Ике тапҡыр никахта булып, ҡатындарынан айырылған иргә кейәүгә сығырға тура килде. Тормош тәжрибәһе етерлек булмағандыр, күрәһең, алдын-артын ҡарап, барыһын үлсәп тормағанмын шул. Иремдең элекке ғаиләһендә утыҙға еткән ҡыҙы, егерме ике йәшлек улы бар. Ҡыҙы кейәүҙә, улы институт тамамлаған, әлегә эшләмәй.
Беҙ Илдар менән танышҡанда уның балаларына ярҙам иткәнен белһәм дә, күпме күләмдә икәнен күҙ алдыма ла килтермәй инем.
Барыһы ла улыбыҙ тыуғас асыҡлана башланы, сөнки мин декрет ялында, эшләмәйем, аҡсаны һуҙып-тартып тигәндәй еткерергә тура килә. Ирем улын ҡарауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алды – көндәлек кәрәк-ярағына ла, ял итергә лә, коммуналь хеҙмәттәргә лә аҡса йәлләмәй, биш йыл буйы түләп уҡытыуы етмәгән, әле лә уны кейендерә. Тик улы ғына атаһының ҡәҙерен белмәй, эшкә урынлашырға ашыҡмай.
Һөйләһәң, һүҙ инде, улы мәктәптә уҡығанда йыйылыштарға Илдар үҙе йөрөнө, ҡатыны күберәк шәхси тормошон яйлау менән мауыҡты. Күрәһең, балаһының яҙмышы уны әллә ни ҡыҙыҡһындырманы. Шул сәбәпле улар айырылышҡан да...
Ҡыҙына кейәүгә сығыу менән фатир алышырға аҡса бирҙек, туй үткәрҙек. Икеһенең дә машинаһы бар, юғары белем алырға ла балаларына Илдар үҙе ярҙам итте. Шулай булырға тейештер ҙә, атай бит. Тик ҡырҡ йәшкә еткәнсе атай елкәһендә ултырырға самалайҙармы икән ни?
Минең дә улыма иш итеп, бәпес алып ҡайтҡым килә. Тик ирем теше-тырнағы менән ҡаршы, сығымдар былай ҙа күп, матди яҡтан ауыр буласаҡ, аҫрарға ҡулдан килмәҫ, тип ҡурҡыта. Йәш үтеп бара, төштәремдә сабый күтәреп ултырғанымды күрәм. “Бала йәнле” тип иҫәпләгән иремдең теләгемде ҡырт өҙгәне менән һис килешә алмайым.
Автор: Д. АРЫҪЛАНОВА