Алыҫтағы мәктәп йылдары тураһында
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт академия драма театры актеры Заһир иҫләй...
1948-се йыл. 1 сентябрь. Ул көндө иртән иртүк торҙоҡ. Хәтеремдә, мине өләсәйем мәктәпкә әҙерләй. Әсәйем, минең мәшәүлегемә йәне көйөп, сырайын һытып ултыра.
Өләсәйем хәстәрле ҡарсыҡ булды. Киндерҙе йыйып, талҡыла талҡый ҙа, ҡабығынан еп иләп, станокта туҡыма һуға торғайны. Ул туҡыманың бер йылыһы ла юҡ, шулай ҙа ҡышҡы һалҡындарға тиклем киндерҙән тегелгән күлдәк-ыштан бик ҡулай нәмә. Мине лә мәктәпкә “ныҡлап” әҙерләнеләр. Өр-яңы киндер күлдәк, төплө киндер ыштан, уҡыу әсбәптары өсөн киндерҙән тегелгән тоҡсай. Ул тоҡсайға һалабаш йүкәнән ишеп, бау тағып ҡуйҙым. Аяғыма өр-яңы сабатаны кейеп, киндер “мануфактура”нан тегелгән күлдәк-ыштанды кейеп, киндер тоҡсайҙы иңбашыма таҡтым. Вәлиткә ҡунаҡҡа барған саҡта атайҙың бер туған һеңлеһе Хәкимә апай Мәләүез баҙарынан алып ҡайтҡан дөйә йөнөнән бәйләнгән түбәтәйҙе һарыҡ йөнө ала торған ҡайсы менән әсәй тарафынан ала-ҡола итеп алынған башыма ҡаплап ҡуйғас, тәҙрә төбөндәге иҫке көҙгөгә ҡараным. Бындай башты күргәнем булмағандыр – ҡаршымда, көҙгөлә, һары түбәтәй аҫтында ҡарпыш ҡолаҡлы баш. Бигерәк тә ике яҡта тырпайып торған ике ҡолаҡ, етмәһә, икеһе ике төрлө. Береһе бигерәк ҙур, аҫҡы өлөшө дүрткелләнеп тора. Танау аҫты ла бигүк ҡоро түгел.
Мәктәп беҙҙән Түбәнге Нарбуттан, бер саҡрым тирәһе – Үрге Нарбутта. Татар башланғыс мәктәбе. Тау итәгенә терәлеп ултырған иҫке мәсетте өскә бүлгәндәр. Икеһендә – уҡыу синыфтары. Береһендә – беренсе донъя һуғышы ветераны, уҡытыусы Рәхимов Һилал абый (уның бер ҡулы сулаҡ ине) ғаиләһе менән йәшәй икән. Мәсеттең аҫҡы бүлмәһе лә бар, унда Һилал абыйҙарҙың мал һарайы урынлашҡан. Шуға күрә беҙ уҡыу класына бейек күтәрмә баҫҡыс буйлап ҡына инәбеҙ. Беҙҙе, беренсе синыфтарҙы, өсөнсө синыф уҡыусылары менән бергә ултырттылар. Икенсе синыфтағылар төпкө бүлмәлә дүртенсе синыф уҡыусылары менән бергә уҡыйҙар икән. Уларҙы Һилал абый уҡыта, ә беҙҙе Сажидә апа уҡытасаҡ икән. Сажидә апа мине етәкләп килтереп, Нәзирә янына ултыртып ҡуйҙы. Нәзирә – күрше Һибәт ҡарттың берҙән-бер ҡыҙы, бергә уйнап үҫтек, тиһәң дә була. Уйнаныҡ тиһәң хата булыр – күберәк һуғыша торғайныҡ. Ул аҙаҡ ҡайтып, ағаларына ошаҡлаша, улары, уңайы тура килгәндә, мине төйгөсләп китәләр. Беҙҙең мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт “һуғышсан” булды. Бына әле лә, минең ултырыуым булды, Нәзирә миңә асыулы ҡарап, алыҫҡараҡ, партаның ситенә табан шылды. Тимәк, ул минең менән ултырыуына риза түгел. Минең быға бик иҫем китмәне.
Балаларҙы урынлаштырып бөткәс, Сәжидә апа, синыфҡа күҙ йүгертеп сыҡты ла, һыңар күҙен миңә төбәп (бер күҙенә аҡ һалған ине): “Син нигә түбәтәйеңне салмыйсың?” – ти. Мин өндәшмәйем. Ишетмәмешкә һалышам. “Сиңа әйтәм, – һыңар күҙе зыр әйләнеп ҡуйҙы.
– Сал башыңны, ишетәсеңме? Башың таз түгелдер бит?” Ни эшләйһең, түбәтәйҙе һалырға тура килде. Ала-ҡола башты күреп, барыһы ла шарҡылдап көлә башланы. Бигерәк тә, өсөнсө синыфтар ныҡ көлдө. Йәнәһе лә улар ҙурҙар, күпте белә. Кемдер берәү “таҙбаш” тип ысҡындырҙы. Мин ғәрләнеп, башымды түбән эйәм. Уҡытыусыға ҡарайым – бәлки ул яҡлашыр?.. Юҡ. Ауыҙ ситен генә ҡыйшайтып бер йылмайҙы ла, таҡтаға нимәлер яҙа башланы. Минең мәктәптәге тәүге дәресем “таҙ” ҡушаматынан башланды. Мәктәптән кәйефһеҙ ҡайттым. Әсәйем минең хәлде ишеткәндер, күрәһең: “Бар, Бәҙретдин бабайыңа барып, сәсеңде ҡырҙыр” – тине. Күрше Бәҙретдин бабай матур итеп башымды ҡырып сығарҙы. Уҡыусылар аҙаҡ минең баштан көлмәй башланы. Ә бына төплө ыштандан көлөүселәр булды. Шуның арҡаһында бер Камил исемле малай менән һуғышып киттек. Ул миңә: “Ыштан төбеңә ничә кыяр сыя?” – тип һорағайны, асыуым килде. Ул, мине еңә алмағас, баш бармағымды тешләне. Тешләгән ере оҙаҡ төҙәлмәй йөрөп, тырнағым төшөп, урынына яңы тырнаҡ үҫеп сыҡты. Был һуғыштан һуң малайҙар миңә ихтирам менән ҡарай башланы. Уҡытыусы менән генә уртаҡ тел табып булманы. Уның миңә ҡарата лексиконы “туңбаш”, “чүпрәк баш”, “кибәк баш” һүҙҙәренән генә тора ине. Етмәһә... һулаҡаймын. Яҙа алмай ыҙаланам. Сәжидә апа: “Бу кул белән ручка тотмыйлар, артны гына сөртәләр” – ти. Ул ҡул мәсьәләһе лә хәл ителде. Бер көндө өйҙә дәрес әҙерләйем, өҫтәл-ғәләмәт юҡ. Дәфтәрҙе һике-урындыҡҡа һалғанмын, иҙәнгә тубыҡланып яҙам. Яҙыуым – ташҡа үлсәйем – ен ботағы!.. Балта тотоп әсәйем яныма килде. “Тот ручкаңды уң ҡулыңа, юҡһа, һул ҡулыңды сабып өҙәм!” – ти. Йоҙороҡ менән башымды төйөп ҡуйҙы. Ҡалтырана-ҡалтырана ручкамды уң ҡулыма алдым. Бына шул көндән башлап уң ҡулым менән яҙам. Күп эштәр һул ҡул менән эшләнә, ә яҙыу эше – фәҡәт уң ҡул менән.
Шулай көн артынан көн, йыл артынан йыл үтте. Йәйҙәрен әсәй менән көтөү көттөм, сентябрь еткәс, мәктәпкә йөрөүҙе дауам иттем. Уҡыуға ҡарата ихласлыҡ булмаһа ла, синыфтан-синыфҡа күсә барҙым. Туҡайҙы ярата торғайныҡ – “Урамда буран”, “Һыу инәһе”, “Шүрәле” (мин “Шүрәле”не буш ваҡытта хәҙер ҙә уҡыйым) – минең яратҡан әҫәрҙәрем булды. Арифметиканан насар уҡылды. Нәзирә менән килешеп йәшәй алманыҡ. Хәбир исемле малай менән бергә ултыртып ҡуйҙылар. Ул ныҡ ҡыҙыҡ малай. Күҙҙәре бесәйҙеке кеүек, йәп-йәшел, янып тора. Синыфта иң шаяны ул булғандыр. Бер күҙен ҡыҫа, ә икенсеһе күсәрендә зыр әйләнә, бөтә синыф шарҡылдап көлә. Сәжидә апаның шул саҡ ене ҡотора. Хәбирҙе, елкәһенән тотоп, бүлмәнән сығарып ырғыта.
Мәктәптәге эштәрем шыма ғына барманы. Өсөнсө синыфта уҡығанда бер ваҡиғанан һуң, мәктәпте ташларға булдым. Ҡышын, сабата туҙмаһын тип, табанына тимер сыбыҡ менән ҡалай ямаулыҡ тегеп ҡуйҙыҡ. Сатнама һыуыҡ ҡыш ине. Дәрес бара, синыфта түҙеп торғоһоҙ, өшөтә. Өҫ кейемдәрен сисмәгәнбеҙ. Сәжидә апа таҡтаға дәрес яҙа. Аяҡта – боҙланып ҡатҡан ҡалай табанлы сабатаны тыпырҙатам, сөнки аяҡ үҙәккә үтеп сәнсеп өшөй. Етмәһә, аяҡҡа уралған сепрәк сылғауҙың бер ере, үксә яғы, асыҡ ҡалған. Ҡалай табан иҙәнгә ышҡылып, шығыр-шығыр килә. Сажидә апаның бер ҡыҙыҡ кәмселеге бар ине – хатта таҡтаға яҙып торғанында ла аҡбур шығырлауын күтәрә алмай. Теше ҡамаша. Беҙ быны беләбеҙ. Тағы ла шығыр… (Этлеккә баш эшләй!) Һиҙәм – шығырлау Сәжидә апаның тешенә тейә.
– Кем шығырҙата?
Йүгереп килеп партаны ҡарай. Тағы ла шығырҙай, уҡытыусы эштең ниҙә икәнен аңлап алды. Ажарланып килеп, елкәмдән тотоп алып, партанан һөйрәп сығарҙы. Таҡта янына баҫтырып ҡуйҙы. Ҡалай табанлы сабата баҫҡан һайын бер туҡтауһыҙ шығырлай. Сәжидә апаның ене ҡоторҙо – шығырҙаған аяҡҡа һарғайып бөткән аҡ быймаһы менән типте. “Күтәр!” – ти. Мин аңламайым, уға төбәлгәнмен. “Күтәр, дим!”. Аңланым – аяғымды күтәрҙем, башымдағы иҫке һалдат бүреген систереп, аяғыма, сабата башына элеп ҡуйҙы. Мин бер аяғымда ғына баҫым ҡалдым. Сажидә апа мине тағы ла бер тапҡыр ентекләп ҡарап сыҡты ла, мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Үҙенең уйлап сығарыу һәләтлелегенә ҡәнәғәт булып, бер ни булмағандай, таҡтаға яҙыуын дауам итте.
Ул йылдарҙа ҡартәсәйемдең кесе улы Шакир ағайым Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә ине. Бер ҡайтҡанында иҫке шинеле менән һалдат бүреген ҡалдырып китте. Әсәйем шул шинелдең итәгенән салбар тегеп бирҙе. Ә бүрек туҙып, тишелә башлағас, ямаулыҡ һалып бирҙе. Әсәйҙең тегеү эшенә оҫталығы юҡ ине, ул шинелдән тегелгән салбар төбөнә, мин һиңә әйтәйем, күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, илле ҡыяр һыйыр. Етмәһә, ҡул менән тегелгән йөй бот араһын шул тиклем ҡыра, әммә ни эшләмәк кәрәк, сыҙарға тура килә. Мин ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы ғүмер буйы онотмайым.
Ошо ваҡиғанан һуң мәктәпкә ҡабат бармаҫҡа булдым. Әсәй ҙә: “Һин эшкинмәгәнде уҡытып ни файҙа, көтөү көтөрһөң” – тине. Бер аҙна тирәһе мәктәпкә йөрөмәнем. Йорт-тирәһендә мал ҡараштырҙым, һунарға йөрөнөм. Аҙмы-күпме ваҡыт үтте – өйҙә ятыу ҙа ялҡытты. Етмәһә, малайҙар килеп мәктәп яңылыҡтарын еткерәләр. Мин яңынан мәктәпкә йөрөй башланым. Дүрт йыл буйы сабата туҙҙырып уҡып йөрөгән булһам да, белемем самалы ғына ине. Математиканы күптәребеҙ насар үҙләштерҙек. Май айында Йомағужаға барып, имтихандарҙы уңышлы тапшырҙыҡ. Ә мин, хәтеремдә, математиканан яҙма эште “бишле” билдәһенә эшләнем.
(Динара Ҡәйүмова, мәҡәлә
"Аманат" журналында донъя күрҙе)