Дүрт йәшлек Артур Сәғитов беҙҙең ярҙамға мохтаж. Сир диагнозы – балалар церебраль фалижы (ДЦП). Ул атламай, һөйләшмәй, әммә баланы аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бар.
Табиптар әйтеүенсә, йылына биш тапҡыр реабилитация үтергә кәрәк. Бындай һауыҡтырыу күнекмәләре ғаилә өсөн бик ҡиммәткә төшә, ата-әсәнең ундай ҙур сумманы түләү мөмкинлеге юҡ.
Әсәнең әйтеүенсә, йөклөлөк яҡшы үткән, анализдар яҡшы булған. Тик бала донъяға килгәндән һуң ҡорошҡаҡ тартыу күҙәтелгән, тәне ҡатҡан, тын ала алмай башлаған. Бындай өйәнәктәр тәүлегенә бик йыш ҡабатланған. Препараттар алғандан һуң өйәнәктәр туҡталған, тик бала үҫешмәй башлаған. “Шунда уҡ күнекмәләргә тотонорға кәрәк булған, ҡәҙерле ваҡытты әрәмгә үткәргәнбеҙ, - тип үртәлә Әлиә. - Силәбелә реабилитация үткәндән һуң тәүге һөҙөмтәләр күренде. Уға хәҙер хәрәкәтләнә башлаһын өсөн күнегеүҙәр яһарға кәрәк”.
Ғаилә башлығы Айгиз генә эшләй. Өҫтәүенә фатир өсөн ипотека түләргә кәрәк. Бер тапҡыр реабилитация үтеү 150 мең һумға төшә.
"Быға тиклем бер кемдән дә ярҙам һораманыҡ, үҙебеҙ түләргә тырыштыҡ. Тик хәҙер Артурҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн финанс ярҙамы бик кәрәк", - ти Әлиә.
Ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр реквизиттар буйынса теләгән аҡса суммаһын күсерә ала. Быйыл 600 мең һум аҡса йыйылһа, бала тейешле күнекмәләрҙе аласаҡ. Артурҙың аяҡҡа баҫыу мөмкинлеге бар, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Һаҡлыҡ банкы картаһы Әлиә Хажморат ҡыҙы Сәғитовның телефон номерына бәйләнгән: 8-917-480-66-97.
Автор: Дина Арсланова
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .