҡ ғәрләндем. Ә минең күңелемде аяуһыҙ һүҙҙәр менән китергә яраймы ни? Ирем менән икебеҙҙең арабыҙ яҡшы, татыу, был әсәгә нимә етмәй һуң? Шул көн, бәлки, яңылышлыҡ эшләгәнмендер, эштән ярһып ҡайтып, ҡыҙыулығым менән иремә бер һүҙ әйтмәҫтән, әсәһенең телефонға яҙҙыртылған битәр һүҙҙәрен тыңлаттым. Аңлау, яҡлау табырмын тип уйлағанмындыр инде. Ә иркә малай нисек ҡабул итте тиһегеҙме? Мине түгел, киреһенсә, ҡәҙерле әсәһен яҡлашты. "Һин һөйләшеүҙе яҙҙырырға, өҫтәүенә миңә тыңлатырға тейеш түгел инең. Бының менән әсәйемде лә, мине лә рәнйеттең", тип үпкәләне лә тыуған йортона ҡайтып китте.
Эх, тормош юлын бергә үтергә вәғәҙәләгән яҡын кешем мине шулай тип яман һүҙҙән аралап торһон ине... Мөнәсәбәтебеҙ ышанысһыҙ терәүҙәрҙә генә торғандыр инде: ошо көндән арабыҙҙан ҡара бесәй үткәндәй булды. Эргәмә кире килһә лә, үҙем айырылышыуға ғариза яҙҙым...
Әйтергә теләгәнем шул: әсәйҙәр, ниңә улдарығыҙҙы шул тиклем ҡурсалайһығыҙ, ғүмер буйы итәк аҫтында йәшәтә алмаҫһығыҙ бит барыбер. Айырым, үҙаллы торорға, тын алырға мөмкинлек бирегеҙ, һайлаған йәренә ышанып тапшырығыҙ, улар ҙа бит татыу, матур тормош тураһында хыялланып кейәүгә сыға, донъя ҡора..."
Уйландырырлыҡ яҙмыш, шулай бит, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Автор: Аклима Гизатуллина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .