Фото: islam.ru
* Бер төрлө һөнәр һәм кәсепте тулыһынса өйрәнмәйенсә, башҡалары менән шөғөлләнмәгеҙ.
* Кәсебегеҙҙән ҙур файҙа күрә алмаһағыҙ, оялмағыҙ. Тырышып та, килемдең аҙ булыуы түгел, ә ялҡаулыҡ һәм кәсеп итә белмәү – ғәрлек.
* Һайлаған һөнәрегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ, ышаныслы, аҡыллы, көр һәм пак күңелле булығыҙ. Эшегеҙҙе көндән-көн яҡшыртырға тырышығыҙ, халыҡ мәнфәғәтен алға ҡуйығыҙ.