Найти тему
АСМАН

2020 йылдың форматы: Башдрам- онлайн.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 ижад миҙгелен онлайн форматта тамамланы. Бөтә донъяны аяҡҡа баҫтырған вирус беҙҙең театр ижадына ла йоғонто яһамай ҡалманы...

Тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыуҙы, йәнле аралашыуҙы, әлбиттә, бер нимә лә алмаштыра алмай, әммә ижадсылар өйҙә тыныс ҡына ултыра аламы һуң? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла үҙизоляция ваҡытында эшен дауам итеп, тамашасылар менән аралашыуҙы онлайн форматҡа күсерҙе. Бөтә халыҡ онлайн ултырған ваҡытта театрҙың официаль биттәрендә тамашасыларҙың әүҙемләшеүе лә күҙәтелде, улар күпләп театр төркөмдәренә ҡушылдылар.

Ошо осорҙа бер нисә интернет-проекттар барлыҡҡа килде.

27 март – Халыҡ-ара театр көнөндә - театрҙың YouTube каналында быйылғы ижад миҙгеленең премьераһы – баш режиссер Айрат Абушахмановтың “Гөлбостан” спектакле тәҡдим ителде. Сәхнә әҫәре Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы мотивтары буйынса Дамир Йосоповтоң сәхнә редакцияһында ҡуйылды. Алдан спектакль ни бары бер көн генә күрһәтеләсәк тип иғлан ителһә лә, әммә тамашасылар һорауы буйынса күрһәтеү ваҡыты тағы ла бер тәүлеккә оҙайтылды. Был онлайн тамашаны ҡарағандар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фекерҙәрен белдереп яҙҙылар, спектаклде хатта билдәле Рәсәй театр тәнҡитсеһе Андрей Пронин да ҡараны, ул Фейсбуктағы сәхифәһендә спектакль тураһындағы уй-фекерҙәре менән бүлеште.

“М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фонды” проекты ла тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең YouTube-каналда архивтағы спектаклдәр – Рифҡәт Исрафиловтың «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев), «Ғәлиәбаныу» (М.Файзи), «Бибинур, ах, Бибинур!..» (Ф.Бүләков) спектаклдәре урын алды, ағымдағы репертуарҙан «Мулла» (Т.Миңнуллин, режиссеры - А.Абушахманов), «Мин –Ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнулли, режиссеры- И.Ҡаҙҡкбаев), «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәрҙәре буйынса, ҡуйылыштың художество етәксеһе - А.Абушахманов) һ.б. спектаклдәр ҙә YouTube-каналда урынлаштырылды. Видеоколлекция көн һайын тулылана барҙы. 

Һуғыш темаһы һәр беребеҙ өсөн мөһим – илебеҙҙә һуғыш яраһы алмаған бер ғаилә лә юҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан беҙ театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда хеҙмәт иткән, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән туғандары тураһында иҫтәлектәрен туплауҙы дауам иттек – театрҙың официаль сайтында ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр урынлаштырылды. Был проект хатта Рәсәй кимәленә сыҡты – ун биш видеояҙмаға рус телендә титрҙар һалып, М.Горький исемендәге Мәскәү Художество академия театры иғлан иткән “Театр батальоны” акцияһына ҡушылдыҡ.

Театр һөйөүселәр күңеленә хуш килгән тағы бер проект – Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәр. Артистар өйҙә ултырып, үҙҙәре теләгән әҫәрҙәрҙе видеоға яҙҙырып беҙҙең театр хеҙмәткәре, кинорежиссер Руслан Юлтаевҡа ебәреп торҙо. Руслан иһә уларҙы матур сифатта интернет киңлектәренә сығарҙы. Хөрмәтулла Үтәшев Шакир Насыровтың “Хәтми һалдат” әҫәрен, Ирек Булатов - Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан өҙөк, Илсөйәр Ғәзетдинова – Әнғәт Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһынан Гөләндәм монологын, Светлана Хәкимова - Р.Янбулатованың һүҙҙәренә Т.Кәримов яҙған “Иҫтәлек” йырын һәм М. Йәлилдең “Яулыҡ” әҫәрен, Гүзәл Маликова – Р.Ҡотошовтың “Зенитсылар” повесынан өҙөк, Юнир Ҡоланбаев – Рәми Ғариповтың “Яндырылған хаттар поэмаһын, ә Сәғиҙулла Байегет уның “Урал йөрәге” шиғырын тәҡдим иттеләр. Был исемлек тулылана бара.

Театрҙа элек күҙмә-күҙ ултырып уҡыған әҫәрҙәр ҙә яҙма вариантҡа күсте. “Читка” тигән айырым театр жанры яңы пьесалар менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота - 5 апрелдә театрҙың YouTube каналында француз актрисаһы һәм драматург Ясмина Резаның бөтә донъяға билдәле “Бог резни” тигән комедияһының видеоһы һалынды – пьесаны Гөлнара менән Алмас Әмировтар һәм Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар уҡый. Пьеса геройҙары -ике ғаилә, уларҙың малайҙары мәктәптә һуғышҡан да һәм шул турала һөйләшеүҙәр бара. Һәр ғаилә үҙен хаҡлы, тип иҫәпләй, әммә улар үҙҙәренең проблемаларын күрмәйҙәр. 2009 йылда пьеса “2008 йылда Лондондағы иң яҡшы комедия” тигән исемгә лайыҡ була һәм Лоуренс Оливьеның театр премияһын ала.

Театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге тап ошо үҙизоляция ваҡытында Читка форматында бер ни кимәлдә яңылыҡ булған "Драматург &Драматург" проектын башлап ебәрҙе, проекттың кураторы - Азалия Балгазина. Ғәҙәти пьеса уҡыуҙарҙан был проект шуныһы менән айырыла – драматургтар үҙҙәре бер-береһенең пьесаларын уҡыйҙар. Беҙҙең маҡсат: яңы асыштар, уйланыуҙар, тормош, театр һәм иң мөһиме – Кеше тураһында бәхәстәр һәм һөйләшеүҙәр өсөн дөйөм әҙәби-художество майҙан булдырыу. Беҙҙең замандаштарҙы-бөгөнгө көн драматургтарын нимә борсоғанын, уларҙың әҫәрҙәрендә ниндәй оҡшашлыҡтар бар икәнен аңларға ынтылабыҙ: геройҙар, темалар, сюжеттар оҡшашмы, әллә, киреһенсә, улар бөтөнләй айырылып торамы һәм үҙ-ара бәхәскә инәләрме? Был һорауҙарға яуапты тәҡдим ителгән пьесалар менән танышҡандан һуң белербеҙ. Бөтә драматургтар ҙа үҙ әҫәрҙәрен театр сәхнәһендә күрергә теләйҙәр, был проект бер ни кимәлдә уларҙың ошо хыялына ҡаршы бер аҙым да булып тора. Пьесалар аудиояҙма форматында театрҙың Вконтакте социаль селтәрендәге төркөмөндә урынлаштырыласаҡ, унда Башҡортостан драматургтары ғына ҡатнаша ала. Проект сиктәрендә беҙҙең театр беренсе булып Мөнир Ҡунафиндың бөгөнгө көндө һүрәтләгән өр-яңы “Соҡор” исемле пьесаһы менән таныштырҙы. Пьесаны яҙыусы, тәржемәсе, сценарист, драматург Зөһрә Бураҡаева уҡыны. Артабан был проектта Айбулат Сәсәнбаев, Ринат Сөләймәнов, Баныу Ҡаһарманова, Алина Сәлихова, Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Фәйзуллина, Владимир Жеребцов, Наталья Мошина, Альмира Мөхәрәмова, Анна Ерошина, Шәүрә Шәкүрова, Гөлдәр Камалова үҙҙәренең пьесаларын уҡынылар. Әлеге ваҡытта Зөһрә Бураҡаева, Сәрүәр Сурина, Лилиә Ҡәйепова, Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Дамир Йосопов, Антон Бескоровайный ҙа проектта ҡатнашырға теләктәрен белдерҙеләр. 

Үҙизоляция ваҡытында кескә тамашасыларға ла иғтибарыбыҙ артты - Хөрмәтулла Үтәшев, Миңзәлә Хәйруллина, Морат Рафиҡов, Зиләрә Юлтаева, Ирек Булатов, Лилиә Ғәлина, Юнир Ҡоланбаев, Милена Сираева, Руслан Ғәлимов, Гөлнара Әмирова бәләкәйҙәр өсөн әкиәттәр уҡыны. Был проектҡа бәләкәстәр ҙә ҡушылды - яңыраҡ сәхнәгә сыҡҡан “Шәмсетдин менән Шәмсура” спектаклендә уйнаған Фатима Нурыева ла (актриса Алһыу Бәхтиеваның ҡыҙы) үҙенең яратҡан әкиәтен һөйләне.

Короновирус тураһында һүҙ йөрөткәндә беҙҙең артистарҙың “Өйҙә ҡалығыҙ!” тигән флешмобын ла телгә алмау мөмкин түгел, был ролик Башҡортостан юлдаш каналында ла күрһәтелде. Театрҙың баш режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахманов коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында барған табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Хөрмәтле табиптарыбыҙ! Бөгөнгө көндә короновирус сиренең иң ауыр өлөшө һеҙҙең иңдәргә төштө. Беҙҙең коллектив һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтле, беҙҙең ҡайнар алҡыштар һеҙҙең өсөн!”, ролик артистарҙың алҡыштары менән тамамланды.

Театр цехтары тәҡдим иткән мастер-кластар менән сюжеттар ҙа театрҙың төркөмдәрендә донъя күрә башланы. Мәҫәлән, грим цехы етәксеһе Нәркәс Баязитова “Ҡоҙаса” спектаклендә ҡатнашыусы актер Илсур Байымов миҫалында артисты ҡарт образына индереүҙе грим һалыу аша күрһәтә. Шулай уҡ рәссам Рита Ғәзизова һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтте, крафтер Василий Шаров косплей, аниме, крафт тигән төшөнсәләр менән таныштырҙы.

4 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова 75 йәшлек юбилейын билдәләне, ошо уңайҙан артистар өйҙән сыҡмайынса ғына видеоҡотлау яҙҙырҙы, уларҙың ҡотлауын бер видео-“гөлләмә” итеп тупланыҡ, был сәләм юбилярға ла, тамашасыларға ла бик оҡшаны.

Тағы бер уникаль проект тәҡдим итте театр – апрель айы дауамында көн һайын Инстаграмда тура эфирҙа артистар тамашасылар менән аралашты. “Ағалтын” (платиновый) алып барыусы Айҙар Шәмсетдинов үҙе әҙерләп алып барған эфирҙарҙы меңдәрсә тамашасылар ҡараны.

Тотош илгә килгән ваҡытлыса ауырлыҡтар мәлендә театрҙа барған ижади процесстар – репетициялар, спектаклдәр ҙә туҡтатылды, шуға ҡарамаҫтан ижади аралашыуҙар дауам итә, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов коллектив менән дистанцион аралашыу ойошторҙо, корпоратив чаттарҙа үҙенең тәҡдимдәрен, теләктәрен еткереп, пландарҙы билдәләне. Уның тәҡдиме менән даими тренингтар үткәрелде: тын алыу, пластик хәрәкәттәр (хореграф Алина Мостаева, Рәмизә Мөхәмәтшина, актер Урал Әминов алып барҙы), төрлө күнекмәләр яҙылған видеолар актерҙарға ебәрелде. Шулай уҡ көн һайын Айрат Әхтәм улы артистарға төрлө театрҙарҙа барған спектаклдәр һәм ҡыҙыҡлы китаптар исемлеген тәҡдим итеп торҙо. Ғөмүмән, ижади процесс үҙизоляция ваҡытында ла туҡтаманы.

Шундай уҡ форматта театр директоры һәм бүлек етәкселәре лә эшләнеләр. Директор Иршат Фәйзуллин үҙенең вазифаһына һәм уға йөкмәтелгән бурыстарға ярашлы, көн һайын театрға килеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе дауам итте, шул иҫәптән капиталь ремонтҡа ҡағылышлы хәлдәрҙе лә контролдә тотто. Ремонт эштәре әүҙем бара – көҙ көнө тамашасыларҙы яңыртылған тамаша залында ҡаршы алырбыҙ, тигән ышаныста йәшәйбеҙ.

Беҙҙең театр коллективы йәйге ялдан һуң тамашасыларыбыҙ менән тиҙ арала оффлайн осрашыуҙар көтөп ҡала. Имен-һау булайыҡ!..

Динара Ҡәйүмова

(Яҙылды август 2020)