Фото: pixabay.com
Яңы ғына кейәүгә сығып, үҙаллы тормош юлы башлаған танышымдың һорауынан баҙап ҡалдым. Кем хаҡлы икән был осраҡта?
"Буласаҡ ирем менән тыуған көндә таныштыҡ. Әхирәтемдең егетенең дуҫы ине ул. Мәжлестә сибәр ҡыҙҙар күп булһа ла, ул алдан уҡ миңә иғтибар итте, - тип һөйләй башланы танышым. - Миңә лә оҡшаны ул сибәр егет. "Нишләп мин?" тигән һорауыма: "Һин иң сағыуы инең", - тип