Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөрйәндә - ҙур милли байрам

-2
-3
-4
-5
-6
-7
Автор фотолары.
Автор фотолары.

Бөгөн Бөрйән районында Урал батырҙың ҡышҡы уйындары булды. Сараны Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм Бөрйән районы хакимиәте төбәктә туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм таратыу маҡсатында бишенсе йыл ойоштора.

Ҡышҡы уйындарға республиканың төрлө райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар, спортсылар һәм бәйгеселәр килде. Улар уҡ атыу, ат сабышы, ылаҡ, суҡмар ырғытыу, арҡан тартышыу кеүек бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашты.

Сараға килгәндәрҙе Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов тәбрикләне.

Ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле йырсы Зәйнетдин булды. Сараға шулай уҡ журналистар - "Юлдаш" радиоһынан Рәсүл Сәғитов, "Республика Башкортостан" гәзитенән Марат Әминев, "Башҡортостан" гәзитенән Рәмилә Мусина килгәйне.

Урындағы халыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторҙо. Мәҫәлән, Яуымбай ауылынан Раил Латипов ағастан эшләнгән һауыттарын килтергән. Иҫке Собханғолдан Рәшиҙә Ғиззәтуллина балаҫтар күргәҙмәһе әҙерләгәйне.

Алда әйтеүебеҙсә, сара бишенсе тапҡыр үткәрелде, ойоштороусылар уны артабан тағы ла киңәйтергә ниәтләй.

Автор: Рәмилә Мусина

Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте , Одноклассники , Facebook .