Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш ауыртҡанда ни эшләргә?

Фото: psy-files.ru
Баш ауыртыуына түҙеп торорға ярамай, ти табиптар. Сир йонсотҡан һайын дауаханаға ла йүгереп булмай. Шуның өсөн баштың ҡайһы өлөшө ауыртыуына ҡарап, үҙегеҙгә өй шарттарында ярҙам итергә өйрәнегеҙ.
Ауыртыу тотош башта икән, ҡулса кеүек ҡыҫһа, яҡтылыҡ һәм тауыш йәнгә тейһә, был ҡулбаш мускулдары, соңҡа, маңлай, һеңерҙәрҙең артыҡ көсөргәнешлеге тураһында һөйләй. Бындай һыҙланыу -
Фото: psy-files.ru
Фото: psy-files.ru

Баш ауыртыуына түҙеп торорға ярамай, ти табиптар. Сир йонсотҡан һайын дауаханаға ла йүгереп булмай. Шуның өсөн баштың ҡайһы өлөшө ауыртыуына ҡарап, үҙегеҙгә өй шарттарында ярҙам итергә өйрәнегеҙ.

Ауыртыу тотош башта икән, ҡулса кеүек ҡыҫһа, яҡтылыҡ һәм тауыш йәнгә тейһә, был ҡулбаш мускулдары, соңҡа, маңлай, һеңерҙәрҙең артыҡ көсөргәнешлеге тураһында һөйләй. Бындай һыҙланыу - стресс, хәүефле тойғолар, оҙайлы күңел төшөнкөлөгө һөҙөмтәһе. Үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алып, тынысландырыусы дарыу ҡулланырға кәңәш ителә.

Сикә ауыртһа - ныҡ арыу билдәһе. Шулай уҡ баш мейеһендәге ҡан баҫымының юғары булыуы ла мөмкин. Тағы ла, елкә остеохондрозы булһа, шул тирәләге нервының ҡыҫылыуы сәбәпле лә сикә өлөшө ауыртырға мөмкин. Тынысланып, 10-15 минутҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп ятып тороу - иң яҡшыһы. Бынан һуң да ауыртыу үтмәһә, табипҡа мөрәжәғәт итергә.

Соңҡа (затылок) ауыртһа, ҡан баҫымының күтәрелеүе тураһында белгертә. Өҫтәүенә ҡолаҡ шаулай, баш әйләнә, күҙ алды ҡараңғылана. Бындай хәлдә ҡан баҫымын үлсәргә һәм белгес менән кәңәшләшергә кәрәк.

Баштың яртыһының ныҡ итеп һыҙлауы, торараҡ көсәйеүе, хәрәкәт итеү боҙолоуы, тел көрмәлеүе, хәтерҙең, күреүҙең насарайыуы - ишемик инсульт билдәләре. Һанап кителгән билдәләр булһа, мотлаҡ "Ашығыс ярҙам" саҡыртырға.

Баштың түбә өлөшө ауыртыуы муйын остеохондрозы һөҙөмтәһе булыуы мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ул күңел болғаныу, баш әйләнеү, ҡолаҡ шаулауы менән оҙатыла. Йоғошло сирҙәр, ҡан, нервы системаһы ауырыуҙары ваҡытында ла түбә ауыртыуы мөмкин. Был осраҡта табипҡа барырға һәм ентекле тикшерелеү үтергә кәрәк.

Маңлайҙың уң йә һул яғында (айырым) ҡан тамыры ныҡ ҡағып, ауыртыу көсәйә төшһә, өҫтәүенә яҡтылыҡ һәм тауыш йәнгә тейһә, оҙаҡҡа һуҙылһа (бер нисә сәғәттән өс тәүлеккә тиклем) - мигрень. Был осраҡта табиптар йоҡлап алырға кәңәш итә.

Автор: Аклима Гизатуллина

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .