(Иркутск ҡалаһында үткән Вампилов фестиваленән, Башдрамтеатрҙың Байкалға сәфәренән яҙмалар)
2017 йылда донъя күргән “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле – Башҡорт театрын бөтә Рәсәйгә танытҡан әҫәр булараҡ билдәлелек яуланы. Гүзәл Яхина романын беренсе булып сәхнәгә сығарған режиссер Айрат Абушахманов спектакль өҫтөндә эшләй башлағанда уның шулай популяр булырын, бәлки, бик аңлап та етмәгәндер. Был әҫәр - режиссерҙың уңышлы эштәренең береһе булараҡ танылды: быйыл иң юғары театр премияһы – “Алтын битлек”кә лайыҡ булды һәм беҙҙең театрҙы нәҡ ошо спектакль менән төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙә күрергә теләйҙәр. Иркутск ҡалаһында үткән Александр Вампилов исемендәге халыҡ-ара заманса драматургия фестивале менән дә шулай булып сыҡты.
Рәсәй театр эшмәкәрҙәре башланғысы менән Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үткәрелгән “Федерация” фестивалендә 15 сентябрҙә “Зөләйха”ны уйнайбыҙ икәне алдан уҡ билдәле ине. Тап шул ваҡытта Вампилов фестиваленән дә саҡырыу килде. Ойоштороусылар коллективты үҙ иҫәбенә саҡыра –әлбиттә, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай: спектаклгә йәнә бер декорация эшләргә тигән тәҡдим дә булғайны. Әммә ләкин бер ни тиклем ваҡыттан беҙҙең автотранспорт цехы водителдәре декорацияны ваҡытында алып барып еткерергә вәғәҙә бирҙе. Афарин, улар вәғәҙәһендә торҙолар ҙа – Өфөнән Грозныйға, унан һуң тура юлға сығып 21 сентябргә декорация, реквизит, костюмдарҙы Иркутск ҡалаһына алып барып еттеләр.
Спектаклдә уйнаусы артистар иһә Себер тарафтарына – спектаклдә хәл-ваҡиғалар барған Ангара йылғаһы буйына самолетта остолар. Сәфәр йөрөргә күнеккән ижадсылар һауалағы 7 сәғәт тә 30 минут ваҡытты ыһ та итмәй үткәрҙеләр. Арабыҙҙа иң өлкәне - Тәнзилә Хисамова, иң йәштәре - Гөлнара Әмированың ҡыҙы Айсулпан, Хәким Мортазиндың ҡыҙы Аҡйондоҙ һәм Йософ ролен уйнаусы Дамир Кираманов.
Өфөлә көҙгө һалҡын елдәр оҙатып ҡалһа, ә Иркутск ҡалаһында, киреһенсә, ҡояшлы, эҫе матур көн ҡаршы алды – 23 градус йылы. Ҡояштай балҡып торған яҡты йөҙлө куратор Анна ла яҡшы хәбәр еткерҙе: “Һеҙҙең спектаклгә билеттар афиша сығыу менән һатылып бөттө!”.
“Себер ерендә һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға шатбыҙ!” тигән табличканы күреү менән Артур Ҡунаҡбаев Зиновий Кузнецтың һүҙҙәре менән мәрәкәләп көлдөрөп алды: “Добро пожаловать в Сибирь! Я – старший сотрудник особых поручений Красноярского отдела ГПУ Артур Кунакбаев! Вы, граждане спецпереселенцы -актеры, поступаете в мое распоряжение. А теперь приказываю грузиться всем на баржу. Сутки будете плыть вниз по Енисею утром войдете в Ангару и еще сутки вверх по Ангаре...”
Уның һуңғы һүҙҙәре беҙгә, ысынлап та, тура килде: иртән беҙ автобусҡа ултырып Ангара йылғаһы башланған ергә – Байкалға юл тоттоҡ. Ангара - Көнсығыш Себерҙәге йылға, Йәнәсәйҙең уң ҡушылдығы, Байкал күленән сыҡҡан берҙән-бер йылға. Тәҙрәлә – Иркутск ҡалаһының күренештәре, һырлап эшләнгән ағас йорттар ҡаланың үҙәгенә йәм биреп ултыра. Куратор Аня беҙгә Байкал тураһында һөйләй: “Легенда буйынса, Байкалдың берҙән-бер ҡыҙы — Ангара килгән-киткән сауҙагәрҙәрҙән Енисей хаҡында, уның матурлығы, уңғанлығы тураһында ишетеп, уға ғашиҡ була ла, уның янына ҡасып китә. Атаһы уның юлын быумаҡсы булып, юлына «Шаман-таш» ташлай. Әммә Ангара уны урап үтә лә, артабан йүгерә икән. Шунан Байкал уны кире бормаҡсы булып, артынан үҙенең бер уланын — Иркутаны ебәрә. Уныһы Ангараны йәлләй ҙә кире борола. Ниһайәт, Ангара Енисейға барып етә һәм улар икәүләшеп аға башлай”.
Ерҙәге иң тәрән күл иҫәпләнгән Байкал Азияның нәҡ уртаһында, Иркутск өлкәһе менән Бүрәт Республикаһы сиктәрендә урынлашҡан. Ирек Булатов автобуста барғанда телефонының экранына төртөп күрһәтә: “Бына, ҡарағыҙ, Иркутск ҡалаһы бер нөктә генә булып тора, ә Байкааал…иҫ китерлек ҙур“. Ҙур ярым ай формаһында урынлашҡан Байкалды күҙ алдына килтерегеҙ – ул 620 км оҙонлоҡҡа һуҙылған, киңлеге уртаса 24-79 км. Яр буйҙарының һуҙымы — 2100 км.
Байкалға барып еткәнсе тағы ла ҡыҙыҡлы урын бар – “Тальцы” исемле архитектура һәм этнография музейы. Бында Ангара буйында ГЭС каскадтары төҙөгән ваҡытта Иркутск өлкәһенең һыу аҫтында ҡалған ағас йорттары күсерелгән – хәҙер инде улар ҡомартҡылар рәтендә. Бәләкәй генә ауыл формаһында урынлашҡан музей йорттары буяу күрмәгән, бында ниндәйҙер боронғолоҡ атмосфераһы хөкөм һөрә, улар фонындағы төҫлө, сағыу сувенир лавкалары ла хатта шул күренеште боҙмай һымаҡ, нисектер юғалып ҡалғандай.
Алыҫ түгел Ангара йылғаһы аға – бер төркөм артистар йылға ярына йүгерҙе, фото төшкән арала Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең тормошонда булған хәл-ваҡиғалар менән бүлеште. Уға бер ай самаһы ғына булған ваҡытта ата-әсәһе менән ошо тарафтарға килгән – уның туғандары илебеҙ тарихындағы “ҡараға буялған йылдарҙа” Черемхово районына һөрөлгән булған. “Спецпереселенецтар” төркөмөндә килеп, бында Себер һалҡынын еңгән һәм ошонда төпләнеп тороп ҡалған туғандары бәләкәй Хөрмәтулланы күргәс, “был баланы ни эшләп йөрөтәһегеҙ, бында ер ҡуйынында ҡалдырып китәһегеҙ бит” – тип ныҡ хафаланған, мөмкин тиклем ныҡ һаҡлағандар. Шөкөр, ул ваҡыттағы бер айлыҡ бала хәҙер инде алтмышҡа еткән ир-уҙаман булып, тағы бер тапҡыр Себер ерҙәренә аяҡ баҫты –актер вазифаһында…
Себергә һөргөнгә ебәрелгән ата-бабаларыбыҙ Ангараның матурлығына һоҡланырға ваҡыт таптымы икән? Бөгөн иһә Байкалдан ағып сыҡҡан берҙән-бер йылға булған Ангараға арнап уның буйҙарында йырҙар яңғырай…
Ангараның Байкалдан ағып сыҡҡан ерендә генә “Шаман ташы”ның осо күренеп ҡала, был таш бүрәттәр өсөн изге урын һанала – уларҙың төп йолалары нәҡ ошо ерҙә башҡарыла, улар ошо Ташҡа килеп ант итәләр, хатта ки кешене язаға тарттырыу-тарттырмау тигән икеләнеү килеп сыҡҡан ваҡытта ла ошо урында яуап эҙләр булғандар: ғәйебен танымаған кешене (йәки ғәйебен иҫбат итә алмаған осраҡта) ғәйепләнеүсене шул ташта ҡалдырып китер булғандар, иртән әйләнеп килгәндә кеше тере булһа, әгәр ҙә Байкалдың һыуыҡ тынынан өшөп, йә иһә ҡурҡып, йә иһә һыуға батып үлмәһә – тимәк, ул кешене ярлыҡағандар.
Әммә ғәҙеллек юллап килеүселәр өсөн генә түгел, ә бөтөнләй уйланылмаған ваҡиғаларға ла шаһит был Шаман ташы. Нәҡ уның янында драматург Александр Вампилов һәләк була, тыуған көнө алдынан ул дуҫы, әҙәбиәтсе Глеб Пакулов менән Листвянка ҡасабаһына аҙыҡ-түлек алырға юлланалар. Көслө ел сығып моторлы кәмәләренә бүрәнә килеп бәрелә, дуҫы йөҙөп сыға, ә Александрҙы көслө ағым алып китә, һуңынан билдәле булыуынса, уның үлемендә донъялағы иң тәрән күлдең һалҡын боҙло һыуы сәбәпсе була – йөрәге туҡтай (переохлаждение). Пушкин хөрмәтенә Александр исемен алған, 35 йәшенә тиклем ике көн генә ҡалғанда вафат булған драматургтың пьесалары бөгөнгө көндә киң билдәле. Атаһы яғынан бүрәт ламаларына барып тоташҡан нәҫелле, үҙ һүҙле йәш драматургтың ижадын тәүҙә баш ҡала театрҙары инҡар итә, уға юл бирмәйҙәр. Һуңынан ғына, ул һәләк булғас, әҫәрҙәре халыҡ араһында таралып китә, сәхнәләрҙе яулай. Спектаклдәр, фильмдар төшөрөлә, әленән-яле беҙҙең заман режиссерҙары ла драматург әҫәрҙәренә мөрөжәғәт итеп тора. Беҙҙә – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уның “Июндә хушлашыу” (1973 й.) һәм“Өлкән улым” (1986 й.) пьесалары ҡуйылды.
“Үҙең гармунсы егет тә,
Ҡулыңда көмөш йөҙөк.
Төшһәң дә Байкал күленә,
Тотоп алырмын йөҙөп…” – тип йырлағандар, моғайын, Байкал менән һоҡланып йырлағандыр. Көҙгө һалҡын һыу тип тормай (әйтеүҙәренсә, хатта август айында ла Байкалда һыу һыуыҡ икән), беҙҙең төркөмдән Байкал күлендә төшөүселәр табылды - Алмаз Йосопов, Азат Вәлитов, Илсур Байымов, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Илгизә Ғилманова, Юлиә Асҡарова һыуға сумып сыҡтылар. Теләк әйтеп, Байкалға сумһаң, ҡабул була, тиҙәр, дөрөҫмө икән? Икһеҙ-сикһеҙ күлгә Хәким Мортазин барып төштө – буйы 2 м, кәүҙә ауырлығы 160 кг булған иң оҙон буйлы актер, алпамыша кеүек ир-егет, сумыу менән Байкал ярҙарына сыҡҡандай булып тйолодо… Шулай ярҙан ғына ҡарап торғансы, күл һыуын кисеп булһа ла сығайым әле, тип, мин дә һыуға төштөм – һыуы һалҡын, табандарҙы яндырып алғандай…
Байкал күленең хозурлығын күңелдәргә һеңдергәс, эргәлә урынлашҡан баҙарға барып, кедр сәтләүектәре, омуль балыҡтары алдыҡ һәм кире Иркутск ҡалаһына юлға сыҡтыҡ. Ул көндө Мәскәү, Воркута һәм Камчатка театрҙары спектаклдәр уйнанылар, төрлөбөҙ төрлө яҡта спектаклдәр ҡараныҡ. Н.Охлопков исемендәге театрҙа йәмғеһе дүрт сәхнә: Төп сәхнә (527 урынлыҡ), Камерная (96), Башҡа сәхнә (Другая-50 мест) һәм Дүртенсе сәхнә (40 урынлыҡ). Улар бөтәһе лә бер бинала, бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Вампилов исемендәге фестиваль 1987-се йылда, драматургтың тыуыуына 50 йыл тулыу уңайынан тәүге тапҡыр ойошторола һәм ул ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. 2001-се йылдан заманса драматургияға бағышланһа, ә 2013 йылдан халыҡ-ара статусын ала. Быйыл Рәсәй, Польша, Австрия, Германия, Белоруссия, Латвия, Казахстан, Үзбәкстан, Япония, Төньях Корея һ.б. илдәрҙән ҡатнаштылар. Ойоштороусылар үҙҙәренең сәхнәһендә иң ҡыҙыҡлы тип табылған спектаклдәрҙе һайлап ала, быйыл 79 театр ошо фестивалдә ҡатнашырға теләк белдергән.
Фестиваль ижади бәйгенән генә ғибәрәт түгел, ул – осрашыу, аралышыу майҙаны ла, был маҡсатҡа иһә актерҙар клубы хеҙмәт итә. Беҙҙең коллектив намыҫын Артур Ҡунаҡбаев, Айҙар Шәмсетдинов, Руслан Хайсаров, Алмаз Йосопов яҡланы, һуңынан бөтә артистарыбыҙ бергә Байкал тураһындағы йырға импровизация тәҡдим итте һәм “Шәл бәйләнем” йыры менән тамамлап ҡуйҙылар. “Афарин!”, тигән тауыштарға һәм ҡайнар алҡыштарға күмелделәр.
22 сентябрь көнө Н.Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театрының төп сәхнәһендә – 527 урынлыҡ залда – беҙҙең спектакль уйналды. “Спектакль башҡорт телендә уйнала, ҡолаҡсындар алығыҙ!” – тигән хәбәр тәүҙә тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Ә шулай ҙа йырып сыҡтыҡ – тәүге минуттарҙа ҡолаҡсындарҙы ҡулланырға белмәй ултырған тамашасылар, яраҡлашып алып, “спектакль эсенә инеп китте”, артабан тамаша залында шылт иткән тауыш та сыҡманы, халыҡ мөкиббән китеп сәхнәләге ваҡиғаларҙы ҡарай ине.
Спектаклдән һуң артистар пресс-конференция залына үттеләр, унда тәнҡитселәр спектаклгә баһалама бирергә әҙерләнә. Артабан эксперттарға һүҙҙе бирәйек.
Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Лидия Богова: “Мин һеҙҙең театр менән тәүләп таныштым. Әгәр ҙә һеҙ “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклен ҡуйған режиссер менән күптән эшләйһегеҙ икән, тимәк, һеҙ бәхетле артистар. Спектакль проза әҫәре менән тигеҙ кимәлдә яңғырай: бер яҡтан китап биттәре күҙ алдыма баҫһа, икенсе яҡтан “был бит спектакль, сәхнә әҫәре һәм унда шәхсән театр алымдары ҡулланылған” тигән уй үтә ине башымдан. Әҫәрҙе башҡа юҫыҡҡа алып китмәй, тәрәнтен ятҡан фекерҙәрҙе юғары кимәлдә тик ысын режиссер ғына аса ала. Ә һеҙҙә ундай режиссер бар – ҡотлайым! Киләсәктә һеҙҙең театрығыҙ ижадын күҙәтеп барасаҡмын, мин үҙем өсөн тағы бер ҡыҙыҡлы ижадсыларҙы – һеҙҙең театрҙы астым”.
Театр тәнҡитсеһе, арт-менеджер, театр өлкәһендәге абруйлы белгестәрҙең береһе Павел Руднев: “Айрат Абушахманов – Рәсәй кимәлендә көслө режиссер булып танылған шәхес. Донъяуи кимәлдәге темаларҙы милли темалар менән бәйле итеп оҫта асыусы режиссер ул. Был спектаклендә лә режиссер һәр бер образды табыуҙа, геройҙар бирелешендә, хәл-ваҡиғалар ағышын һүрәтләүҙә ҙур эш башҡарған” -тине.
Театр режиссёры, педагог, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты, профессор Геннадий Тростянецкий: “Башҡортостан кешеләре менән яҡындан бынан 30 йыл элек таныштым, аҡыллы, уйлы, төплө фекерле халыҡ булараҡ улар минең күңелемдә ҡалды. Бөгөн мин тағы бер тапҡыр ошо фекеремә инандым. Бөгөнгө спектакль – халыҡ трагедияһы. Һеҙҙең режиссер абсолют Театр Шағиры. Был спектакль – поэтик спектакль. Һәр бер художестволы образ – поэтик образ. Билдәле ки, художестволы образдар саҡрымдарға һуҙылған һүҙҙәрҙе, тонна китаптарҙы алыштырыуға һәләтле. Тәнәфес ваҡытында бер йәш егет килде ла икенсеһенә: “Күрҙеңме, шәп, бит,ә?!” – тип һоҡланыуын белдерә. Мин дә уның менән килешәм - һеҙ, ысынлап та, йөрәктәргә үтеп инә алдығыҙ. Мин һеҙҙең спектаклде ҡолаҡсындарһыҙ (тәржемәһеҙ) ҡараным – һеҙҙең телдең һәм күңелегеҙҙең матурлығына хайранмын”.
Күтәренке кәйефтә, илһамланып ҡайттыҡ был сәфәрҙән. Артистар ҙа был юл йөрөүҙән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Тәнзилә Хисамова, Башҡортостандың халыҡ артисы, спектаклдә Убырлы ҡарсыҡ ролен уйнаусы: “Беҙ халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдән ҡайттыҡ, унда беҙҙе күккә күтәреп маҡтанылар. Беҙ үҙебеҙҙең театр, режиссерыбыҙ Айрат Әхтәм улы Абушахманов өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Беҙҙең театрға шул тиклем ҙур рәхмәттәр әйтеп, баш эйеп ҡалдылар. Беҙ ул сәфәр барышында һөйөүҙең уртаһында булдыҡ, беҙҙең спектаклде ҡараған тамашасы йөрәктәрен өҙөп бирерҙәй булып беҙҙең менән һоҡландылар. Башҡортостандың үҙ театры менән ғорурланырлыҡ хаҡы бар!”
Илдар Ғүмәров, Башҡортостандың халыҡ артисы, спектаклдә Иконников ролен башҡарыусы: “Былтыр ошо ваҡытта Ярославль ҡалаһында фестивалдә булған инек, быйыл – Иркутск ҡалаһында сығыш яһаныҡ. Шуныһы ҡыҙыҡлы – ҡайҙа ғына барһаҡ та – беҙҙең театрҙы беләләр! Һәм был сәфәрҙәрҙән үҙебеҙҙең театрыбыҙ, сәнғәтебеҙ һәм телебеҙ өсөн ғорурланып ҡайтабыҙ. Һәм икенсе шатлығыбыҙ – беҙҙең театр сәфәрҙәренең географияһы киңәйә.
Айҙар Шәмсетдинов, актер, Горелый ролен башҡарыусы: “Беҙҙең театр Рәсәйҙең көслө театрҙары иҫәбендә икәнен тағы бер төшөнөп ҡайттыҡ. Ошо ижади бәйгеләрҙә беҙҙең театрға ҡарата иғтибар, ихтирам ҙур”
Илгизә Ғилманова (Зөләйха): “Алыҫ, һалҡын себер тарафтарында ла беҙ ҡайнар алҡыштар алып ҡайттыҡ, уларҙың һөйөүен, рәхмәттәрен тойҙоҡ”.
Руслан Хайсаров, актер, һалдат ролен башҡарыусы: “Был сәфәрҙә миңә барыһы ла ныҡ оҡшаны – актерҙар клубы, Байкалға сәйәхәт, аралашыу, спектаклде ҡабул итеүҙәре. Башҡа театрҙар артистары әйтеүенсә, улар беҙҙең театрға ғашиҡ, уларҙың Өфөгә килгеһе, беҙҙең халыҡ, театр менән яҡындан танышҡыһы килә…”
Артур Ҡунаҡбаев (Зиновий Кузнец): “Беҙҙең спектаклде бик ныҡ көтөп ҡаршы алдылар. Тәржемә аша тыңлаһалар ҙа тамашасылар бик рәхмәтле булды, бер тынала ҡаранылар”.
Гөлнара Әмирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Ике йыл элек сыҡҡан спектакль ысын мәғәнәһендә Рәсәй театр донъяһын шаулатты- “Алтын битлек”кә лайыҡ булдыҡ, төрлө кимәлдәге фестивалдәр беҙҙең спектаклде үҙ афишаһында күрергә теләйҙәр!.. Был спектаклдә минең ҡыҙым Айсулпан менән Хәким Мортазиндың ҡыҙы Аҡйондоҙ ҙа ҡатнаша, театрыбыҙҙы сит ерҙәрҙә шулай шатланып ҡабул итеүҙәре, маҡтап оҙатыуҙары уларға ла бик көслө тәъҫир итә”
Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисы, Лейла Габриидзе ролен башҡарыусы: “Иҫ киткес тамашасы! Ҡайҙа ғына барһаҡ та иғтибар уртаһындабыҙ. Мин беренсе тапҡыр Иркутск ҡалаһында, Байкалда булдым һәм тәъҫораттарым ныҡ көслө!”
Дамир Кираманов, Йософ ролен башҡарыусы: “Иркутск тамашасыһы Өфө тамашасыһына ҡарағанда хислерәк, улар шул тиклем ныҡ спектаклде оҡшаттылар”.
Хәким Мортазин: “Шул тиклем матур, уңышлы сәфәр булды, хатта беҙ Байкалға барып һыу инеп ҡайттыҡ!”
Илдар Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Лейбе ролен башҡарыусы : беҙҙең спектаклде көткәндәр, спектакль тураһында ишетеп белләр, залда алма төшөр урын юҡ ине, спектакль тамамланғас, бик оҙаҡ алҡышлап, сәхнәнән ебәрмәй торҙолар. Беҙҙең спектаклде ҡарар өсөн Иркутскка яҡын ерҙәрҙән дә килгәйнеләр. Хатта тәбиғәт тә ошо сәфәрҙе ҡеүәтләгән кеүек – алтын көҙ, сағыу ҡояш беҙҙе оҙатып йөрөнө”.
Артистар менән Ангара ярҙарына, Байкал буйҙарына –
Вампилов фествиваленә -
Динара Ҡәйүмова сәфәр ҡылды,
20-23 сентябрь 2019 й.