Ир менән ҡатын бер-береһен ысынлап ярата икән, бер ниндәй һынау ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа, бәхет өсөн алдашыу ҙа уларҙың араһына кәртә була алмай - юғары һүҙҙәр кеүек күренһә лә, бының шулай икәнлегенә инандым түбәндәге яҙмышты тыңлағанда.
"Ҡыҙыбыҙҙы, берҙән-беребеҙҙе, кейәүгә биреп, яңыраҡ туй үткәргәнебеҙҙе беләһең бит инде. Иремдең ғәзизебеҙ өсөн шул тиклем ҡыуаныуын күреп, "Белһәң икән йөрәгемде 20 йыл буйы нимә өйкәгәнен, һинән нимә йәшергәнемде. Дөрөҫлөктө белһәң, тормошомда күптән булмаҫ та инең" тип күңелем һыҙҙы, выждан ғазабы кимерҙе. Ҙур серемде әсәйемдән башҡа берәүгә лә һөйләгәнем юҡ, үҙем иремде юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәнем, ныҡ яратам бит уны", - шулай тип башланы һүҙен Әлфинә исемле танышым.
...Әлфинә менән Таһир күршеләренең күҙ алдында ҙурайҙы, тәүҙә уларҙың оҙаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөүенә, шунан инде мөнәсәбәттәренең мөхәббәткә әүерелеүенә шаһит булдылар. Шулай йылдар һынауы менән нығытылған мөнәсәбәттәре бик ихтирамлы, ихлас уларҙың. Татыу ир менән ҡатындың тышҡы ҡиәфәттәре лә, холоҡтары ла оҡшаш кеүек. Тик биш йыллап йәшәһәләр ҙә, иң ҙур хыялдарын тормошҡа ашыра алмайҙар - балалары булмай. Һәр яҡлап медицина тикшереүе үтеп, үҙенең түлле икәнлеген белгән ҡатын ирен бер нисек тә табипҡа күренергә күндерә алмай. "Мин һау" була уның яуабы. Үҙе яһалма ысул менән дә, балалар йортонан да бәпәй алыуға ҡаршы тора. Ә әсә булырға яратылған заттың ныҡ бала һөйгөһө килә. Ирен бер нисек тә ыҡҡа килтерә алмағас, ҡатындың башына ҡыйыу уй килә: икенсе берәүҙән бәпәй табырға! Алдына алғанын ҡуймай, оҙаҡ эҙләй ул бөтә яҡлап та уның шарттарына тап килгән, яҡшы холоҡло, иренә лә оҡшаған яраҡлы кешене. Бер ваҡыт шундайҙы ял йортонда тап итә һәм... тәүәккәлләй. Әлбиттә, сит иргә маҡсатын асып һалмай. Уларҙың бер осрашыуы ла берәгәйле була: Әлфинә ауырға ҡала. Иренә яңылыҡты яйлап төшөндөрә, уныһы тәүҙә ғәжәпләнгәндәй итә, һуңынан шатлығынан нимә эшләргә белмәй. Дөрөҫөн һөйләргә ҡыйыулығы ла етмәй ҡатындың, шундай яҡшы кешене юғалтҡыһы ла килмәй. Ә Таһиры шул тиклем яҡшы атай булып сыға. Балаһы менән мәж килгән иренә ҡарап ҡыуанған ҡатындың бер үк ваҡытта намыҫын ҡорт кимерә. Шундай икеле-микеле хәлдә, ҙур сер менән телгеләнеп, 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән...
..."Ҡыҙымды кейәү йортона оҙатҡан көндә ныҡ эсем бошоп, ирем менән һөйләшергә булдым, - тип дауам итте ул. - Нимә булһа - шул булыр, дөрөҫлөктө белергә хаҡлы, тинем үҙемә. "Таһир, хәҙер һиңә бер нәмә һөйләйем, артабан нисек йәшәргә үҙең хәл итерһең", - тинем дә, теләһә ниндәй яуапҡа әҙер булып, уның реакцияһын күҙәттем. Ә ул тыныс ҡына:"Һин беҙҙең ҡыҙыбыҙҙың минеке түгеллеге хаҡындамы?" - тине лә ҡулдарын билемә ҡуйып үҙенә тартты. Ҡыйыу ғына башлаһам да, был хәлдән һүҙһеҙ ҡалдым. "Мин уны шунда уҡ аңланым: һин шифахананан балҡып ҡайтып ингәйнең ул ваҡытта. Тағы ла шуныһы: мин бер ваҡытта ла атай булмаҫым тураһында хәбәрҙар инем. Түлһеҙлегемдән ғәрләндем, ысынын белһәң, эшкинмәгән тип мине ташларһың тип ҡурҡтым. Үҙеңдең әсәй булыу теләгенең көслө икәнлеген күргәнгә, яһалма ысулға ла ризалашманым. Ауырға ҡалғаныңды белгәс тә, осрашҡан кешеңә китерһең, тип ҡурҡып йәшәнем..."
...Егерме йыл ул да, мин дә бер-беребеҙҙе юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәгәнбеҙ. Күптән аңлашаһы булған, үҙ-үҙебеҙҙе эстән кимереп күпме ваҡыт ғүмер үткән. Хәҙер инде был серемде бөтә ғәләм белһә лә, ҡурҡыныс түгел. Шул ваҡыт арауығынан һуң беренсегә күңелдә еңеллек, һиллек барлыҡҡа килде. Ә ирем менән бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам кәмемәне, киреһенсә, аралар нығынды ғына".
Автор: Аклима Гизатуллина
Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .