Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Түлһеҙ тигән Таңһылыу...

Фото: ustalosty.net
Күптән күрмәгән танышымды – Таңһылыуҙы осраттым. Йөҙө бер аҙ һурылып киткәндәй, ә күҙҙәре бәхетле балҡый, үҙе шундай шат. Бәй, ауырлы икән дәһә!
- Ҡотлайым! Имен-аман табырға яҙһын! – тип теләгемде еткерҙем.
- Рәхмәт, амин! – тине ҡыуаныстан йөҙө балҡып.
Фото: ustalosty.net
Фото: ustalosty.net

Күптән күрмәгән танышымды – Таңһылыуҙы осраттым. Йөҙө бер аҙ һурылып киткәндәй, ә күҙҙәре бәхетле балҡый, үҙе шундай шат. Бәй, ауырлы икән дәһә!

- Ҡотлайым! Имен-аман табырға яҙһын! – тип теләгемде еткерҙем.

- Рәхмәт, амин! – тине ҡыуаныстан йөҙө балҡып.

- Өсөнсөһөнә тәүәккәлләнегеҙме?

- Юҡ, дүртенсеһе буласаҡ, Алла бирһә. Өсөнсөмә – Ильясыма ике йәш.

- О, бигерәк байһығыҙ бит! Ярай, имен-һау үҫтерергә яҙһын!

- Эйе, амин, шулай ғына булһын!

Һүҙгә – һүҙ ялғанып, ул миңә үткән тормошонан бер ваҡиғаны бәйән итте.

- Мин бит студент саҡта уҡ тормошҡа сыҡҡайным, ете йыл йәшәп айырылдым. Ниңәлер, теләһәм дә, ауырға ҡала алманым. Башта быға әһәмиәт бирмәнем, уҡыуҙы бөтәйек әле, тип тә уйланым. Уҡыуҙы тамамлап, эшкә урынлаштыҡ. Тик көткән ваҡиға булмай ҙа булмай. Ҡәйнәм дә, иремдең дүрт апаһы ла, таныштар ҙа “ҡасан бәпәй алаһығыҙ?” тигән һорауҙы йышыраҡ бирә башланы. Үҙемде лә был хәл шиккә һалды, дүрт йылдан ашыу йәшәйбеҙ бит... Йөрөмәгән дауахана, күренмәгән табип ҡалманы. Әллә ниндәй булыр-булмаҫ сирҙәремде табып, ҡиммәтле анализдар бирҙереп, дауалауҙар яҙҙылар. Барыһын да теүәл үтәнем. Табиптарҙың “ирең менән килегеҙ” тигәненә иптәшем ыжлап та бирмәне, мин һаулығыма зарланмайым, тине. Минең ябыҡлығыма төрттөрҙө.

Тиҙҙән башта ситләтеп әйткән ҡәйнәм һәм ирҙең апайҙары асыҡтан-асыҡ һораша-белешә башланы. “Беҙҙең килен түлһеҙ икән, бала таба алмаясаҡ” тигән һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. Үҙемде ғәйепле һанап, иланым да иланым. Хоҙайҙан бала һорап ялбармаған көнөм, төнөм булмағандыр. Шул саҡта үҙемә әйтеү әйткәйнем: “Әгәр ауырға ҡала алһам, бер ҡасан да тыуыр баламдың йәнен ҡыймаҫ инем”.

Бер шулай ауылға ҡайтҡанда иремдең оло апаһы менән һүҙгә килештек. Электән дә ныҡ бәйләнә ине. Был юлы әйткән һүҙҙәре йөрәгемә бысаҡ булып ҡаҙалды.

- Түлһеҙ! Һинең арҡала нәҫелебеҙ ҡорой! Берҙән-бер ҡустыбыҙға бала ла табып бирә алмағасһың, һинең беҙгә кәрәгең юҡ!

Әлеге һүҙҙәрҙән һуң был ғаиләлә ҡала алманым. Ирем менән ныҡ яратышып, матур итеп дуҫлашып йөрөп өйләнешкәйнек. Тормошобоҙ ошолай селпәрәмә килде.

Бик оҙаҡ сыҡтым депрессиянан. Ярай әле эшем, туғандарым булды. 30-ға етеп барғанда әлеге иптәшем менән таныштым. Баштан уҡ бала таба алмаясағымды асыҡтан-асыҡ әйттем. “Минең тәүге ғаиләмдә ҡыҙым үҫә, уға ярҙам итеп торам”, - тип был мәсьәләгә бик тыныс ҡарауын белдерҙе. Әммә тиҙҙән мөғжизә булды – мин йөккә уҙыуымды белдем! Был көн, был сәғәт – тормошомдоң иң бәхетле мәле булғандыр! Бына хәҙер дүртенсеһен көтәбеҙ. Шөкөр, тормош иптәшем дә бына тигән кеше, ғаиләм, балаларым тип өҙөлөп тора.

Ә тәүге ирем күп тә тормай икенсегә өйләнде. Тик ул ҡатындан да балаһы булмаған. Әле ауылында үҙенән олораҡ, балалары үҫеп таралышҡан бер ҡатын менән йәшәй тиҙәр.

Бына шулай, Хоҙай алдында әйткән һүҙемде тотоп, йәшем 40-ты уҙыуға ҡарамаҫтан, тағы берҙе тәүәккәлләнем. Быныһы кинйәһе булыр инде, Алла бирһә, - тине Таңһылыу, йөҙө ҡояштай балҡып...

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .