Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс игеҙәк өйөнә ҡайтты!

Фото: “Башинформ” агентлығы.
Фото: “Башинформ” агентлығы.

Республика клиник перинаталь үҙәгенән быйыл тыуған тәүге өс игеҙәкте тантаналы шарттарҙа өйгә оҙаттылар.

Бәхетле атай менән әсәй – Өфө ҡалаһында йәшәгән 32 йәшлек Альбина һәм Шамил Нуретдиновтар. 26 февралдә уларҙың ике улы, бер ҡыҙы тыуҙы. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеп, ғаиләнең бәхетле мәле төшөрөлгән фотолар менән уртаҡлашты.

Акушер-гинеколог Асҡар Йәнекәйев Альбинаның сабырлығын, ныҡлығын һәм табиптар ҡушҡан талаптарҙы теүәл үтәп, йөклөлөктө 37-38 аҙнағаса еткерә алыуын билдәләне. Сабыйҙарҙың сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек, улар тыуғас та үҙаллы тын алған һәм бына ике аҙна стационар күҙәтеү аҫтында булғандан һуң үҙ йорттарына оҙатылған.

“Өс игеҙәк – бик үҙенсәлекле осраҡ, әммә бөгөнгө шарттарҙа уны һирәк күренеш тип әйтеп булмай, - тип һөйләй табип Асҡар Йәнекәйев. – Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн был айырыуса ҙур, өсләтә көсөргәнеш. 32 аҙнанан һуң, ғәҙәттә, буласаҡ әсәнең йоҡоһо боҙола, тын алыуы ауырлаша. Был йөклөлөк осрағы ла еңел үтмәне. Әммә пациентыбыҙ барыһын да ҡаһармандарса йырып сыҡты. Уның үҙ алдына ҡуйған маҡсаты бар нәмәнән дә өҫтөн ине. Герой ҡатын-ҡыҙ! Ғөмүмән, бала тапҡан һәр әсә хаҡында шулай тип әйтергә мөмкин”.

Нуретдиновтар был бәхетте бер нисә йыл дауамында көткән. Сабыйҙар араһында иң алда Сәйет тыуған, уның ауырлығы – 2 килограмм 570 грамм, икенсе – Әмир (2 килограмм 210 грамм), иң аҙаҡтан – Йәсминә (2 килограмм).

Йәш атай менән әсәйҙе һәм бәләкәстәрҙе бөтә туғандары, өләсәй-олатайҙары ашҡынып көтөп алған.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .