Туфан Абдулла улының яҡты иҫтәлегенә арнап, 13 йыл элек "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған әңгәмәне тәҡдим итәм.
Был һөйләшеү 2007 йылда беҙҙең театрҙа - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында - "Мулла" спектакленең премьераһы алдынан булды. Әле лә хәтерҙә - Туфан ағай менән икенсе ҡаттағы фойелағы креслоларға ултырып, ҡара-ҡаршы әңгәмә ҡорҙоҡ. Шөкөр, Яҙмышым миңә ошондай бөйөк кешеләр менән аралашыу бәхете биргән!..
ТЕАТР - ДУҪЛЫҠ ИЛСЕҺЕ
(драматург Туфан Миңнуллин менән әңгәмә, ноябрь, 2007 йыл)
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 88-се ижад миҙгелен Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..» мелодрамаһы менән 3 октябрҙә асты, ә ноябрь айында иһә тамашасылар өр-яңы спектакль ҡарар, тип вәғәҙә итә коллектив.
Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов әлеге ваҡытта Туфан Миңнуллиндың «Мулла» исемле спектаклен әҙерләй.
Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуҡҡан сәхнә әҫәренең авторы, танылған драматург Туфан ағай Миңнуллин менән дә һүҙебеҙ шул пьеса хаҡында барҙы.
- Туфан ағай, «Мулла» пьесаһын беренсе булып сәхнәләштереү хоҡуғы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына тейҙе. Был пьеса махсус заказ менән яҙылдымы?
- Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, «Ҡазан уттары» журналы йыл һайын иң яҡшы пьесаларға конкурс иғлан итә. Мин унда йыл һайын ҡатнашам һәм пьесаларым ике йыл рәттән беренсе урынды алды. Быйыл да, 2006 йыл һөҙөмтәһе буйынса, «Мулла» тигән пьесам 1 урынды, ә «Диуана» исемлеһе икенсе урынды алды. Тәүгеһен - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, ә икенсеһен Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры үҙ репертуарына алырға теләк белдерҙе.
- Ысынлап та, Туфан Абдулла улы, һеҙҙең «Мулла»ғыҙ иғтибарға лайыҡ - унда күтәргән проблемалар бөгөнгө көнгә ауаздаш. Дини темаға пьеса яҙыу теләге ҡайҙан?
- Бөгөн беҙҙә Татарстанда мосолмандар бер-береһен уҙҙырып мәсет һала башланылар. Был Башҡортостанға ла хас күренештер, тип уйлайым. Мәсет һалыу, халыҡты дин аша тәрбиәләү -яҡшы күренеш, тип иҫәпләйем, Мин дә 1990 й. тыуған ауылымда мәсет һалдырҙым. Рустарҙа элек-электән ғибәҙәт йорттарын дәүләт төҙөгән, ә мосолмандарҙа - байҙар. Мәсет төҙөүселәр араһында был эште изге күңелдән эшләүселәр бар, ә шулай ҙа «Мин дә һалдым!» тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, мәсет төҙөү - барыбер изге эш. Шул «Мин һалдым!» тип әйтер өсөн төҙөгән байҙарҙың мәсеттәре лә үҙҙәре өсөн генә түгел, ә ябай халыҡ өсөн дә бит ул Алла йорттары. Беренсе борсоған мәсьәлә шул булһа, икенсенән инде - халҡыбыҙ нисә йылдан һуң яңынан дингә йөҙ менән боролғас, тәүләп бер-ике доға белгән оло кешеләр изге эшкә тотондо, ә бөгөн уларға алмашҡа бик тә уҡымышлы, белемле йәштәр дин юлына баҫа. Дөйөм алғанда, замандаштарыбыҙҙың дингә ҡарашы, дингә халыҡтың бөгөнгө көндәге мөнәсәбәте сағыла минең пьесамда.
- Пьесаның төп геройы -Әсфәндиәр - ҡатмарлы яҙмышлы йәш егет, уның тормошта прототибы бармы?
- Әсфәндиәр мулла – йыйылма образ. Алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәрҙең дингә тартылыуы – ул халыҡтың да әҙәп-әхлаҡҡа ынтылыуы, тигән һүҙ бит ул. Таныштарым араһында төрмә начальнигы бар. Уның һөйләүе буйынса, тимерсыбыҡ артына эләккән йәштәр араһында ысын мәғәнәһендә дингә инеп китеүселәр бар. Пьесамдағы Әсфәндиәр – урам малайы булып үҫә, уны тормош һис тә иркәләмәй, төрмәгә барып эләккәс, ул үҙенең рухи таянысын диндә таба һәм замандаштарына иман нурын өләшеүсе булып китә. Пьесамда ауылдың хәле сағыла, бер төрлө рухи ғәриплек тиер инем хатта – элекке беҙ белгән ауылдар хәҙер юҡ кимәлендә. Шуныһы ҡыуаныслы ҡайһы бер ерҙә үҙҙәренең ауылын һаҡлап ҡалыусылар бар - мәҫәлән, Пенза өлкәһендә Урта Әләзән тигән ҡасаба бар, унда ете мәсет бар, халыҡ бөтөнләй араҡы эсмәй. Тағы ла шундай уҡ ауыл Мордовияла бар – Белозерный, унда ла ислам динен хөрмәт итәләр. Ә беҙҙә нисек һуң? Ауыл кешеһенең псхилогияһы ҡыҙыҡ - ҡаланыҡыларға оҡшарға тырышам тип уларҙан арттырып ебәрә. Дөйөм алғанда, бөгөн мосолман ауылдарында рухи хәйерселек, ауыл ерендә фәхишәлек күренеше лә юҡ түгел – бына ошолар борсой мине.
- Туфан ағай, һеҙҙең, етмеште уҙған драматургтың эш тәжрибәһе бай һәм ҙур – пьесаны нисә көндә яҙып була?
- Теләһәм, дүрт көндә пьеса яҙа алам. Ул да драматургияның бөтә ҡанундарына яуап бирәсәк. Әммә мин ундай «халтура»ға бара алмайым. Ысын әҫәр бик күп ваҡыт талап итә. Ҡайһы берҙәре хатта йылдар дауамында яҙыла, мәҫәлән Х.Туфан тураһында пьесамды ун йыл буйы яҙҙым. Тағы башҡа жанрҙарҙа ла эшләйем, проза яҙам, ул инде ауырыраҡ бирелә. Шиғыр - әҙәбиәттең иң юғары жанры, уны ла яҙам үҙем өсөн, пьесамдағы йырҙар өсөн дә шиғырын үҙем яҙам.
- Туфан ағай, бөгөн оло йәштәге яҙыусылар ҙа «заман техникаһын» үҙләштерә, һеҙ ҙә, моғайын, пьесаларҙы компьютерҙа баҫаһығыҙҙыр…
- Ул замана техникаһын енем һөймәй. Машинкала шулай уҡ - «шыҡы-шыҡы» килеп ултырыуҙы яратмайым. Пьеса яҙғанда миңә серлелек кәрәк. үҙ ҡулың менән яҙыу, аҡ ҡағыҙ битенә берәм-берәм хәреф төшөрөүҙән дә ҙурыраҡ кинәнес тапмайым. Пьесаларымды яҙып бөткәс, машинкала йыйырға бирәм, һуңынан бер нисә аҙна үткәс бөтөнләй сит кеше күҙлегенән уҡыйым. Спектакль ҡарағанда ла шулай уҡ үҙем яҙған әҫәр тигән мөнәсәбәттә ҡарамайым.
- Туфан ағай, пьеса яҙылып бөткәс, театрға тапшырыла, унан һуң һеҙ ҡуйыусы төркөм менән ниндәй бәйләнеште хуп күрәһегеҙ?
- Драматург булараҡ мин режиссер һәм артистар эшенә ҡыҫылмайым, бының кәрәк түгеллеген үҙемдең артист булып уйнаған тәжрибәмдән сығып беләм, шуға күрә режиссерҙар ҙа мине хөрмәт итә. Пьесамды ҡуйыусыларға гелән бер генә теләгемде әйтәм - минең фекеремде боҙмайынса еткерһендәр, ә нисек, ниндәй алым аша икәнен һәр ижадсы үҙе һайлай.
- Театр - дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ илсеһе, тибеҙ…
- Эйе, театр – ул дуҫлыҡты, туғанлыҡты нығыта торған урын. Беҙҙең ике театр – Камал һәм Ғафури театрҙары тығыҙ аралашып йәшәй. Беҙҙең быуында туғанлыҡ ептәре айырыуса ныҡ ине. Иҫемдә, Өфөгә килһәк, Арыҫлан ағай Мөбәрәков, йә Хөсәйен ағай Ҡудашев янына йыйылып, үҙебеҙсә табын ҡороп, театр, сәнғәт тураһында сәғәттәр буйы һөйләшә торғайныҡ. Әле аралашыу ныҡ көслө түгел, әммә һаҡланып ҡалған - беҙ килһәк, Ғафури театры артистары ихлас ҡаршы ала, улар барһа - беҙҙекеләр үҙ туғаны кеүек ҡабул итә. Артабан да шулай бергә-бергә, гөрләшеп йәшәйек!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!
Динара Кәримова әңгәмәләште,
Ноябрь, 2007 йыл.